Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы?14.02.2019
Рәсәй инвестиция форумында ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше башланғыстары һәм иң яҡшы өлгөләре буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бизнес-проба” проекты “Төбәктең иҡтисади ҡеүәте үҫешенә йүнәлтелгән шарттар булдырыу” номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виталий Мутко ҡулынан был награданы республика етәксеһе Радий Хәбиров алды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан был конкурста элекке йылдарҙа ла бер нисә тапҡыр еңеү яулағайны.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика