На период весенних сельскохозяйственных работ в компании ОАО “Газпром Нефтехим Салават” создана круглосуточная горячая линия “Посевная-2012”.
Любые вопросы об отгрузке минеральных удобрений можно задать по телефону 8 (3476) 39-11-55 (круглосуточно) или отправить на
e-mail:posevnaya@snos.ru.
Ком: 0 // Уҡынылар: 985 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Уңыш"та эштәр уңышлыГүзәл апай бөгөн фермаға ғәҙәттәгенән иртә йыйынды. Алмаҡайы ла һуңғы арала ауырыңҡырап тора, ветеринар врачҡа күрһәтергә ине. Ҡояшҡайының да елене еткән, кисә быҙаулаған Иркәһенә лә, Аҡсарлағына ла яҡшы тәрбиә кәрәк булыр. Әйтеүе генә анһат: бына 30 йылдан ашыу ферма эше, һыйыр-быҙауҙар тип көн дә эшкә ашыға ул.
– Һауынсы эшенең һис ауырлығын тоймайым, иртә менән һыйырҙар янына барыу миңә кинәнес кенә бирә, – ти "Уңыш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Усман һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы Гүзәл Ғәлимова. – Мәктәпте тамамлағас та эшкә килгәйнем. Тәүҙә еңелдән булманы, әммә оло апайҙар миңә һәр саҡ таяныс булды. Эште, ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, яратырға кәрәк, шул саҡта ғына хеҙмәтеңдән йәм табасаҡһың.
2001 йылда "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булған Гүзәл Ғәлимова ошо уҡ хужалыҡта эшләгән ире менән биш ҡыҙ һәм ике малай тәрбиәләп үҫтергән. Яңыраҡ өлкән ҡыҙын кейәүгә биреп, матур туй яһағандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1026 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тауар хаҡтарының ҡотороп тигәндәй артыуына күнектек инде. Аралашсылар ҙа, һатыусылар ҙа оҫтарҙы, хаҡты яйлап, артыҡ һиҙҙермәй генә күтәрә. Аҙыҡ-түлектең күпме тороуы менән ҡыҙыҡһынғанда, ҡайһы берәүҙәрҙең “ярай әле, икмәккә хаҡты йүгәнләп торалар” тип ҡыуаныуын да йыш ишетергә тура килә.
Элегерәк төбәгебеҙ етештереүселәренең тауарҙы баҙарға ҡыйыуһыҙ индереүенә, продукцияларын күрмәлекле итеп төрөп тәҡдим итмәүенә, үҙ урынын ныҡлы ала алмауына борсола инек. Хәҙер хәл үҙгәрҙе: сифатлы итеп етештерә лә, иғтибарҙы йәлеп итерлек итеп төрә лә беләләр, үҙҙәренең ҡулланыусыларын да таптылар. Шул уҡ ваҡытта сит ил һәм башҡа төбәк етештереүселәре лә беҙгә юлын һыуытырға ашыҡмай. Әммә тауар муллығы хаҡтарға йоғонто яһай тип әйтергә иртәрәк. Булмаһа, Өфөнөң Үҙәк баҙарындағы аҙыҡ-түлек хаҡына күҙ һалайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 864 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа— Аяғығыҙ еңел икән — ҡасандан көткән бәрәкәтле яҙ ямғырын килтерҙегеҙ. Элек ололар, яҙ ямғыры ерҙең битен йыуһа, йыл уңышлы килә, ти торғайны. Былай булғас, бер-ике көндән дым ҡаплауға ла төшөргә була, — тип, шат йылмайып ҡаршы алды беҙҙе Архангел районы хакимиәтенең Мәғлүмәт-консультация үҙәге мөдире вазифаһын башҡарыусы агроном-консультант Кәүсәр Мортазин.
Ысынлап та, алдан һөйләшеп ҡуйғанбыҙмы ни, Өфөнән Архангелгә тиклем беҙҙе йылы ямғыр оҙатып килде. Күренеп тора, яҙ һулышы ауыл тормошона айырыуса йәнлелек өҫтәгән. Хатта ғүмере буйы ер йылыһын тойоп йәшәгән крәҫтиән дә был миҙгелдә айырыуса яуаплыраҡ, етдиерәк тойола. Сөнки яҙҙың һәр көнө, һәр сәғәте ҡәҙерле. Шуға беҙ ҙә ҡыҙыу эш мәлендә бүлмәлә генә ултырып һөйләшеүҙән файҙа тапманыҡ — Кәүсәр Йәғәфәр улына эйәреп, райондың ялан-ҡырҙарын урап сығырға булдыҡ.
— Ҡышҡы һыуыҡтар пландарығыҙға төҙәтмәләр индермәнеме? Ужым нисек ҡышлаған? — тип һорайым юлдашымдан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1126 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙ көстәренә таяналарБөгөн республика хужалыҡтары оҫтаханаларында, машина-трактор парктарында — ҡыҙыу мәл. Көндәрҙең матур тороуы ла эшкә дәрт өҫтәй. Дәүләкән районының "Восход" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең оҫтаханаһында ла эш ойошҡан һәм дәррәү бара. Белгестәр әйтеүенсә, бында техниканы ремонтлауға Яңы йыл байрамынан һуң тотонғандар, шуға ла ығы-зығы күҙәтелмәй.
Запас частарҙың да ваҡытында һатып алыныуы һәм ҡайтарылыуы эште шәбәйтә. Йүнәтелгән, капиталь ремонт үткән техника баҫыуға сығырға күптән әҙер.
– Техника паркы бай ғына, йыл һайын тиерлек яңыһын һатып алабыҙ, ватылғанын сифатлы итеп ремонтлайбыҙ. Күктән төшкәнде көтөп ятмайбыҙ, үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, оҫта ҡуллы егеттәр кәрәкле запас частарҙы бынамын итеп яһап та ҡуя, – ти йәмғиәттең баш агрономы Анатолий Дон.
Әле механизаторҙар сәскес-тырмаларҙы ремонтлай, капиталь ремонт үткәндәренең торошон тикшерә. Һәр кем эш менән мәшғүл, ял итергә ваҡыттары ла юҡ. Шуға ла егеттәргә төшкө йылы аш оҫтаханала ойошторолған. Уңайлы эш шарттары булғас, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс, механизаторҙарҙың кәйефе шәп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1178 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Барлыҡ хужалыҡ итеү алымдары яҡшы, халыҡҡа файҙаһы ғына тейһен...”Ер, ауыл хужалығы яҙмышы береһен дә битараф ҡалдырмай. Был турала редакцияға килгән хаттар ҙа һөйләй. Бигерәк тә Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” (быйылғы 5-се һан) тигән мәҡәләһенән, В. Борисовтың иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев менән әңгәмәһенән (“Күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙеү — көнүҙәк мәсьәлә”, 2012 йыл, 28 февраль) һуң авторҙар әүҙемләште. Тик, беҙҙә генә булғанса, тип әйтәйекме, ике яҡ ярға — “баррикада” артына — баҫтылар. Шуныһы ҡыҙғаныс: бәхәс ауыл хужалығын күтәреү, халыҡты эш менән тәьмин итеү, ғаиләләрҙең матди яғын ҡайғыртыу һымаҡ дөйөм мәсьәләләрҙән тайпылып, колхоз кәрәк”, “кәрәкмәй”, “теге хаҡ әйтә”, “был дөрөҫ һөйләй” һымаҡ дежур һүҙҙәргә, әйтешкә әйләнде.
Барыһының да фекерен иҫәпкә алып, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан фермерҙары берләшмәһе рәйесе Зифҡәт Ислам улы СӘЙЕТҒӘЛИЕВКӘ йәнә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Түрәләр “Лада Калина”ны өнәмәҫ тә...Үткән аҙнала Владимир Путин: “Тиҙҙән илдең бөтөн чиновниктары һәм хоҡуҡ һаҡлаусылар Рәсәй автосәнәғәте тарафынан етештерелгән автомобилдәргә күсәсәк”, – тип белдерҙе. Быны халыҡ яңы ауыҙҙан ишетелгән иҫке хәбәр тип ҡабул итте: ҡасандыр Борис Немцов та түрә-ҡараны “Мерседес” менән “Ауди”нан мәхрүм ҡалдырып, “Волга”ға ултыртырға маташҡайны бит. Үкенес, әммә был башланғыс күңелһеҙ тамамланды. Рәсәйҙең Премьер-министры ниндәй әмәл тапты икән – күптәрҙе хәҙер ошо ҡыҙыҡһындыра.
Сер түгел, бөгөн дәүләттең бихисап аҡсаһы чиновниктарҙы техника менән тәьмин итеүгә сарыф ителә. Иң юғарыла ултырғандар бөгөн һис тартынмайынса “Мерседес”, “Ауди”, “БМВ”, “Лексус”ты һайлаһа, аҫтағыларға “Тойота”, “Ниссан”, “Фольксваген” кеүек маркалар менән мөрхәтһенергә тура килә. Үҙебеҙҙең “Волга” менән “Лада”ны ҡулланыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, әлбиттә.
Ком: 1 // Уҡынылар: 832 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәсеү алдынан республика хужалыҡтары орлоҡто ағыу менән эшкәртә башланы. Был үҙ сиратында үҫемлектәрҙе төрлө ауырыуҙан һәм ҡоротҡостан һаҡлаясаҡ.
Дүртөйлө районында был эш һәйбәт ойошторолған, 6500 тонна орлоҡтоң әле 24 проценты ағыуланған да инде. Шулай уҡ бер үк ваҡытта орлоҡто яңыртыу эше лә алып барыла. Район хужалыҡтарында бөтәһе 2790 тонна элиталы орлоҡ һаҡлана.
Ауырғазы, Балтас, Балаҡатай, Борай, Иглин, Илеш, Стәрлетамаҡ, Нуриман, Салауат, Туймазы һәм Саҡмағош райондарында ла юғары сифатлы орлоҡ байтаҡ тупланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 897 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2012 йылда республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы раҫланды. Уны тормошҡа ашырыу өсөн төбәк ҡаҙнаһынан 100 миллион, федераль бюджеттан 300 миллион һум бүленәсәк.
Быйылғы программа ҡайһы бер үҙенсәлектәргә эйә. Бәләкәй бизнесҡа финанс ярҙамы күрһәтеүҙе урындағы кимәлгә тапшырыу дауам итәсәк. Райондарға, бәләкәй ҡалаларға эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең муниципаль программаларын ғәмәлгә ашырыуға субсидиялар биреләсәк.
Программала шулай уҡ яңы ярҙам төрҙәре лә күҙаллана. Иң элек инфраструктура ойошмаларының Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарының бер өлөшө субсидияланасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 893 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡтарҙы “ауыҙлыҡлау” мөмкинХалыҡты иң ныҡ борсоған мәсьәләләрҙең береһе — тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтың үҫеүе. “Газ, электр энергияһы һәм яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүен көтәбеҙ, — тине Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева һәм шунда уҡ республика халҡын тынысландырырға ашыҡты. — Хаҡтар кешене шаңҡытмаһын өсөн күп нәмә эшләнә”.
Билдәле булыуынса, ике йыл рәттән акциздар күтәрелде. Уларҙың артыуы арыу ғына шул — 30 процент самаһы. Шулай ҙа күп кенә тауар һәм хеҙмәттәргә хаҡтар үҙ кимәлендә ҡалды, хатта бер аҙ төштө. Сәбәбе — дәүләт контроленең көслө булыуы.
Бензин һәм башҡа яғыулыҡҡа хаҡ артыу мәсьәләһенә килгәндә, Рәсәйҙә 2007 йылдан алып 2011 йылғаса “ҡара алтын” — 2,2, нефть продукттары 1,4 тапҡырға ҡиммәтләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 946 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 162 163 164 165 166 167 168 169 170 ... 178 Алға
Бит башына