Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелек өләшеүсе аҡһаҡалыбыҙ
Изгелек өләшеүсе аҡһаҡалыбыҙ Белорет районының Асы ауылында тыуып үҫкән Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов ошо көндәрҙә 85 йәшлек күркәм байрамын билдәләй.

Яҡташтары, тотош республика мосолмандары араһында абруйы ҙур уның. “Хәмзә” хәйриә фонды етәксеһе булараҡ башҡарған изге эштәре һанап бөткөһөҙ. Сирлеләргә, хаж ҡылғандарға, янғындан, ташҡындан зыян күр­гәндәргә, юл-транспорт фажиғәһенә, башҡа бәлә-ҡазаға тарығандарға һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Бер нисә йыл рәттән Белорет районының Ғәбдөк, Берештамаҡ, Йөйәк ауылдарында ҡорбан салдырҙы, был ғәмәлде Өфөләге “Хәмзә” мәсете ҡаршыһында ла даи­ми атҡара. Киләсәктә баш ҡалала ҡорбан салыу өсөн махсус урын һатып алып, изге эште киңерәк йәйелдермәксе.
Хәмзә хажиҙың ярҙамы менән төҙөлгән Өфөләге ғибә­ҙәт­хана, Белорет, Ҡыйғы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Дүртөйлө, Асҡын, Балтас, Мишкә, Нуриман, Ишембай, Ҡариҙел, Благовещен райондарындағы иман йорттары үҙенә алыҫтан уҡ иғтибар йәлеп итеп, саҡырып тора. Дөйөм алғанда, абруйлы дин әһеле утыҙҙан ашыу мәсет, баш ҡалалағыһы янында мәҙрәсә, никах йорто һалдырыуға өлгәште. Уларҙың ишеге һәр саҡ асыҡ, кеше өҙөлмәй. “Хәмзә” мәсетенең янында рәт-рәт булып урынлашҡан магазиндарҙа хәләл ризыҡ, йәшелсә-емеш һатылыуы ла халыҡтың күңелен был изге ергә тартып торалыр.
Тиҙҙән әлеге ғибәҙәтхана эргәһендә хөр­мәт­ле хәҙрәттең башланғысы һәм ярҙамы менән мәйетте йыуыу, кәфенләү, йыназа уҡыу өсөн махсус бина асыласаҡ. Мәрхүм­дәрҙе ерләү йәһәтенән транспорт хеҙмәте күрһәтеү ҙә күҙаллана. Әле Хәмзә хажи шулай уҡ Белорет районының Ғәбдөк, Сермән, Архангел­дең Убалар ауылдарында иман йорттары төҙөүгә ярҙам итә. Яҡын киләсәктә тыуған төбәге Берештамаҡ халҡын да мәсетле итеү ниәте менән йәшәй. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә шул уҡ ауылда һәм Асыла хәйриә концерты ойошторасаҡ, унда республикабыҙҙағы сәхнә йондоҙҙарының ҡатнашыуы көтөлә.
Халҡының, теленең киләсәге өсөн янып йәшәгән Хәмзә хәҙрәт милли матбуғатты таратыуға ла тос өлөш индерә. “Башҡортостан” гәзитенең дә тоғро дуҫы, бағыусыһы ул. Ошондай хәстәрлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Хөрмәтле һәм ғиззәтле Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмовты ғүмеренең күркәм байрамы уңайынан ихлас тәбрикләп, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа тик уңыштар насип булһын, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!

“Башҡортостан”дар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 130

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 236

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 98

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 95

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 106

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 331

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 122

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 263

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 366

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары 29.01.2019 // Иман

Тыуған еремә ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Оҙаҡ ҡына яуым-төшөм булмағас, күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә...

Тотош уҡырға 165

“Башҡаларға ҡамасаулама”

“Башҡаларға ҡамасаулама” 25.01.2019 // Иман

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға дини китаптарға, диндарҙарҙың һүҙенә таянып яуап бирергә...

Тотош уҡырға 390

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә 25.01.2019 // Иман

Мосолман баҡыйлыҡтағыларҙың рухына аят уҡытып, хәйер биреп торорға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урындағы...

Тотош уҡырға 387