Ипотека ... Түләү юлы, ай-һай, текәЙәш ғаиләләр араһында өйләнешеү менән үҙенә фатир һатып алғандары һирәк, күпселеккә ипотека кредитын ҡулланырға тура килә. Һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө йәнләнә барыу менән бергә кредит өсөн проценттың кәмеүен дә күҙәтәбеҙ. Ҡайҙан һәм күпме алырға? Хәлеңдән киләме икәнен нисек иҫәпләп ҡарарға? Күптән түгел Мәскәүҙә үткәрелгән “Рәсәйҙә ипотека кредитлауы” тип аталған XVI Бөтә Рәсәй конференцияһы ошо тәңгәлдәге күп һорауҙарға яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 144 тапҡыр // Тотош уҡырға
Былтыр Башҡортостан илдең автомобиль иң күп һатылған төбәктәре иҫәбенә инде: республикала 54,5 мең яңы машина һатып алғандар, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 24,8 процентҡа күберәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 161 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күптән түгел Баш­ҡортос­тандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Күп ҡатлы йорттарҙа торлаҡ өсөн түләү тәртибе” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Идарасы компанияларҙы сығымдарҙы маҡсатҡа ярашлы тотонмауҙа ғәйепләһәләр, улары коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең үтә түбән кимәлдә билдәләнеүенә зарлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 74 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй шәкәрен тиҙҙән донъяның бихисап төбәктәрендә тәмләй башлаясаҡтар. 2020 йылға тиклем Рәсәй Ҡытай, Япония, Алжир, Марокко, Филиппин менән килешеү төҙөүҙе планлаштыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 109 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йорттарын ҡуртымға биргән кешеләр араһында күбеһе эшҡыуар түгел. Улар ҡуртымдан алған аҡсаға өҫтәмә килем тип кенә ҡарай, шуға күрә үҙҙәренә мәшәҡәт өҫтәмәйем тип, һалым декларацияһын тултырмайҙар һәм һалым да түләмәйҙәр.Тик шуныһы мөһим — торлаҡты һәм башҡа биналарҙы ҡуртымға биргән осраҡта ошо шартты иҫтә тотоу фарыз: алынған килемдән физик шәхестәр һалым түләргә тейеш. Торлаҡ йортто йә бинаны ҡуртымға биреүҙән килем алған физик шәхестәр табыш алыуҙың икенсе йылына, 30 апрелдән дә һуңға ҡалмайынса, йәшәгән урыны буйынса һалым инспекцияһына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырып тапшырырға тейеш
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бай келәте, йәмле баҡсаһы — Етеш йәшәй тырыш ТуймазыТуймазы районына эш сәфәре барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура, етештереү, социаль, спорт объекттарында булды, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 120 тапҡыр // Тотош уҡырға
Инвестор, кил!Бөгөн төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен инвестицияларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, сөнки бөтә донъя ошо юл менән алға бара. Шуға ла Рәсәй Хөкүмәте төбәк етәкселәренең эшмәкәрлеген баһалағанда айырыуса ошо йүнәлештәге үҫешкә иғтибар бирә. Урындағы етәкселек алдында инвесторға уңайлы шарттар тыуҙырыу, үҫешкә ҡамасаулаған кәртәләр булдырмау кеүек бурыстар ҡуйыла. Әммә инвесторҙар йәлеп итеү, капитал һалыу ил һәм донъя сәйәсәте йоғонтоһонан да азат була алмай. Аҡса иҫәп ярата тигәндәй, һәр инвестор ҡайҙалыр, нимәгәлер сығымдарын йүнәлтер алдынан уның ҡасан һәм ниндәй күләмдә килем булып ҡайтарыласағын да иҫәпләп ҡуя. Шунһыҙ ҙа булмай, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кредит картаһы бармы?Бер үк уйлап ҡуймағыҙ, былар кредит картаһын тарата тип. Уны хәҙер теләгән һәр кемгә бирәләр. Ҡайһы саҡта көсләп тә тотторалар. Тәҡдим иткәстәр алабыҙ инде, файҙаһы тейеүе бар тип, уның кәрәкмәүенә ҡарамайынса кеҫәгә һалып ҡуябыҙ. Әммә “кәрәге тейер” тигән ниәт менән алған картаның зыяны тейер тип уйлап та бирмәйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 144 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шарттар үҙгәрерме?Халыҡта ихтыяж менән файҙаланған ташламалы автокредитлау программаһы төҙәтмәләр индереүҙе талап итә, тип иҫәпләй банкирҙар. Атап әйткәндә, кредиттың 2015 – 2017 йылдарҙа 36 айҙан да күберәк булмаған ваҡытҡа бирелеүенә ҡәнәғәт түгелдәр. Ваҡытҡа бәйле сикләүҙәр һөҙөмтәһендә бындай кредит программаһын үҙгәртеү мөмкин түгел. Дәүләт программаһына ярашлы финанслау шарттарын үҙгәртеү банктар өсөн зыянлы, ә бурыслылар өсөн – йырып сыҡҡыһыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 92 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүлегенә – бер миллионБылтыр “Рәсәй почтаһы” йыл һөҙөмтәләре буйынса хат корреспонденциялары баҙарында – 90, посылкалар баҙарында 62-нән 67 процентҡа тиклем тауарҙы ташыуға булышлыҡ иткән. Шул иҫәптән посылкаларҙы 23 процентҡа күберәк эшкәрткәндәр – 365 миллион берәмек. Был иһә тәүлегенә уртаса бер миллионға яҡын посылка почта хеҙмәткәрҙәре ҡулынан үткән тигәнде аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 67 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 173 Алға
Бит башына