Бурыстар кәмергә тейеш13.12.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһенең ултырышын үткәрҙе. Унда һүҙ идара итеүсе компанияларҙың ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар алдындағы бурыстарын кәметеү тураһында барҙы.

Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе компания вәкилдәре ҡатнашты.

– Бурыстарҙың иң ҙуры йылылыҡ энергияһы һәм ҡайнар һыу менән тәьмин итеүселәр өлөшөнә тура килә. Ағымдағы йылдың 1 октябренә ҡарата сумма 400 миллион һумға артҡан. Дөйөм бурыс — 3,624 миллиард һум, – тине Радий Фәрит улы.

Ғөмүмән, проблемалар күп һәм улар бер-береһенә бәйле. Республика етәксеһе уларҙы хәл итеү юлдарын табырға ҡушты.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика