Йәшәү мәғәнәһе — тыуған ерен биҙәүБашҡортостанда “ҡара алтын” сығарыусы “Башнефть”, “Газпром”, “Роснефть”, “Лукойл” һәм башҡа ҡеүәтле предприятиеларҙы хеҙмәтләндереүсе байтаҡ йәмғиәт барлыҡҡа килде. Күмертау ҡалаһында ошо йүнәлештә эшләүсе “ЮжУрал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шундайҙарҙан. Бөгөн 10 йыллығын билдәләүсе был ойошманың эшмәкәрлеге бөтөн Рәсәйгә билдәле, ә ҡалала ул — ҡаҙнаға иң күп һалым түләүселәрҙең береһе.
Предприятиеға тәүге көндән алып Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе, Башҡортостандың Эшҡыуарҙар ассоциацияһы союзы ағзаһы Зиннур Исхаҡов етәкселек итә. Бөгөн юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә ҙур, татыу коллектив үҙенең юбилейын фиҙакәр, тырыш хеҙмәте менән оло абруй яулап ҡаршы ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1447 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән аҙнала Рәсәй Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инеү буйынса әҙерлекте тамамланы тиергә була. Бөгөн сит илдәр менән эш иткән күп эшҡыуарҙар яңы мөмкинлектәрҙе фаразлап ҡыуана. Ә ҡайһы берәүҙәр, киреһенсә, был аҙымдан ниндәй юғалтыуҙар булыуы мөмкин, тип уйлана. Әммә был аҙымдың көнүҙәк булыуын бер кем дә инҡар итә алмаҫ, моғайын. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнап ҡына иҫ китерлек уңышҡа өлгәшеп булмауы аңлашылалыр.

Рейтингын төшөрөп
яңылышҡандар...


АҠШ-тың оҙайлы кредит рейтингын кәметеп бөтөн донъяны хәүефләнергә мәжбүр иткән "S&P" агентлығы йәнә иғтибар үҙәгендә. Хәтерегеҙҙәлер, август башында донъяның иң ҡеүәтле иҡтисадына тышҡы бурысы 14,1 триллион доллар тәшкил иткән өсөн бер аҙ "хурлыҡ" кисерергә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл ерендә тырыштар, тәүәккәлдәр етеш, мул тормошта йәшәй. Дөрөҫ, бының өсөн иртә уянырға, кискә тиклем төрлө мәшәҡәттәр эсендә ҡайнарға кәрәк. Ауыл тормошон икенсерәк күҙ алдына килтереүе мөмкин дә түгел. Илеш районының Һеңрән ауылында йәшәүсе Бакировтар ғаиләһе был йәһәттән күптәргә үрнәк. Улар — ябай ауыл кешеләре, үҙҙәре һалып ингән матур йортта ғүмер кисерә.
Ғаилә башлығы Хәмзә Рәшит улы тыуған ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, уҡыуын Үрге Йәркәй һөнәрселек училищеһында дауам итә. Артабан армия сафына алына. Тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтып, хеҙмәт юлын М. Горький исемендәге колхозда башлап ебәрә. Бөгөн дә механизатор булып эшләй.
— Иң тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе ул. Һәр эшкә яуаплы ҡарай, ваҡытында үтәй, намыҫ менән башҡара, — ти хужалыҡ рәйесе Иршат Ғилфанов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1849 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 169 170 171 172 173 174 175 176 177 178 Алға
Бит башына