Үҙебеҙҙекенә етәме!14.03.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән 29-сы “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһендә әйтеүенсә, беҙгә республикала етештерелгән ысын, сәләмәт, тәмле аҙыҡ-түлекте пропагандалау етмәй. Башҡортостан ауыл хужалығы кооперативтары һәм фермерҙар етештергән продукция экспозициялары төбәк етәксеһен таң ҡалдырҙы.

Радий Хәбиров “ВДНХ-Экспо” алдындағы майҙансыҡҡа ҡуйылған ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡарап сыҡты. Уға шулай уҡ Өфөлә етештерелә башлаған һауынсы роботтарҙы күрһәттеләр. Төбәк етәксеһе күргәҙмәлә Австрия һәм Чехия компаниялары вәкилдәре менән аралашты.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика