Йәш ғаиләгә өмөт бүләк итәйек!

6-06-2014, 06:00 // Иман // Баҫып сығарырға
Йәш ғаиләгә өмөт бүләк итәйек!
Бәлә көтмәгәндә килә шул: ике йыл элек Оксана менән Руслан Ямалетдиновтарҙың улы Эдик ҡаты сиргә тарыған.


Йәш ғаилә тап шул йылда Магнитогорск ҡалаһынан Өфөгә күсеп килгән. Ун бер йәшлек Эдикты тормошонда ҙур үҙгәрештәр, яңы мәктәп, дуҫтар, тәьҫораттар көткән дә бит... Ләкин табиптар ҡуйған ҡурҡыныс диагноз — лейкимия — малайҙың, ата-әсәнең барлыҡ яҡты хыялдарын аҫтын-өҫкә килтергән.
Республика балалар клиникаһында һигеҙ ай дауамында системалы рәүештә дауаланыу, химия терапияһы курстарын үтеү Эдиктың хәлен бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәртһә лә, мәкерле сир быйыл мартта икенсе яҡтан һөжүм яһаған: малайға, өҫтәп, нейролейкоз диагнозы ҡуйылған.
Ауырыуҙы еңеп сығыр өсөн аҡса етмәүе, донор кәрәк булыуы хәлде ҡырҡа ҡатмарлаштырған. Ата-әсәнең әйтеүенсә, тикшереү өсөн анализдарҙы Германияға ебәреү мөмкинлеге бар, әммә буласаҡ барлыҡ сығымды үҙ көстәре менән генә ҡаплай алмауҙары көн кеүек асыҡ.
Малайға йәшәр өсөн өмөт бүләк итһәксе, дауаланыуға ярҙам ҡулын һуҙһаҡсы, хөрмәтле туғандар! Изгелек, иншаллаһ, ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Оксана Ямалетдинованың Һаҡлыҡ банкынан бирелгән электрон картаһының номеры — 4276872026625088.