Главная > Иҡтисад, Анонстар > Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр


10-08-2018, 00:48. Разместил: adminka
Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәрБайрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡулынан дәүләт наградалары алып һөйөндө.


Рөстәм Зәки улы төҙөлөш ветерандарын “хеҙмәт һәм ысын илһөйәрлек өлгөһө” тип атаны.
– Әлеге мәлдә 55 мең шәхси йорт төҙөлә. Тапшырылған торлаҡтың дөйөм майҙаны бер миллион квадрат метр тәшкил итә. Был күрһәткесте киләсәктә 3,5 миллион квадрат метрға еткерергә тигән маҡсат ҡуйылған. Былтыр туғыҙ мәктәп, 16 балалар баҡсаһы файҙала­ныуға тапшырылды. Барлыҡ төҙөлөш материалдары буйынса етештереү күләме арта ғына бара. Башҡортостан – төҙөлөш күләме буйынса Рәсәйҙең алдынғы ун төбәге иҫәбендә, – тине республика Башлығы, бүләкләнеү­селәрҙе сәләмләп.
Тармаҡтың хәл ителеп бөтмәгән ҙур мәсьәләһе – алданған өлөшсөләр темаһы ла телгә алынды. Был йүнәлештәге һорауҙар 2019 йылда хәл ителеп бөтәсәк, тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын беренселәрҙән булып Октябрьский ҡалаһындағы “Железобетон-Стронег” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсеһе Дамир Кәбиров алып ҡыуанды. Оҫта былтыр хаҡлы ялға сыҡҡан, шулай ҙа яратҡан эшен ҡалдырырға уйламай. “Күҙгә осҡон сәсрәгән мәлдәр йыш була. Дауаланабыҙ ҙа тағы эшкә тотонабыҙ. Берәй бинаны төҙөүҙә ҡатнашһам, күңел күтәрелеп китә, шуға эштең ауырлығы һиҙелмәй”, – ти Дамир Кәбир улы.
“Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөү­сеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Әлфиә Ғибәҙуллина менән Почет грамотаһын алған Динара Хәлитова “Каркас-панель йорт төҙөлөшөнөң йорт төҙөү комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә оҙаҡ йылдар бергә хеҙмәт итә. Уларҙың наҙлы ҡулдары таш йорттар өсөн ҡаҡшамаҫ ныҡлы материалдар яһарға һәләтле. Технолог Әлфиә Рәил ҡыҙы, һыҙмаларға ҡарап, ҡалыптар эш­ләй, ә инженер-лаборант Динара Ғәй­нелғилем ҡыҙы уларға ҡойоу өсөн иҙмә әҙерләй, төҙөлөш материалының сифатын тикшерә. “Беҙ кешеләргә йылы, матур йорттарҙа йәшәргә ярҙам итәбеҙ, тигән уй эшләргә дәрт бирә”, – ти ханымдар.


Вернуться назад