Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был матур эш – башҡаларға өлгө
Был матур эш – башҡаларға өлгөЯңауылдың әле бер, әле теге ауылында төрлө йүнәлештәге объекттар төҙөлөп сафҡа инә.

“Сюрприз” тип аталған балалар уйын ҡаласығын тантаналы шарттарҙа Максимов ауылында район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов үҙе асты. Киләсәк быуын өсөн был ҡаласыҡтың төҙөлөүе тотошлайы менән урындағы халыҡтың башланғысына бәйле. Улар был турала тейешле ҡарар ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ҡаласыҡ буласаҡ майҙанды тигеҙләп, бар ҡоролмаларҙы урынлаштырыуға, ҡоймалар ҡуйыуға, буяуға һәм майҙансыҡты төҙөкләндереүгә тиклем барлыҡ эштәрҙе, өмә ойоштороп, үҙҙәре башҡарып сыҡҡан. Район етәксеһе әүҙемлек һәм тырышлыҡтары өсөн дөйөм хеҙмәттә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәт белдерҙе. “Бындай башланғыс башҡа ауылдарға өлгө булырға тейеш”, – тине Илшат Әғзәм улы.
Бөтәһенә лә ҡағылышлы һәм уртаҡ файҙаланыуҙа булған ҡорамалдарҙы сафҡа индереүгә барыһының да йәлеп ителеүе, бының өсөн өмәләр ойоштороу – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур йолаларының береһе. Максимов ауылында уның тергеҙелеүе, бөтөн районға таратырлыҡ әһәмиәттәге ыңғай һәм күҙ күрер һөҙөмтәгә алып килеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы күренеш.
Был матур эш – башҡаларға өлгө– Элекке клуб урынын нисек маҡсатлы файҙаланырға була тигән уй оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне, – тине Максимов ауыл хакимиәте башлығы Әлмир Хужин. – Халыҡ менән һөйләшә-аралаша торғас, уртаҡ фекергә килдек. Депутаттар ҙа уны яҡланы. Шулай итеп, ҡаласыҡ төҙөүгә тотондоҡ. Район етәкселегенә ҙур рәхмәт. Хакимиәт башлығы Илшат Вәзиғәтов теләгебеҙҙе яҡлап ҡына ҡалманы, кәңәштәрен биреп, буласаҡ сығымдарҙы ҡаплар күләмдә аҡса бүлеүгә лә булышлыҡ итте. Матди ярҙам күрһәткән изгелекле ауылдаштарға ла рәхмәтлебеҙ.
Ҡаласыҡҡа ҡуйылған ҡорамал һәм йыһаздарҙы максимовтарға Нефтекама ҡалаһында урынлашып, 2008 йылдан бирле балалар өсөн уйын комплекстары һәм уйын майҙансыҡтарына йыһаздар сығарыусы “Цитадель” фирмаһы эшләп бирә. Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре уларҙы урынлаштырыуҙа ярҙам итә. Ауылда балалар өсөн ҡаласыҡ әҙерләү, шулай итеп, ысын мәғәнәһендә дөйөм хәстәрлеккә әйләнә.
“Иң таҙа һәм төҙөк ауыл” район конкурсында икенсе урынды яулаған максимовтарҙың пландары ла матур. Ауыл хакимиәте башлығы Әлмир Хужин әйтеүенсә, яҡын арала ҡаласыҡ янында волейбол, футбол һәм баскетбол майҙансыҡтары эшләмәкселәр.
Максимов ауылында йәшәгән 650-гә яҡын кешенең 58-е – ете йәшкә тиклемге бала-саға, 30-ҙан ашыу сабый балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәптә уҡыусылар – йөҙҙән ашыу. Улар – ауылдың киләсәге.
Күп милләт вәкилдәре, дуҫлыҡ һәм туғанлыҡта, уртаҡ ынтылыш менән йәшәй бында. Уларҙың йәш быуын тураһында хәстәрлек күреүе ауылдың киләсәге яҡты, өмөтлө буласағына ныҡлы ышаныс уята.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 35

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 95

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 67

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 57

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 45

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 28

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 27

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 31

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 53

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 42

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 13.09.2018 // Иҡтисад

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 тонна яңы иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән...

Тотош уҡырға 54

Пенсия ташламалары — өлкәндәргә ҙур ярҙам

Пенсия ташламалары — өлкәндәргә ҙур ярҙам 12.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостанда өлкәндәргә ташламаларҙы һаҡлап ҡалыу 628 меңдән ашыу кешегә ҡағыласаҡ. Был маҡсатта...

Тотош уҡырға 69