Сүп-сар сығарыу өсөн почтала түләргә мөмкин08.11.2018
Башҡортостан халҡы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн аҡсаны “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә түләй ала. Шулай уҡ почта хеҙмәткәрен мобиль-касса терминалы менән өйгә (эшкә) саҡыртырға була.

“ЭКО-Сити”ҙың 3-сө зонаһындағы төбәк операторы менән “Рәсәй почтаһы” араһында ошо өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөлдө. Эш графигы тығыҙ булған һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн был сервис бик уңайлы буласаҡ.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыуҙың яңы схемаһы буйынса эшләй башлай. Халыҡ һәм ойошмалар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, сығарыу, эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса хеҙмәткә түләү йәһәтенән төбәк операторҙары менән туранан-тура килешеү төҙөйәсәк. Иҫәп ҡағыҙын граждандар электр энергияһы өсөн түләү квитанциялары менән бергә, февраль башында аласаҡ. Уны ла башҡа коммуналь хеҙмәттәр хаҡын кеүек үк даими түләү шарт. Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына ҡануниәткә ярашлы ташламалар һәм субсидиялар бирелә.

“ЭКО-Сити” компанияһы республикала 3-сө зонаны хеҙмәтләндерәсәк. Майҙаны буйынса был — иң ҙур биләмә. Ул Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондарын үҙ эсенә ала.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика