Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тормошта һәр берегеҙ – көтөүсе”
– Ауылдарҙа көтөүсе табыу йылдан-йыл ҙур проблемаға әйләнә бара. Бының сәбәбе ниҙә икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Исламда көтөүсегә ниндәй ҡараш?

Р. СӘХИЙӘРОВА.


Белорет районы.

Башҡорт­остан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмил­ләһир-рахмәнир-рахим!
Һорау бала са­ғым­ды иҫкә тө­шөрттө. Беҙҙең атай көтөү көтә торғайны. Мин биш-алты йәштән уға эйәреп йөрөй башланым. Таң менән тороп, ысыҡ кисеп малды яланға ҡыуалап китәбеҙ. Иртәнге саф һауа, ҡуйы томан, хуш еҫле үлән еҫе, ҡоштар моңо, сылтыр шишмә сыңы, атайҙың сыбыртҡы тауышы... Ғүмеремдәге ошондай илаһи мәлде һәр саҡ һағышланып иҫкә алам. Минең генә түгел, башҡа күптәрҙең күңелендә көтөүгә бәйле шундай уҡ йылы хәтирәләр һаҡланалыр.
Был хеҙмәт ябай түгел, мәғәнәһе ифрат киң. “Тормошта һәр берегеҙ – көтөүсе һәм үҙ көтөүе өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәм­бәребеҙ башлыҡтың – халҡын, ир-аттың – ғаиләһен, ҡатын-ҡыҙҙың йорт усағын һаҡларға тейешлеген белдергән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, “көтөүсе” һүҙе етәксе, юл күрһәтеүсе, ҡурсалаусы, яҡлаусы мәғәнәләренә эйә.
Тарихҡа күҙ һалғанда, пәйғәмбәрҙәрҙең күбеһе көтөүсе булған. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм. Уның ошо хеҙмәтенә бәйле хикәйәт тә бар. Муса ғәләйһис-сәләмдең көтөүендә 15 меңләгән һарыҡ, ти. Кис малын һанаһа, бер бәрәс тулмай икән. Төн буйы шуны эҙләп сәхрә ҡыҙырған пәйғәмбәр һәм тапҡан. “Бер бәрәс артынан ниңә ул ҡәҙәр йөрөмәк кәрәк?!” – тип аптыраған башҡалар. Уларға яуап итеп, Муса ғәләйһис-сәләм: “Көтөүҙә һәр йән эйәһе ҡәҙерле, барыһының айырым урыны бар. Аҙашҡан мал ҡыйын хәлдә ҡалмаһын, ауырлыҡ кисермәһен тип, уны эҙләп таптым”, – тигән. Шуның шикелле йәмғиәттәге етәкселәр ҙә халыҡ араһында булырға, һәр кеше өсөн яуаплылыҡ тойорға, уларҙы аңларға, эйәртә, ҡыуа белергә тейеш.
Малдың барыһы бер төрлө кеүек күренһә лә, төрлө улар. Береһе түҙемһеҙләнеп алға китә, икенсеһе артта ҡала, ашарға ярата, өсөнсөһө ауырый, дүртенсеһе һәлкәү... Барыһы өсөн дә яуаплы көтөүсе алға киткәнен ҡайырып туҡтата, артта ҡалғанын ҡыуа, ауырыуын дауалай, һәлкәүенә сыбыртҡы шартлатып ала. Ғөмүмән, ябай кеше түгел ул көтөүсе. Аллаһ Тәғәлә уға айырым һәләт биргән.
Эйе, хәҙер ауылдарҙа көтөүсе табыу ауырлаша бара. Быны йәштәрҙең еңеллек эҙләүе, аҡсаны рәхәт юл аша табырға тырышыуы менән аңла­тырға кәрәктер. Һөҙөмтәлә, тәғәйен көтөүсе булмағас, эште сиратлап башҡарырға тура килә. Бер-ике көн эсендә был кеше малдарҙы айырып таный аламы, холоҡтарын өйрәнәме, ҡайҙа алып барырға кәрәклеген беләме? Башлыҡты аҙ ғына ваҡытҡа һайлап ҡуйыу, даими алмаштырып тороуға тиң бит был. “Әгәр ҙә ки бер ҡәүемдең етәксеһе ҡарға булһа, ул ҡәүемде үләкһәгә алып барыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Башлыҡ үҙ эшен белергә, аҡыллы, ғилемле, тәрбиәле, хәстәрлекле булырға, донъяға ҡарашының киңлеге менән һоҡлан­дырырға тейеш. Был сифаттар көтөүсе өсөн дә хас. Бәлки, шуға ла күптәр был эштән ҡурҡалыр.
Көтөү бар икән, ауыл киләсәкле тигән һүҙ. Аллаһ Тәғәлә малды беҙгә файҙа өсөн биргән, тимәк, уны яҡшы тәрбиәләргә, рәхимле, шәфҡәтле булырға тейешбеҙ. Раббыбыҙ йәштәребеҙгә күп итеп мал тоторға, хеҙмәтте яратырға насип ҡылһын, иншаллаһ. Шул саҡта тормошобоҙ бәрәкәтле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ир баһаһы – хеҙмәттә

Ир баһаһы – хеҙмәттә 21.09.2018 // Иман

Ихтирам-хөрмәттең нигеҙе ниҙә? “Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр”. Ошондай...

Тотош уҡырға 54

Тик изгелек көт

Тик изгелек көт 14.09.2018 // Иман

“Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты...

Тотош уҡырға 72

Иртәнге намаҙ бәрәкәте

Иртәнге намаҙ бәрәкәте 07.09.2018 // Иман

Күптәр иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу физик һәм рухи ныҡлыҡ талап...

Тотош уҡырға 72

Үҙ һүҙеңде әйт

Үҙ һүҙеңде әйт 07.09.2018 // Иман

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Башҡортостан дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу...

Тотош уҡырға 55

Ҡөрьәндә зекер ителгәс...

Ҡөрьәндә зекер ителгәс... 07.09.2018 // Иман

“Инжир һәм зәйтүн ағастары, мөбәрәк Тур һәм Сина тауҙары, именлек ҡалаһы булған Мәккә менән ант...

Тотош уҡырға 64

Һыу ҡөҙрәте

Һыу ҡөҙрәте 07.09.2018 // Иман

Һыу – Аллаһ Тәғәләнән бирелгән оло ниғмәт. Уның тәбиғәткә лә, кеше һаулығы өсөн дә әһәмиәте баһалап...

Тотош уҡырға 75

Яңы йылға – “Фатиха” менән

Яңы йылға – “Фатиха” менән 07.09.2018 // Иман

Һәргәй ауылы мәсете халыҡты нығыраҡ яҡынайтты 1440 һижри йыл алдынан Һәргәй ауылында күптән...

Тотош уҡырға 59

Берҙәмлектә – бәрәкәт

Берҙәмлектә – бәрәкәт 31.08.2018 // Иман

Түбәнге Әрмет халҡының татыулыҡ нигеҙе ниҙә? ...Һуңғы ҡалайҙы беркетергә генә ҡалған. Ришат...

Тотош уҡырға 130

Боронғо мәсеткә – яңы һулыш

Боронғо мәсеткә – яңы һулыш 24.08.2018 // Иман

Изге Ҡорбан ғәйете Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына икеләтә шатлыҡ килтерҙе: унда республикалағы иң...

Тотош уҡырға 84

Изге уйҙа йәшәү емеше

Изге уйҙа йәшәү емеше 24.08.2018 // Иман

Изге Ҡорбан ғәйетендә өммәтебеҙҙең ҡеүәт йыя, милләттәр араһындағы татыулыҡтың нығына барғанына...

Тотош уҡырға 75

Изгелектең емеше мул

Изгелектең емеше мул 21.08.2018 // Иман

Етемдәр, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү – Исламда төп ғәмәлдәрҙең береһе. “Аллаһ юлында ярҙам...

Тотош уҡырға 104

Ғәйет Ҡорбан

Ғәйет Ҡорбан 21.08.2018 // Иман

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн; Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн....

Тотош уҡырға 112