Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хөтбә һөйләү – һынау тотоу
– Беҙҙең мәсеттең имам-хатибы хөтбәләрҙә гел нисек йәшәү кәрәклеге, әҙәм балаһының ерҙәге төп бурыстары тураһында һөйләй. Ә бөгөнгө тормоштағы кире күренештәр – эскелек, наркомания, диндәге төрлө ағымдар һ.б. – хаҡында өндәшмәй. Был дөрөҫ түгел бит, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
И. ӘМИНЕВ.
Көйөргәҙе районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына баҫҡан, йома намаҙҙарына йөрөгән ҡәрҙәштәребеҙ йылдан-йыл арта. Аҙна һайын бер урында һәм теүәл ваҡытта күмәкләп йыйылған төрлө быуын вәкил­дәрен, социаль хәле буйынса ла айырылып торған кешеләрҙе башҡа ҡайҙа күрерһең? Ғибәҙәтханаларҙа ғына туплана бындай майҙан. Һәр кем аҙна һайын имамдан яңы һәм файҙалы мәғлүмәт ишетергә теләп килә. Тимәк, сығыш яһаусы хөтбә һөйләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш. Халыҡты нимә ҡыҙыҡһындыра? Ниҙәр борсой? Мәсеттән күңелендәге һорауҙарына яуап табып сығырмы улар? Һөйләгәнеңде ҡабул итерҙәрме? Ышаныстарын аҡлай алырһыңмы? Үҙенә ошондай бихисап һорау бирергә бурыслы имам. Халыҡ өсөн Аллаһ алдында яуаплылыҡ тота ул. Шуға ла һәр һүҙҙе уйлап әйтергә, күңелдәрҙе үҫтерергә тейеш. Ғөмүмән, йома намаҙы мәлендә һөйләнелгән хөтбә – кешеләрҙе Ислам ғилеменә өйрәтеү йәһәтенән төп сараларҙың береһе.
Имам хөтбәгә әҙерлек менән килә икән, һөйләгәндәре ҡәрҙәштәребеҙҙең күңеленә ныҡлы тәьҫир итеп, тәрән уйылып ҡаласаҡ. Бурысын еңел-елпе атҡарғандың сығышы иһә тотош мәхәлләнең рухи-әхлаҡи торошона кире йоғонто яһауы ихтимал. Һүҙ юҡ, хөтбәгә әҙерләнеү еңел эш түгел. Был ғәмәлде атҡарғанда имамдар, айырыуса йәштәр, төрлө ауырлыҡ менән осраша. Улар тарафынан ниндәй хаталар ебәрелә һуң? Беренсенән, мәғлүмәтте иҫке китаптарҙан, гәзиттәрҙән алыу. Һөй­лә­гәндәрең бит хәҙерге заман талаптарына тура ки­лергә, көнүҙәк мәсьәләләргә, бурыстарға ярашлы бу­лыр­ға тейеш. Мәҫәлән, айырыуса йәштәргә диндәге фа­натизмдың, сиктән ашып китеүҙең хәүефлелеге, һәр яҡлап зыяны тураһында гел әйтеп торорға кәрәк. Әммә был хаҡта ҡыҙып, ярһып түгел, ә тыныс аңлатыу мөһим. Әрләү, тупаҫлыҡ, кәмһетеү Исламға бөтөнләй ят. Аҡылға таянып, төптән уйлап, күңелдең иң тәрәндәге ҡылдарын тирбәтеп ебәрерлек итеп әйтә белеү зарур.
“Имамыбыҙ кире күренештәр хаҡында бөтөнләй өндәшмәй” тигән ҡәрҙәшебеҙ. Әлбиттә ки, әле әйткә­немсә, хөтбәлә көнүҙәк мәсьәләләр сағылыш табырға тейеш. Улар хаҡында, йәнә ҡабатлайым, аҡыллы итеп аңлатырға кәрәк. Был имам да, бәлки, кире күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы туранан-тура бәйән итмәйенсә, төптән төшөндөрөргә, әҙәм балаһының төп бурыстарын, нисек йәшәргә тейешлеген аңға һалырға тырышалыр. Насар төшөнсәләрҙе гел ҡабатлап торһаң, уларҙың тамыр йәйеп китеү ихтималлығы ла бар бит. Һүҙ менән бик иғтибарлы булырға кәрәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Яҡшыларын күберәк әйтһәк, улар насарҙарын күмеп китер, юҡҡа сығарыр. Кеше күңеле игенлек кеүек. Унда изгелек орлоҡтары сәсәйек.
Ҡөрьән аяттарына аңлатма биреү, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошонан миҫалдар алыу, темаға ярашлы хәҙистәрҙе йыйып, тәфсир китаптары ярҙамында уларҙың мәғәнәһенә төшөндөрөү кеүек ғәмәлдәр хөтбәне ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк итер, төрлө насар күренештәрҙән иҫкәртеү сараһы булып торор. Сығыштың йөкмәткеһен шулай уҡ айға, миҙгелгә ярашлы итеп төҙөү зарур. Ниндәйҙер теманы аңлап еткермәйһегеҙ икән, уға тотонмай тороғоҙ, тәүҙә ныҡлап өйрәнегеҙ. Хөтбәгә яҙып әҙерләнеү айырыуса отошло. Был алым хаталарҙан, дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙән, ҡабатлауҙарҙан аралар, үҙегеҙҙе ышаныслыраҡ тотоу мөмкинлеген бирер.
Йома намаҙҙарын ҡалдырмайыҡ, Аллаһ юлында кәңәшләшеп эш итәйек, изгелек орлоҡтары сәсеүҙә бергә булайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 130

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 236

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 98

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 95

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 106

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 331

Маяҡтарҙың күңелен уйлап

Маяҡтарҙың күңелен уйлап 01.02.2019 // Иман

Маяҡ ҡасабаһының имам-хатибы Миҙхәт Ҡоҙаҡаев иман йортона ремонт кәрәклеге хаҡында бәйән итте....

Тотош уҡырға 122

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына

Өмөт йылы һүҙҙән ҡабына 01.02.2019 // Иман

“Ғаилә” үҙәгенең Балтас районында бүлексәһе асылыуға күптән түгел йыл тулған....

Тотош уҡырға 263

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан

Хаҡ юлға баҫҡан икән – ҡыуан 01.02.2019 // Иман

“Быға ҡәҙәр хәйерҙе кемгә бирергә бел­мәй аҙаплана торғайным, – тип яҙа гәзит уҡыусыларыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 366

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары

Ағинәйҙәрҙең изге доғалары 29.01.2019 // Иман

Тыуған еремә ябалаҡлап ап-аҡ ҡарҙар яуа. Оҙаҡ ҡына яуым-төшөм булмағас, күңелдә ниндәйҙер шик-шөбһә...

Тотош уҡырға 165

“Башҡаларға ҡамасаулама”

“Башҡаларға ҡамасаулама” 25.01.2019 // Иман

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға дини китаптарға, диндарҙарҙың һүҙенә таянып яуап бирергә...

Тотош уҡырға 390

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә

Нөркәләрҙән изгелек бөркөлә 25.01.2019 // Иман

Мосолман баҡыйлыҡтағыларҙың рухына аят уҡытып, хәйер биреп торорға бурыслы. Шул уҡ ваҡытта урындағы...

Тотош уҡырға 387