Ил иҡтисады, яйлап ҡына булһа ла, 2008 йылғы финанс көрсөгө эҙемтәләренән арына. Быны Премьер-министр Владимир Путин да билдәләй. Шулай ҙа Европаны ялмап алған торғонлоҡ беҙгә лә йоғонто яһамай ҡалманы. Башҡаларға эйәреп, Fitch агентлығы ла Рәсәйҙең рейтингын бер баҫҡысҡа түбән төшөрҙө. Әммә, белгестәр фекеренсә, оҙайлы инвесторҙар бынан ҡурҡмаясаҡ.
Тағы ла төшөрҙөләр...
Fitch агентлығы Рәсәйҙең рейтингын “позитив”тан “тотороҡло”ға тиклем кәметте. Әммә, Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Сергей Сторчак фекеренсә, консерватив инвесторҙарҙы был ҡурҡытмаясаҡ, уларҙың беҙгә иғтибары көндән-көн артасаҡ ҡына.

Ком: 0 // Уҡынылар: 51 тапҡыр // Тотош уҡырға