Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Маҡтама, күңелен үҫтер
– Яңы эшкә күскәс, ирем гел генә маҡтала башлағайны. “Былай булғас, яңы үргә күтәрелер”, – тип ышандым. Ләкин юрағаным юш килмәне: иремде, киреһенсә, бер баҫҡысҡа төшөрөп ҡуйҙылар. Маҡтау килешмәнеме икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Әлиә.
Дүртөйлө районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын бөтөн йән эйәләренә ҡарағанда иң юғарыһы итеп яралтҡан. Уға ғилем өйрәнеү өсөн аң-зиһен, тел биргән, күңеленә бихисап хис-тойғо һалған. Бүтән­дәргә ҡарата ихтирамлы, рәхмәтле, мөхәб­бәтле булыу, ереңә, илеңә, ғаиләңә һөйөү – ошо һәм башҡа күркәм мөнәсәбәттәр әҙәм балаларын бер-береһенә яҡынайта, тормошобоҙҙо күркәм, нурлы итә.
Йәйғорҙоң ете төҫө булған кеүек, кешеләр ҙә бер төрлө генә түгел. Арабыҙҙа ниндәйҙәр генә юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар, баҫалҡылар, хислеләр... Тормошта иһә холоҡ-фиғелдең өлөшө ифрат ҙур.
Бәғзе әҙәм балалары маҡталыуҙы ныҡ ярата. Ундайҙар үҙенә ҡағылышлы йылы һүҙ ишетеү менән “иреп” китә, бығаса көсө етмәгән эштәрҙе лә башҡарып ҡуя. Һөҙөмтәлә, ошоноң менән файҙаланып, был кешене урынһыҙға маҡтау осрағы ла йышая. Халыҡ әйтмешләй, йүкә шына ҡағыуға юл асыла. Ошо урында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Әгәр һеҙҙе кемдер маҡтай икән, уның йөҙөнә тупраҡ һибегеҙ” тигән һүҙҙәрен әйтеп китеү зарур. Ысынлап та, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, башҡаның күңелен бушҡа осондороу, ялғанлыҡ – ифрат ҙур гонаһ. Юҡҡа маҡтап, кешенең тормошон боҙоу ул.
Әлбиттә, һис шикһеҙ, әҙәм балаһының күңелен күтәреп тороу мөһим. Ләкин был эш тейешле кимәлдә, үҙ миҡдарында, урынлы башҡарылырға тейеш. Айырыуса ҙур коллективтарҙа иғтибарлы булыу зарур. Юғиһә кемдер йыш маҡтала башланы икән, бәғзеләр тарафынан әлеге хеҙмәткәргә ҡарата кире ҡараш тыуыуы ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотоп, һаҡ булыу, сама белеү кәрәк. “Кешегә ғилем бирегеҙ, уны рухландырығыҙ, дәртләндерегеҙ, күңелен ҡайтармағыҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әгәр ҙә ки шулай икән, әҙәм балаһының күңеле үҫер. Сама белеп, хикмәт менән әйтелгән күркәм һүҙ уны үҫтерер, яңы үрҙәргә күтәрер.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын был донъяға һынау өсөн яралтҡан. Шуның өсөн дә һәр кемдең тормош, хеҙмәт баҫҡыстарынан юғарыға күтәрелеүе лә, ҡайһы саҡта төшөп китеүе лә ихтимал. Тәбиғәт тә бер төрлө генә түгел бит: бөгөн болотлап торһа, иртәгә ҡояш йылмайып килеп сығыр, ҡар ҡатыш ямғыры ла, бураны ла көттөрмәҫ. Тормошобоҙ ҙа шулай үҙгәреүсән. Был, бәлки, Аллаһ Тәғәләнең бер хикмәтелер. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә ки әҙәм балаһы һис ниндәй ауырлыҡһыҙ гел генә юғары күтәрелеп килһә, уға ҡапыл түбән төшөүҙе кисереү бик ауыр буласаҡ. Тимәк, тормошобоҙҙағы һәр һынауҙы лайыҡлы үтергә өйрәнергә, ниндәй генә хәлгә осраһаҡ та, үҙебеҙ булып ҡалырға, артабан да үҫешкә ынтылырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә ки кемдер эштә вазифа буйынса түбәнерәк төштө икән, ул быны тормош талабы, имтихан тип ҡабул итһен. Хаталар булған икән, уларҙы төҙәтеү, башҡаса ҡабатламау зарур.
Ниндәй генә вазифа үтәһәк тә, маҡтау көтмә­йенсә, эшебеҙҙе лайыҡлы башҡарайыҡ, илебеҙгә, милләтебеҙгә, телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, иҡтисадыбыҙға, башҡа ҡиммәттәребеҙгә тоғро хеҙмәт итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ниндәйҙер юғарылыҡҡа күтәрелдек икән, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп торорға онотмайыҡ. Ғәмәлдәребеҙ ихлас булһын. Шулай икән, иншаллаһ, тормошобоҙ алға барыр, шашып маҡтауһыҙ ҙа нурға күмелер. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 186

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 657

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 239

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 227

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 320

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 178

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 175

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 171

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 411

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 185

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 323

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 440