Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡөрьәндә телгә алынғас...
Заман медицинаһы иҫбат итеүенсә, Ҡөрьәндә иҫкә алынған барлыҡ йәшелсә һәм емеш, ысынлап та, кеше организмына ыңғай тәьҫир итә, күп сирҙәрҙе дауалай. Уларҙың үҫеп сығыуы, өлгөрөүе үҙе үк әҙәм балаһын тәрән уйҙарға һала. Ябай тупраҡтан ниҙер баш ҡалҡыта, аҙаҡ емеш бирә, етмәһә, һәр ҡайһыһының үҙенсәлекле еҫе, тәме бар... Үҫентеләр ерҙән кеше өсөн иң кәрәкле минералдарҙы ала. Аллаһ Тәғәлә үлән-сәскәнең, емеш-еләктең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан. Кешегә ошо матурлыҡты күрә, дөрөҫ файҙалана, һаҡлай белергә генә кәрәк.
Ҡөрьәндә телгә алынған файҙалы емештәрҙең бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ.


Банан – ожмах емеше

Ҡөрьәндә телгә алынған емеш­тәр араһында банан да бар. Ожмахтың матурлығы һүрәтләнгән аяттарҙа шундай һүҙҙәр әйтелгән: “Банан пальмалары ботаҡтары рәткә теҙелгән һутлы емештәрҙән бөгөлә...” (“Әл-Вәкиә” сүрәһенән).
Мәғлүм булыуынса, банан туҡ­лыҡлы булыуы менән билдәле, уның 75 процентын һыу, ҡалған өлөшөн аҡһым, май, калий, углеводтар тәшкил итә. Был емеш – күп ауырыуҙан дауа, айырыуса тән температураһы күтәрелгәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда ярҙам итә. Банан шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөү, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла.
Емештә В6 витамины күп. Мәғ­лүм булыуынса, организмға ул етмәһә, кеше тиҙ арый, ҡыҙып китә, йоҡлай алмай интегә, ҡан баҫымы түбән була. Шул уҡ ваҡытта бө­йөрҙә таш барлыҡҡа килеүе, тиренең насарланыуы ихтимал.

“Һутлы йөҙөмдө ҡыуанып ашарһығыҙ”
“... Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашар­һығыҙ” (“Әл-Мөьминун” сүрәһенән).
Йөҙөм витаминға, минераль мат­дәләргә бай иң ҡиммәтле емештәр­ҙең береһе һанала. Уның 20 – 25 проценты глюкозанан тора, шун­лыҡ­тан виноград ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнеше кисергән кеше­ләр өсөн айырыуса файҙалы. Йө­ҙөм­дә шулай уҡ тимер күп. Тик­ше­реүҙәр күрһәтеүенсә, виноград составындағы ҡайһы бер химик бәйләнештәр яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.

Инжир яңы көс өҫтәр

“Инжир һәм зәйтүн ағасы менән ант итәм” (“Әт-Тин” сүрәһенән).
Инжир фосфор, кальций, тимер, калий, магнийға, шулай уҡ А, В1, В2,В3, В6, С витаминдарына бай. Ошо арҡала емеш физик һәм аҡыл эшенә күп көс һалған кешегә тиҙ арала яңы ҡеүәт өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта инжир мускулдарға һәм нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай. Ул минералдарға ифрат бай. Был емеште даими ҡулланған кеше бер ваҡытта ла йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуына зарланмаҫ.

Финиктың өҫтөнлөгө ниҙә?

“Ерҙә бер-береһенә тоташып ятҡан, бер үк һыу менән һуға­рылған виноград яландары, баҫыу-ҙар, пальма урмандары бар. Улар араһынан бер емешкә айырым үҙенсәлек, тәм бирҙек” (“Әр-Раад” сүрәһенән).
Был сүрәлә финик хаҡында әйтелгән. Уның яртыһын глюкоза тәшкил итә. Финик организмда бик тиҙ үҙләштерелә, көсөргәнеште бөтөрә. Аллаһ емеше мейе эшмә­кәрлеге өсөн айырыуса файҙалы, сөнки ул аҡһымға, А, В1, В2 витаминдарына бай. Ошо өҫтөнлөгө арҡаһында финик иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәк­тәрен яңырта.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 136

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 242

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 99

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 98

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 108

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 331

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 125

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 266

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 366

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары 29.01.2019 // Иман

Тыуған еремә ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Оҙаҡ ҡына яуым-төшөм булмағас, күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә...

Тотош уҡырға 171

“Башҡаларға ҡамасаулама”

“Башҡаларға ҡамасаулама” 25.01.2019 // Иман

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға дини китаптарға, диндарҙарҙың һүҙенә таянып яуап бирергә...

Тотош уҡырға 394

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә 25.01.2019 // Иман

Мосолман баҡыйлыҡтағыларҙың рухына аят уҡытып, хәйер биреп торорға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урындағы...

Тотош уҡырға 389