Ағиҙел, Сибай, Межгорьеға ни етмәй?16.01.2019
Белеүебеҙсә, Ағиҙел, Сибай һәм Межгорье үткән йылдың февралендә моноҡалалар сафын тулыландырҙы. Яңы статус уларға төбәк бюджетынан өҫтәмә финанс ярҙамы алыу, шулай уҡ моноҡалаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән республика программаһына инеү мөмкинлеген бирҙе.

Бөгөн, 16 ғинуарҙа, тап ошо ғәмәлдәрҙең береһе үтәлде: Ағиҙел, Сибай һәм Межгорье республика моноҡалаларын комплекслы үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө төбәк программаһына индерелде. Был уларға төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырғанда дәүләт ярҙамына дәғүә итеү мөмкинлеген бирә.

Быйыл әлеге ҡалаларҙа урамдарҙы, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы, инженер селтәрҙәрен ремонтлау, яңыларына нигеҙ һалыу планлаштырыла. Межгорьела, мәҫәлән, бассейн, саңғы-роллер трассаһы төҙөлә башларға тейеш, Сибайҙа иһә концерт-театр залы яңыртыласаҡ, шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ремонт яһаласаҡ, ә Ағиҙелдә урындағы мәҙәниәт йортон реконструкциялау көтөлә.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика