Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Егеттең көсө етһә
– Өфөлә эшләп йөрөйөм, ошо көндәрҙә өйләнергә йыйынам. Никахты баш ҡалала ла, ауылда ла үткәрергә ине: тәүгеһенең иман йорттарында танытма бирәләр, ә тыуған ерҙә туғандарҙы саҡырыу мөмкинлеге бар. Шулай эшләргә яраймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?


Рөстәм ЙӘРМӨХӘМӘТОВ.

Шишмә районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Рөстәм ҡәрҙәш­тең һорауына ал­дан уҡ яуап биреп китәйем. Никах­ты улай ҡабат­лап үт­кәреүҙең зарары юҡ. Тик егеткә ауыр булып китмәһә ярай ҙа: әйтәйек, мәһәрҙе ике ерҙә лә тү­ләргә кәрәк була­саҡ бит. Йоланы ҡалала ла, ауыл­да ла тулыһынса үтәү зарур. Өҫтән-мөҫтән, күргәҙмә өсөн генә уҙғарыуҙың бәрәкәте булмаҫ. Ике ерҙә лә ата-әсә, шаһиттар мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә ике енес вәкиле араһына һөйөү һалған. Был мөхәббәт әҙәм балаларына ғына түгел, ә барлыҡ тереклеккә хас. Яҙ көньяҡтан әйләнеп ҡайтҡан ҡоштарҙы күҙ алдына килтерәйек: бала сығарыу, уны үҫтереү өсөн нисәмә саҡрым ер үтә был йән эйәләре! Һөйөү хисе, тормошто дауам итеү ниәте йөрөтә уларҙы.
Әҙәм балаларына иһә Раббыбыҙ никах ҡанунын ҡуйған. Исламда был төшөнсә ҙур урынды алып тора. “Никах – сөннәтем, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Унһыҙ йәшәгәндәр минең юлдан ситкә киткән була”.
Ғөмүмән, никах мәңгелеккә уҡыла. Уның алдынан, ата-әсә үҙ-ара осрашып, та­ны­шырға, кәңәшләшергә тейеш.
Никах уҡылғас, иң тәүҙә ҡыҙҙан: “Аллаһ Тәғәләнең “Ҡөрьән Кәрим”дәге бойороғо буйынса, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтенә яраш­лы кейәүгә риза булып барҙыңмы?” – тип һорала. Һөйләмдәге ҡылым ошолай үткән заман формаһында булырға тейеш, ғәрәп телендә лә шулай. Ҡыҙ иһә: “Риза булып барҙым”, – тип яуаплай. Унан егеткә мө­рәжәғәт ителә. Йәштәрҙең риза булып ҡа­уышыуы мөһим, мәжбүр итеп өйләндереү Ислам ҡанунына тап килмәй.
Никахта мәһәр (егет тарафынан ҡыҙға бүләк) һалына. “Тимер йөҙөк булһа ла би­регеҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, мәһәр мотлаҡ булырға тейеш. Ул ҡатындың тотонолмай торған мөлкәте булып һанала, туйҙы уҙғарыу өсөн дә файҙаланылырға тейеш түгел.
Элек ҡыҙҙы үҫтергән өсөн ата-әсәгә ҡалым да бирелгән. Ул күпселек осраҡта маллата түләнгән. Атайым мәрхүмдең һөйләүенсә, ҡыҙҙың атаһына – төлкө, әсә­һенә баса тун да бүләк иткәндәр.
Ғөмүмән, элек кәләш алыу бик ҡатмарлы булған. Ғәрәп илдәрендә әле лә шулай. Беҙҙә иһә хәҙер өйләнеү еңелгә әйләнде. Шуға күрәлер ҙә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡатын-ҡыҙға иғтибар ҙа аҙайып китте, ғаи­ләләрҙең тарҡалыуы ғәҙәти күренеш кеүек. Бар нәмә арзанға әйләнә бара һымаҡ.
Ғаилә – дәүләттең ышаныслы терәге. Ул ныҡлы итеп ҡоролһон, нигеҙе ҡотло булһын, иншаллаһ. Бер-беребеҙҙе аңлап, күтәреп, иғтибар-ихтирамда, ҡәҙер-хөр­мәт­тә йәшәргә, ошо күркәм сифаттарҙы ба­лаларыбыҙ күңеленә һалырға яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 186

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 657

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 239

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 227

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 320

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 178

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 175

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 171

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 411

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 185

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 323

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 440