Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең ғүмергә етер ул...
Илебеҙ сеймал иҫәбенә бай йәшәй ала, тик был оҙаҡҡа түгел

Ерҙә “ҡара алтын” — 54, ә тәбиғи газ 64 йылға етерлек. Халыҡ-ара кимәлдәге аналитика үҙәктәре шулай күҙаллай. Рәсәй иһә кәмендә 2030 йылға тиклем иң күп нефть һатыусы илдәр рәтендә буласаҡ, ти улар.

Ғөмүмән, яғыулыҡтың барлыҡ ҡаҙылма төрҙәре буйынса ҡеүәтле экспортер булараҡ үҙ урыныбыҙҙы оҙаҡ һаҡлап тора алабыҙ. Һәүерташтан алынған нефть донъя баҙарында киң таралған хәлдә лә Рәсәй, АҠШ-тан ғына ҡалышып, “ҡара алтын” һатыу йәһәтенән бүтәндәргә, шул иҫәптән Көньяҡ Америкаға, Ҡытайға һыр бирмәйәсәк.
Күҙаллауҙарға ҡарағанда, халыҡ-ара сауҙала энергия сығанаҡтарына ихтыяждың ныҡ артыуы ихтимал. Был халыҡ һанының һәм килемдәрҙең үҫеүенә бәйле, ти белгестәр. 2030 йылғаса Ер шарында әҙәм балалары иҫәбе 8,3 миллиардҡа етәсәк, тимәк, энергетикаға мохтаждар 1,3 миллиард кешегә күбәйәсәк икән. Һөҙөмтәлә яғыулыҡ һатыуҙан килгән дөйөм табыштың 2011 йылғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға артыуы көтөлә.
Эксперттар билдәләүенсә, энергия ҡулланыу күрһәткесенең күтәрелеүе тотошлай тиерлек (93 процентҡа) Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инмәгән илдәргә, шул иҫәптән Рәсәйгә тура килә. Ни тиһәң дә, улар килем күләме буйынса ҡеүәтле дәүләттәр менән ярыша алмаһа ла, заман талаптарына бик йылдам яраҡлаша, етештереү тармаҡтарын көсәйтә, иҡтисадтың транспорт өлкәһен камиллаштыра. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәрендә иһә энергия ҡулланыуҙың артыуы ни бары 6 процент тәшкил итәсәк.
Тергеҙелгән сығанаҡтарҙан алынған яғыулыҡ төрҙәренә, шул иҫәптән биологик яғыулыҡҡа, ихтыяж ифрат юғары булмаҡсы — белгестәр уның йылына 7,6 процентҡа тиклем артыуын күҙаллай. Ядро энергетикаһы тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр йыш яңғыраһа ла, уны файҙаланыу мәсьәләһе һаман да көн үҙәгендә ҡала, һәм был тәңгәлдә йылына 2,6 процентлыҡ үҫешкә өмөт бағлана. Гидроэнергетикаға мохтажлыҡ иһә йыл һайын 2 процентҡа артып барасаҡ.
Яғыулыҡтың ҡаҙылма төрҙәренән газ (йылына 2 %), ташкүмер (1,2 %) һәм нефть (0,8 %) тәүге урындарҙы биләр, моғайын. Күреүегеҙсә, алдағы 20 йылда “ҡара алтын”ды ҡулланыу күләменең бик һүлпән үҫеүен күҙаллайҙар, ләкин ошо ваҡыт эсендә уға ихтыяждың тәүлегенә 104 баррелгә хәтлем етеүе мөмкин. Эксперттар иҫәпләүенсә, нефть айырыуса Ҡытайға, Һиндостанға һәм Яҡын Көнсығышҡа кәрәгәсәк.
Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһына инмәгән илдәр, энергия ҡулланыуҙағы кеүек үк, яғыулыҡ етештереүҙә лә алдынғылыҡҡа өлгәшә ала. Уларҙың өлөшөн аналитиктар 78 процент кимәлендә күҙаллай. Атап әйткәндә, Азия-Тымыҡ океан төбәгенең, күп йәһәттән ташкүмер сығарыу иҫәбенә алға ҙур аҙым яһап, 2030 йылға тиклем энергия сығанаҡтары баҙарының 35 процентын тәьмин итерлек мөмкинлеге бар. Яҡын Көнсығыш менән Төньяҡ Американың унан бер аҙға ҡалышыуы, ә Европа илдәренең энергия етештереү буйынса етди үҫешкә өлгәшмәйәсәге билдәләнә.
Донъя халҡы ҡулланған энергия сығанаҡтары араһында нефттең өлөшө йылдан-йыл аҙайыуы күҙәтелә (инфографиканы ҡарағыҙ), әммә “зәңгәр яғыулыҡ”ты файҙаланыусылар киләсәктә бермә-бер артасаҡ, газ баҙарында йылына 3,7 процент самаһы үҫеш күҙәтеләсәк. Был тауарҙың иң ҙур импортеры булараҡ Европа күрһәтелгән. Уны әлеге һымаҡ уҡ Рәсәй тәьмин итер, моғайын, тик бөгөн һәүерташ ятҡылыҡтарының күпләп асылыуы беҙҙең илдең 2030 йылдан ары газ баҙарында ниндәй урында торасағын фаразларға мөмкинлек бирмәй. Күҙаллаусылар әйтеүенсә, һәүерташтан газ алыу күләме йылына 7 процентҡа үҫәсәк һәм ике тиҫтә йылдан донъяның “зәңгәр яғыулыҡ” баҙарында бындай тауар 37 процентҡа етәсәк. Рәсәй шыйығайтылған газ етештереү буйынса ла иң яҡшы һөҙөмтәгә өмөтләнә алмай — беренселеккә 2014 йылдан донъя баҙарына тәүлегенә 425 миллион кубометр яғыулыҡ оҙата башлап, өс-дүрт йылдан барыһын да уҙып китергә уҡталыусы Австралия дәғүә итә.
Әммә барыбер аналитиктар илебеҙҙең яҙмышы күп йәһәттән сеймал күләменә бәйле булырын инҡар итмәй. Хәйер, нефть баҙарындағы батша тәхете менән хушлашырға тура килә: быйыл уҡ АҠШ, тәүге ике урынды биләп торған Рәсәйҙе һәм Сауд Ғәрәбстанын уҙып, “ҡара алтын”ды иң күп сығарыусы дәүләт булып танылыуға иҫәп тота.

снять квартиру в уфе



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






70 һум тигәс, тимәк, 70!

70 һум тигәс, тимәк, 70! 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 54

Яңы статус нимә бирәсәк?

Яңы статус нимә бирәсәк? 16.02.2019 // Иҡтисад

Нефтекама, Белорет һәм Благовещен ҡалалары социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр...

Тотош уҡырға 96

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта 16.02.2019 // Иҡтисад

Бөрйән районында 2020 йылда ҡеүәте 10 мегаватҡа тиклемге ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла....

Тотош уҡырға 106

Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк?

Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк? 14.02.2019 // Иҡтисад

XIX быуат уртаһынан эшләгән алдынғы корпорация – SUEZ француз компанияһы – Башҡортостанға экологик...

Тотош уҡырға 49

"Полиэф"та ни көтөлә?

"Полиэф"та ни көтөлә? 14.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Рәсәй инвестиция форумы барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров “СИБУР Холдинг” йәмғиәте...

Тотош уҡырға 47

Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы?

Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы? 14.02.2019 // Иҡтисад

Рәсәй инвестиция форумында ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше башланғыстары һәм иң яҡшы...

Тотош уҡырға 46

"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк"

"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк" 14.02.2019 // Иҡтисад

Инвестициялар – шул ҡәҙәр хикмәтле нәмә, уңыш ҡошо һымаҡ, тине бөгөн журналистарға Сочиҙа үткән...

Тотош уҡырға 56

Тәүге һөҙөмтәләр бар

Тәүге һөҙөмтәләр бар 14.02.2019 // Иҡтисад

14 февралдә Сочиҙа эшләй башлаған Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан тәүге инвестиция...

Тотош уҡырға 56

Һөт заводының эштәре хөрт

Һөт заводының эштәре хөрт 14.02.2019 // Иҡтисад

Федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 53

10 минут урынына 5 минут

10 минут урынына 5 минут 14.02.2019 // Иҡтисад

Әле “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 10 минутҡа бер самолет ҡабул итә ала. Уны яңыртҡандан һуң, ул 5...

Тотош уҡырға 119

Өфө – Ырымбур юлы яңыра

Өфө – Ырымбур юлы яңыра 14.02.2019 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән Р-240 Өфө –...

Тотош уҡырға 126

Эшлекле осрашыуҙар көтөлә

Эшлекле осрашыуҙар көтөлә 14.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Сочи ҡалаһында Рәсәй инвестиция форумы асылды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 140