2012 йылдың аҙағына республикала уртаса эш хаҡы 21 мең һумға етәсәк. Был турала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин белдерҙе. Уның журналистар менән осрашыуында һүҙ үткән йыл йомғаҡтары тураһында барҙы.
Мигранттар кәмей, тик был ҡыуандырмай
— Үткән йыл ыңғай күренештәргә бай булды. Беренсенән, көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә өлгәштек, шулай уҡ яңы иҡтисади сәйәсәтте лә дауам итәбеҙ, – тине министр. Төп маҡсатҡа өлгәшкәнбеҙ: тулайым төбәк продукты күләме 960 миллиард һумға еткән, йәғни үҫеш элекке йыл күрһәткестәренә ҡарата 110,2 процент тәшкил иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 989 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡура йылы, һыйыр көрАлдынғы хужалыҡтарҙың береһе иҫәпләнгән “Красная Башкирия” кооперативының Покровка бүлексәһендә (етәксеһе — Рәйсә Хисмәтуллина) мал ҡышлатыу уңышлы бара. Бындағы фермала барлығы 418 баш һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән — 139 һауын һыйыры, 95 тана. Малдарҙың көрлөгө әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ҡураларҙың йылы, рациондың бай булыуы, эшсәндәрҙең бурыстарына яуаплы ҡарауы һөҙөмтәһендә өлгәшәләр быға.
Быйыл малдарға бесән, һалам һәм сенаж мул бирелә. Мәҫәлән, һауын һыйырҙарына көнөнә 30–40 кг силос, 5 кг бесән, 8–10 кг ҡатнаш аҙыҡ таратыла. Бынан тыш, даими рәүештә патока ла бирелә. Был үҙ сиратында һөт етештереүҙе арттырыуға булышлыҡ итә. Бөгөн фермала көндәлек тулайым һауым 19 центнер тәшкил итә. Һыйырҙарҙың күпләп быҙаулау осоро башланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1402 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тырышлыҡ көнкүрештә сағылаҺуңғы йылдарҙа шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа мал һаны күпкә кәмене. Ә ауыл ерен мал-тыуарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Эшләп тә хеҙмәт хаҡы ала алмаған дәүерҙә күптәр мал аҫрап, көн күрҙе. Әммә баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында ауыл хужалығы продукцияһын һатыу хаҡтары бик түбән булып ҡалды. Бөгөн, шөкөр, республикала шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асылды.
Бары тик ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, тәүәккәл булырға кәрәк. Иҫке Гусев ауылында йәшәүсе Ольга менән Сергей Булашовтар ғаиләһе — нәҡ шундайҙарҙан. Улар “Россельхозбанк”тан кредит алып, “Новый мир” кооперативынан бестужев тоҡомло 25 баш тана һатып ала. Малдарҙы ауыл ситендә үҙҙәре төҙөгән бинаға ябалар. Һарай эсе таҙа, иркен, йылы, утлыҡтарҙа — хуш еҫле бесән. Әлбиттә, 25 баш мал өсөн аҙыҡ күп талап ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәминевтең хыялдарыРеспубликала малсылыҡты ҡайтанан тергеҙеү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Хәйбулла районының Маҡан ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Данил Дәминев тәүгеләрҙән булып ғаилә һөт фермаһы асты.
Күпләп мал аҫрау өсөн тәүҙә эшҡыуарға ҡура мәсьәләһен хәл итергә тура килә. Элекке хужалыҡтан ҡалған ярым емерек цех бинаһын һатып алғас, артабан уны йүнәтеү өсөн льготалы шарттарҙа “Россельхозбанк”тан биш йылға ҙур күләмдә кредит ала. Был аҡсаға ул аҙбарҙы рәткә килтерә, малға, быҙауҙарға йылы урын хәстәрләй.
“Ғаилә һөт фермаһы” программаһы ҡабул ителгәнгә тиклем булдыҡлы хужа йөҙ баш ҡуй һарығы аҫрай. Герофот тоҡомло ун ике һауын һыйыры һәм тана һатып ала. Һөттө “Аҡъяр-һөт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыра. Әммә уның хаҡы түбән булғанлыҡтан, барлыҡ сығымдарҙы ла ҡапларға аҡса етмәй. Бәхетенә күрә, Данил Дәминев үҙ эшен башлаусылар өсөн дәүләт ярҙамы — субсидия бирелеүе хаҡында ишетә һәм, тиҙ арала документтарын туплап, бизнес-план тапшыра.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1560 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мутлашыусыға баҙарҙа урын юҡБашҡортостандың конкурентлыҡ мөхите ниндәй, был өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр бармы, ҡулланыусылар менән бизнес араһындағы мөнәсәбәттәр нисек көйләнә? Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының былтырғы эш һөҙөмтәләре һәм быйылға билдәләнгән бурыстары тураһында уның етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева хәбәр итте.
"Ҡасандыр артҡы рәттә һөйрәлһә лә, бөгөн Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы хеҙмәте Европа илдәре араһында иң һөҙөмтәле эшләгән өсәү рәтенә инә, ә донъя кимәлендә тәүге унау иҫәбендә", – тине ул. Федераль хеҙмәттең былтыр декабрҙә халыҡ-ара стандарт буйынса сифат менеджментына лайыҡ булыуы ла быны раҫлай. Башҡортостан буйынса идаралыҡтың да бында өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур.
Былтыр идаралыҡ белгестәре был тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1090 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылдар яйлап бөтөүгә табан бара һәм был — ҡотолғоһоҙ иҡтисади күренеш
Быйылғы 13 ғинуар һанында Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” тигән мәҡәләһе баҫылғайны, уға ҡарата гәзиттә төрлө фекерҙәр күренде. Колхоздарҙың барлыҡҡа килеү сәбәбе билдәле: Сталин хәлле крәҫтиәндәрҙе үҙ «музыкаһына бейетә алмағас», уларҙы кулак тип иғлан итә һәм Себергә һөрә, ә ярлы-ябағаны (ҡайһы берәүҙәр “ялҡау-ябаға” ти) йыйып колхоздар ойоштора. Ләкин йәмғиәттә ул дәүерҙе төрлөсә ҡабул итәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1298 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә социаль торлаҡты быға тиклем файҙаланылмай ятҡан ер биләмәләрендә төҙөү күҙаллана. Уның хаҡы квадрат метры өсөн 22 мең һумдан артмаясаҡ. Был турала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡы менән тура бәйләнеш мәлендә хәбәр итте.

Грециялағы кеүек көрсөк беҙҙә булмаясаҡ

Башҡортостанда 2012 йылда ла иҡтисади үҫеш дауам итәсәк. Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй сәйәсәте мәктәбе уҡыусылары менән Өфөләге осрашыуында тап шулай белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1207 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быйыл ҡыш ҡар наҡыҫыраҡ булды. Был ауыл хужалығына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Республика баҫыуҙарында ужымдың торошо нисек – бөгөн бик күптәрҙе ошо һорау борсой. Уға яуап эҙләп Ауыл хужалығы министрлығы үҫемлекселек буйынса бүлегенең баш агрономы Таһирйән МӨХӘМӘТЗИЕВҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә бына нимәләр һөйләне:
– Быйыл республикала бөтәһе 476 609 гектарҙа ужым культуралары сәселде. Шуның 306 мең гектарында – арыш, 104,5 мең гектарында – ужым бойҙайы, 20 мең гектарында – третикале, ҡалған майҙанда башҡа төрлө ужым культуралары урын алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1451 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Заря”ла таңдар иртә ата...Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Ғилемханов етәкселегендәге “Заря” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре бөгөн яуаплы ла, мәшәҡәтле лә мал ҡышлатыу миҙгелен ойошҡан алып бара. Шөкөр, мал аҙығы етерлек әҙерләнгән: бесән-һалам мул бирелә, силос-сенаж соҡорҙары тулы, мал фураждан өҙөлмәй.
Йәмғиәттең ҡара-сыбар тоҡомло 1474 баш һыйыр малы заманса механизацияланған биналарҙа тотола, бында күптән ҡул көсө ҡулланмайҙар. Йәй яҡшы ғына ремонт та яһалған, ялан кәртәләр уратып алынған, яңы тыуған быҙауҙарға айырым йылы бүлмәләр булдырылған. Бында эшкә килеүселәрҙең күбеһе оҙаҡҡа ҡала, китеүселәр юҡ, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай аҙыҡ бирелә.
Әле хужалыҡтың 300 һауын һыйыры бар. Йәмғиәттә йыл әйләнәһенә үрсем алалар, ғинуарҙа ғына 70-кә яҡын һыйыр быҙаулаған. Хужалыҡта мал һанын кәметеүгә юл ҡуйылмай, тоҡомдо яңыртыу маҡсатында тана һатып алалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1043 тапҡыр // Тотош уҡырға
Владимир Путин үткән быуаттың 90-сы йылдарында дәүләт предприятиеларын хосусилаштырыу һөҙөмтәләренә бәйле бәхәскә нөктә ҡуйырға тәҡдим итте. Ниндәй юл менән һуң? Премьер-министр фекеренсә, шикле ысул менән ҡулға төшкән милек өсөн олигархтар дәүләткә “үҙ кеҫәһенән” бер тапҡыр булһа ла ҡайтарырға тейеш.
“Ҡырағай капитализм”дың бурысы
Уныңса, бындай аҙымға йәмәғәтселек кенә түгел, ә эшҡыуарҙар ҙа мохтаж. Ни генә тиһәң дә, әле лә бизнесҡа кире мөнәсәбәт етерлек. Был Совет заманынан ҡалған кире фекер эҙемтәһе генә түгел, иң тәүҙә 90-сы йылдарҙағы “ҡырағай капитализм”дың да йоғонтоһо. Ә эре капиталдың халыҡҡа “үҙ бурысын” ҡайтарыуы йәмғиәттең бизнесҡа ышанысын бермә-бер арттырасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 801 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 166 167 168 169 170 171 172 173 174 ... 178 Алға
Бит башына