Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәктәп һәм мәҙрәсә тарихы
“Нурмөхәмәт хәҙрәт, белеүемсә, элек айырым мәктәптәр һәм мәҙрәсәләр эшләгән. Уларҙың айырмаһы нимәлә булған?
Гөлсәсәк ХӘЙРУЛЛИНА.

Нуриман районы.”


Мәктәп һәм мәҙрәсә тарихыБашҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әлхәмдү лил-ләһ, Ислам динендә мәғрифәткә ифрат ҙур урын бирелә. "Ҡөрьән"дәге иң тәүге аят-кәримәнең "Һине юҡтан бар итеп яратҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы!" тип башланыуы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙисе аша ғилемгә әйҙәүе лә быға ныҡлы дәлил.
Элек уҡыу йорттары, ысынлап та, мәктәпкә һәм мәҙрәсәгә бүленгән. Тәүгеһендә фәҡәт яҙыу серҙәре өйрәнелгән. Китаптарҙы күсереү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр ошо мәктәптә белем алған. Унда йәнә каллиграфия ғилеме өйрәтелгән. Белеүегеҙсә, ғәрәп яҙмаһы ғәжәп үҙенсәлекле, ул урыҫса юҡҡа ғына "арабская вязь" тип аталмай: хәрефтәр бер-береһе менән ситән үргәндәге шикелле аралашып килә, рәсем хасил була кеүек. Ошо сәнғәтте өйрәнгән уҡыусы "хаттат" тип аталған. Бөгөн иһә был һөнәр әкренләп тергеҙелә башланы. Мәҫәлән, күптән түгел баш ҡалабыҙҙағы "Ихлас" мәсетендә Ирандан килгән хаттаттар дәрес бирҙе.
Каллиграфик яҙмалар мәсеттәрҙе, китаптарҙы биҙәй, матурлығы, серлелеге менән күңелде хушландыра. Ғөмүмән, бөйөк сәнғәт өлгөһө ул.
Мәҙрәсәлә иһә дәрес бирелгән. Октябрь революцияһына тиклем Башҡортостанда бындай бихисап уҡыу йорто иҫәпләнгән. Араларынан "Ғәлиә", "Ғосманиә", "Хөсәйениә", "Рәсүлиә" кеүек мәҙрәсәләрҙең исеме әле лә киң билдәле. Улар бөгөнгө юғары уҡыу йорттары дәрәжәһендә булған. Дәрес биреүселәрҙе остаз, мөғәллим, мөҙәрис, хәлфә тип атағандар. Ҡыҙҙарға иһә хәҙрәттең абыстайы ғилем биргән, уны остазбикә, түтәй, абыстай тип йөрөткәндәр.
Мәҙрәсәләр бер нисә төргә бүленгән. Берәүҙәрендә, мәҫәлән, "Ҡөрьән" хафиздары әҙерләнгән. Улар изге китапты тулыһынса ятлап алған. Бөгөн дә, иншаллаһ, ошондай уҡыу йорттары бар. Мәҫәлән, Төркиәлә көслө мәҙрәсә эшләй, Татарстанда ла асылды. Элек унда балаларҙы биш-алты йәштән башлап алғандар. Изге китапты ятлағандарҙы "Ҡөрьән"-хафиз" тип исемләгәндәр.
Мин бала ваҡытта ауылда һуҡыр олатайҙар бар ине. "Уларҙы ниңә "ҡарый" тип атайҙар икән?" — тип аптырай торғайным. Хикмәт шунда булған: һуҡыр ир баланы "Ҡөрьән" хафиздарын өйрәтеү мәҙрәсәһенә биргәндәр. Унда белем алған кеше халыҡ араһында "ҡарый" булып танылған, абруй ҡаҙанған.
Мин Бохарала уҡып ҡайтҡан осорҙа (уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында) Өфөлә ике-өс кенә ҡарый бар ине. Тағы ла шуны әйтеп уҙмаҡсымын: Шишмә районындағы Ҡара Яҡуп тигән ауылдың атамаһы миндә шик тыуҙыра. "Ҡарый Яҡуп" түгелме икән ул?
Бынан тыш, Фиҡ мәҙрәсәләре булған. Унда Ислам ҡанундары, фарыздары, сөннәттәре үҙләштерелгән. Шулай уҡ хәҙис ғилемен өйрәнеү мәҙрәсәләре эшләгән. Белеүегеҙсә, Пәйғәмбәребеҙҙең ошондай аҡылдары "Ҡөрьән Кәрим"дән ҡала икенсе урында тора. Әлеге уҡыу йорттарында уларҙың асылын өйрәнгәндәр.
Тәфсир мәҙрәсәләре булған, уларҙа "Ҡөрьән Кәрим"дең мәғәнәһенә төшөндөргәндәр. Ғөмүмән, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йәшәгән заманда Ислам ғилеме ифрат ныҡ алға киткән, төрлө баҫҡыстағы уҡыу йорттары артҡан.
XX быуат баштарындағы үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда иһә "мәҙрәсә" һүҙе, иҫкелекте сағылдыра тип, телмәрҙән төшөрөп ҡалдырылған. Асылына тап килмәһә лә, "мәктәп" төп ҡулланылышҡа ингән. Белем биреү юлын үҙгәрткәндәр, боҙғандар, уҡыу программаһына бигүк кәрәге булмаған фәндәр ҡуйылған. Өҫтәүенә уҡыусыларҙы сыбыҡ менән һуғыу, борсаҡҡа теҙләндереп ҡуйыу һәм башҡа ысулдар Ислам ғилемен үҫештән туҡтатҡан, балаларҙы унан биҙҙергән.
Дөйөм алғанда, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, илдең, милләттең алға барыуы ғилемгә, уны файҙаланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, рухландырырға тейеш. Кире осраҡта, ул — файҙаһыҙ. Әйтәйек, Муса ғәләйһис-сәләм йәшәгән ваҡытта Ҡарун исемле бик белемле һәм ифрат бай кеше булған. "Ҡөрьән"дә уның хикәйәләре лә бар. Ғилеме буйынса Муса пәйғәмбәрҙән ҡала икенсе урында торған Ҡарундың байлығы һаҡланған асҡысты бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Әммә бер мәл, зәҡәт аяты төшкәс, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡырҡа ҡаршылығын белдерә. Иртәнсәк уянһа, Аллаһ Тәғәләнең хикмәте менән уның барлыҡ байлығын ер йотҡан була...
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бөтөн педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе бар: "Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ! Баланы ҡыуандырығыҙ, дәртләндерегеҙ, рухландырығыҙ, күңелен һындырмағыҙ". Хоҙай Тәғәлә, иншаллаһ, һәммәбеҙгә лә файҙалы ғилем насип итһен, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 130

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 236

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 98

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 95

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 106

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 331

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 122

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 263

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 366

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары 29.01.2019 // Иман

Тыуған еремә ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Оҙаҡ ҡына яуым-төшөм булмағас, күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә...

Тотош уҡырға 165

“Башҡаларға ҡамасаулама”

“Башҡаларға ҡамасаулама” 25.01.2019 // Иман

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға дини китаптарға, диндарҙарҙың һүҙенә таянып яуап бирергә...

Тотош уҡырға 390

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә 25.01.2019 // Иман

Мосолман баҡыйлыҡтағыларҙың рухына аят уҡытып, хәйер биреп торорға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урындағы...

Тотош уҡырға 387