Тик ултырып аҡса эшләй...28.02.2019
Өфөләге “ЭКСПО” Күргәҙмәләр үҙәгендә барған Рәсәй сәнәғәт форумы бөгөн үҙ эшен тамамлай. Унда ҡатнашыусыларға бик күп техник яңылыҡтар күрһәтелде. Шуларҙың береһе – заманса туҡталыш.

Ул ҙур ҡалалар өсөн уңайлы һәм ыҡсым ғына түгел, ә материалы ла заманса – тутыҡмай торған алюмин буяуы менән ҡаплатыласаҡ. Туҡталыш автобустар хәрәкәте тураһында мәғлүмәт биреп тороусы табло менән йыһазландырылған, шулай уҡ ылыҡтырғыс реклама (скроллинг, видеотаҫма һ.б.) күрһәтә алыусы экраны ла буласаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика