Эшләгәндең ҡулында – бәрәкәт

29-07-2016, 01:06 // Иман // Баҫып сығарырға
Эшләгәндең ҡулында – бәрәкәт Мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын эш менән үткәрергә тейеш. Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған ерҙә йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлек тыуҙырылған икән, әҙәм балаһына тырышып донъя көтөү фарыз. “Эшләгеҙ, ғәмәл ҡылығыҙ, тырышығыҙ”, – тиелгән был йәһәттән Ҡөрьәндең “Тәүбә” сүрәһендә.


Бында “ғәмәл” һүҙе дөйөм хеҙмәтте, йәғни тормош көтөүҙе, ғаилә ҡороуҙы, йорт төҙөүҙе, тәбиғәтте һаҡлауҙы һәм башҡа барыһын да үҙ эсенә ала. Эшләйһең икән, бәрәкәт килер.
Хеҙмәттең кеше өсөн ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйәлеге хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә, Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләмдең хәҙистәрендә ифрат күп әйтелгән. “Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бән­дәһен һөйә”, – тигән Пәйғәм­бәре­беҙ. Ул үҙе бөтөн ғүмерен хеҙмәткә бағышлап, башҡа­ларға ҙур өлгө күрһәткән. Бер саҡ, барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, бүтәндәрҙән: “Был әҙәм балаһы көнө-төнө ғибәҙәттә, уны кем ашата икән һуң?” – тип һораған. “Уның кәсеп менән шөғөл­ләнгән туғаны бар, шул ризыҡландыра”, – тип яуап­ла­ған­дар. “Был кешегә ҡара­ғанда туғанының тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһаған Пәйғәм­бәребеҙ. Ғөмүмән, Ислам дине тик ғибәҙәт ҡылып ултырыуға ҡарағанда намаҙ уҡып та, кәсеп итеп тә йәшәүҙе хуп күрә.
Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм хеҙмәттең юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Ул намаҙ ҙа уҡыған, сауҙа менән дә уңышлы шөғөлләнгән, ғаилә­һен дә яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡланыр”, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була.
Ғөмүмән, барлыҡ пәйғәм­бәрҙәр ҙә хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Муса ғәләйһис-сәләм мал көткән. Ҡайһы берәүҙәр, әйтәйек, Сөләй­мән, Дауыт пәй­ғәмбәрҙәр батша ла булған. Аллаһ Тәғәләнең ҡанун-ҡағиҙә­ләрен еткереү менән бергә илгә етәкселек итеү өсөн күпме ғилем, зиһен кәрәк!
Ата-бабабыҙ Ислам күрһәткән юл буйынса ғүмер буйы үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, ҡул, ағас эштәре, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, баҡсасылыҡ менән шөғөл­ләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған.
Һөнәр өйрәнеп үҫеүҙең әһәмиәте бөгөнгө заманда айырыуса ҙур. Ҡулы эш белгән кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Ошоно күҙ уңында тотоп, балаларҙы киләсәккә әҙерләп үҫтереү зарур. Йәш быуын төплө белем алыу менән бергә төрлө һөнәр үҙләштерергә, ат егергә лә, ер һөрөргә лә белергә тейеш.
Боронғоларҙан ҡалған бер аҡылды иҫкә төшөрәйек. Батша улын ғилемгә, һөнәр­гә өйрәтеү өсөн остазға бирә. Күпмелер ваҡыттан егеттән имтихан алырға үҙе килә. “Улығыҙ барыһына ла өйрәнде!” – тип ҡаршы ала уны уҡы­тыусы. Тәүге һынау мәлендә кәмәгә ултырып китәләр. Диңгеҙгә ингәс, батша ярандарына улын һыуға таш­ларға бойора. Егет бата башлай. Ярандар уны ҡот­ҡарып ҡала. “Ниңә йөҙөргә өйрәтмәнең? – тип дәғүә белдергән батша уҡытыу­сыға. – Кеше башҡа ғилем­де, үҙе белмәгән осраҡта, икенсе берәүҙән өйрәнә ала. Ә йөҙә белмәй икән, уны кем ҡотҡарыр?”
“Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотто­рорға кәрәк” тигән һүҙҙәр ҙә хеҙмәттең тәрби­әүи әһә­миәте, үҙең табып ашаған­дың ҡәҙерле булыуы ха­ҡында һөйләй. Шәхестә­ребеҙ ҙә һөнәр белеүҙе, эшһөйәрлекте юғары баҫ­ҡыс­ҡа ҡуя. Мәҫәлән, бөйөк мәғрифәт­себеҙ Мифтахетдин Аҡ­мулла бер шиғы­рында һәр нәмәне Хоҙайҙан көтөп ятыуҙы хурлыҡ тип атай, тоғро юлды эҙләп алға йүгерергә әйҙәй.