Уғрылар асыҡлана, тоғролар ни эшләр?Алданған өлөшсөләр проблемаһы илебеҙҙә бер һүрелә төшә, шунан йәнә ҡырҡыулаша. Ҡануниәт белгестәре раҫлауынса, төҙөлөш ойошмаларынан объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу һуңлатыла ҡалһа тип, страховкалау фондтарына иғәнә йыйыу тураһындағы закон үҙ маҡсатына өлгәшмәне – алданған өлөшсөләр күбәйә генә төштө. Ни өсөн ул шулай тиҫтәләрсә йылдар хәл ителә алмаҫлыҡ мәсьәләгә әйләнгән һуң?
Ком: 0 // Уҡынылар: 84 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғи газ менән тәбиғәт тә дуҫРеспубликабыҙҙа байрам алдынан социаль һәм иҡтисад объекттарын сафҡа индереү күркәм йолаға әйләнде. Кисә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә “Газпром трансгаз Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы файҙаланыуға тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 106 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уянған аждаһа кемгә теш күрһәтә?Һуңғы осорҙа иҡтисадсылар араһында яңы хәрби технологияларҙың күпләп Ҡытайға эләгеүенең ҙур хәүеф менән янауы тураһында борсоулы хәбәрҙәр киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса социаль селтәрҙәрҙә йыш күренә. Был турала элек күберәк хәрби сәнәғәт комплексы белгестәре генә үҙ фекерен белдерһә, хәҙер мәсьәлә киңерәк даирәләрҙе борсоуға һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 119 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хрущев тәжрибәһе иҫкә төшәДемография, миграция һәм төбәк үҫеше институтының Күҙәтеү үҙәге рәйесе Юрий Крупновтың “мегаполис агломерациялары” төҙөү идеяһына ҡаршы сығыштары һуңғы осорҙа белгестәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, етди бәхәстәргә этәрә. Иҡтисадсылар башлаған дискуссияға хәҙер төрлө өлкәләрҙәге абруйлы белгестәр ҡушыла, күптәре идеяға ҡырҡа ҡаршы сыға. Уларҙың иғтибар үҙәгендә – “Агломерациялар эпохаһы. Донъяның яңы картаһы” девизы аҫтында 6–12 июндә уҙғарылған VII Мәскәү урбанистик форумы һәм Алексей Кудрин етәкселегендәге Стратегик үҫеш үҙәге (ЦСР) әҙерләгән “Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға тиклемге осорҙа киңлек үҫеше стратегияһы проекты” (СПР – “Стратегия пространственного развития Российской Федерации на период до 2030 года”).
Ком: 0 // Уҡынылар: 82 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буласаҡ пенсионерҙарға һунар дауам итәАвгуст аҙағында Рәсәйҙең Финанс министрлығы Шәхси пенсия капиталы тураһындағы федераль закон проекты концепцияһын әҙерләп, Хөкүмәткә тикшереүгә тапшырҙы. Яңы закон 2019 йылда эшләй башлаясаҡ. Шәхси пенсия капиталына иғәнәләр әле ҡулланылған 22 процентлыҡ страховка өлөшө урынына түләнергә тейеш. Закон проектына ярашлы, шәхси пенсия капиталы программаһында буласаҡ пенсионерҙарҙың кәмендә 50 проценты ҡатнашып, йыл һайын 1 триллион һумға яҡын иғәнә йыйыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә президент һайлауҙары 2018 йылдың 18 мартына тәғәйенләнеп, ваҡыттың бик аҙ ҡалғаны асыҡланғас, аналитиктар алдағы президент етәкселеге йылдарына иҫәпләнгән иҡтисади стратегия мәсьәләһен күтәрә башланы. Әле киң йәмәғәтселек хөкөмөнә ике документ тәҡдим ителә: Алексей Кудрин етәкселегендәге Стратегик эҙләнеүҙәр үҙәге әҙерләгән “2018–2024 йылдарға Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеше стратегияһы” (ғәмәлдә ул – Кудриндың “Стратегия-2030” документының ҡыҫҡартылған варианты) һәм “Столыпин клубы” президиумы рәйесе Борис Титов командаһы төҙөгән программа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 75 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лимузиндың ите мул– Әле баҫыуҙарҙан бесән-һаламды ташып бөттөк, ашлыҡ та келәттәрҙә ята, – тип ҡаршы алды крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Михаил Белоусов. Мишкә районындағы билдәле һәм уңышлы эшләп килгән йүнсел менән танышыу ана шулай башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 105 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тапалған юлдан тайпыла белергә кәрәкӨфөләге Конгресс-холда ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ буйынса III форумы асылыуы тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Халыҡ-ара йыйын ниндәй мәсьәләләрҙе тикшерҙе һәм ҡарарҙар ҡабул итте, элек үткәрелгәндәренең йоғонтоһо бармы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 80 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ете ҡат үлсәп,  бер тапҡыр бүлергәБашҡортостандың 2018 йылғы ҡаҙнаһында социаль өлкәгә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу күҙаллана. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика парламенты Президиумының ултырышынан һуң белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәстәрленең эше көйлөТотош бер дәүләттең бәләкәй генә үҙаллы хужалығы ише көн иткән райондарҙағы халыҡтың йәшәү кимәле, көнитмеш ерҙәренең төҙөклөгө тотош ил кимәлендә сағылыш таба. Ҡалтасы районы ла – Рәсәйҙең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 110 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 166 Алға
Бит башына