1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!14.03.2019
“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсына заявка ҡабул ителә башланы.

Унда иҡтисад тармағына ҡараған барлыҡ ойошмалар, хеҙмәтләндереү үҙәктәре, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары, халыҡ кәсебе менән шѳғѳлләнгәндәр ҡатнаша ала.

Былтыр Башҡортостандың 56 предприятиеһы конкурстың республика этабы еңеүсеһе тип билдәләнеп, дипломдар менән бүләкләнгән. Ил этабына сыҡҡандарҙың 81 тѳр продукцияһы һәм 42 күрһәткән хеҙмәте “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” еңеүселәре иҫәбенә ингән.

Сарала ҡатнашырға теләгәндәр конкурс шарттары менән Башҡортостандағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар дәүләт тѳбәк үҙәгенең www.bashtest.ru сайтында таныша ала.

Заявка һәм документтар 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика