Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала шаһит булһа...
– Кейәүгә сығыуыма өс йыл тулып килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхетле көндәрем һанаулы ғына булғандыр: үҙ өйөмдә үҙем рәнйетеләм. Ирем бергә йәшәй башлағанда уҡ ҡул күтәргәйне, аҙаҡ был ҡылығы ғәҙәткә әйләнде. Улыбыҙ үҫә. Уның күҙ алдында рәнйетә башлаһа, ни эшләрмен? Айырылайым да ҡуяйым тим дә, тағы туҡтап ҡалам...
(Хаттың авторы исемен ҡуймауҙы һораған).

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Мин һеҙҙе ике енес итеп яраттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был күренеш әҙәм балаларына ғына түгел, үҫемлек донъяһына, хайуандарға ла хас. Ике енес араһына Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән мөхәббәт һалған. Тимәк, һөйөү – Хоҙайҙың барлығына һәм берлегенә дәлил. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңеленә мөхәббәтте ифрат күп итеп һалған, был атай-әсәйгә, ғаиләгә, туғандарға, илгә, тәбиғәткә, әҙәбиәткә һәм башҡаларға йылы мөнәсәбәттә сағыла. Һөйөү нигеҙендә ҡоролған ғаилә иһә – тотош йәмғиәтебеҙҙең, дәүләтебеҙҙең, динебеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы.
Мәғлүм ки, Исламда өйләнеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Борон был йәһәттән ата-әсәнең фекере ҙур урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл дә тап ошоға бәйле. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалығынан тыш эшләнергә тейеш түгел. Ғаилә бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек, шуның өсөн уның ныҡлы килешеү нигеҙендә төҙөлөүе мөһим.
Исламда һәр ғәмәлгә ҡарата айырым ҡанун билдәләнгән. Мәҫәлән, үҙ-ара үпкәләшеү өс көндән ашыуға һуҙыл­ырға тейеш түгел. Әгәр ҙә ки был сик уҙып кителһә, элек ауылдың өлкән йәштәге кешеләре, дини етәкселәре мәсьәләне үҙ ҡулына алып, тиҙ арала ыңғай хәл иткән. “Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ғаиләлә бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша. “Өммәтемдең иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға Исламда урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Кире осраҡта мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын-ҡыҙҙы тел генә түгел, ҡул көсө аша рәнйетеү, туҡмау осраҡтары барлығы хаҡында ишетеп торабыҙ. Ә бит ғаилә – айырым дәүләт, унда ир менән ҡатындан тыш балалар йәшәй, ата-әсәһенә ҡарап тәрбиә ала. Әгәр ҙә ки өлкәндәрҙең араһы насар икән, был йәш быуындың тамырына балта менән сабыуға тиң. Ҡатмарлы мөнәсәбәттәргә шаһит булып үҫкән бала үҙ “оя”һын ҡорған ваҡытта аңлашылмаусанлыҡҡа осрар, дөрөҫ юл таба алмай ыҙа сигер. Йәштән күңел торошо, психикаһы боҙолған йәш быуын вәкиленең милләтенә, иленә, фәнгә, йәмғиәткә файҙа килтерә алыуы ла шикле. Шуның өсөн дә ҡатын-ҡыҙ үҙенең хоҡуғын белергә, ирен ваҡытында “тәрбиәләргә” тейеш. Яуызлыҡҡа, хаҡһыҙ рәүештә күрһәтелгән ҡылыҡҡа ваҡытында кәртә ҡуйыу мөһим. Был йәһәттән дәүләт яғынан да ныҡлы ҡанун, хөкөм ҡарары булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ – йәмғиәттең бер өлөшө, киләсәкте тәрбиәләгән төп көс. Ул урынһыҙҙан рәнйетелеп, ирекһеҙ йәшәргә тейеш түгел. Әҙәм балаһы – Аллаһ Тәғәләнең генә ҡоло. Ир менән ҡатын айырылышыу сигенә етә икән, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, уларҙы яраштырырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау — ифрат мөһим, ҙур бурыстарҙың береһе. Ул илебеҙҙең, милләтебеҙҙең ныҡлығын тәьмин итә.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ихтирам, хөрмәт күрһәтеп, күңел, тел йылыһын йомарт өләшеп йәшәргә, балаларҙы тулы ғаиләлә яҡшы тәрбиә биреп үҫтерергә насип ҡылһын. Ғүмер бер генә, уны матур итеп үтәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мөнәжәттә – мең хикмәт

Мөнәжәттә – мең хикмәт 12.10.2018 // Иман

Сибайҙа мөнәжәт һөйләүселәрҙең VI төбәк-ара конкурсы булды. Унда республикабыҙҙан ғына түгел,...

Тотош уҡырға 77

“Уҡытыусың кем?”

“Уҡытыусың кем?” 05.10.2018 // Иман

Исламда уҡытыусылыҡ, остазлыҡ юғары урынға ҡуйылған. Улар “хаҡ фекер таратыусы”, “тура юлдан алып...

Тотош уҡырға 78

Хажиәнең хаҡ ғәмәле

Хажиәнең хаҡ ғәмәле 05.10.2018 // Иман

Китап – белем шишмәһе тигән әйтем бер ҡасан да үҙ көсөн юғалтмай. Заман ниндәй генә алдынғы...

Тотош уҡырға 68

Төйәк халҡының татыулыҡ нигеҙе

Төйәк халҡының татыулыҡ нигеҙе 05.10.2018 // Иман

Төбәгебеҙҙә асылған һәр мәсет тормошобоҙға – йәм, күңелдәргә нур өҫтәй. Һуңғы айҙарҙа Туймазы...

Тотош уҡырға 52

Ир баһаһы – хеҙмәттә

Ир баһаһы – хеҙмәттә 21.09.2018 // Иман

Ихтирам-хөрмәттең нигеҙе ниҙә? “Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр”. Ошондай...

Тотош уҡырға 109

Тик изгелек көт

Тик изгелек көт 14.09.2018 // Иман

“Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты...

Тотош уҡырға 111

Иртәнге намаҙ бәрәкәте

Иртәнге намаҙ бәрәкәте 07.09.2018 // Иман

Күптәр иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу физик һәм рухи ныҡлыҡ талап...

Тотош уҡырға 96

Үҙ һүҙеңде әйт

Үҙ һүҙеңде әйт 07.09.2018 // Иман

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Башҡортостан дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу...

Тотош уҡырға 73

Ҡөрьәндә зекер ителгәс...

Ҡөрьәндә зекер ителгәс... 07.09.2018 // Иман

“Инжир һәм зәйтүн ағастары, мөбәрәк Тур һәм Сина тауҙары, именлек ҡалаһы булған Мәккә менән ант...

Тотош уҡырға 89

Һыу ҡөҙрәте

Һыу ҡөҙрәте 07.09.2018 // Иман

Һыу – Аллаһ Тәғәләнән бирелгән оло ниғмәт. Уның тәбиғәткә лә, кеше һаулығы өсөн дә әһәмиәте баһалап...

Тотош уҡырға 104

Яңы йылға – “Фатиха” менән

Яңы йылға – “Фатиха” менән 07.09.2018 // Иман

Һәргәй ауылы мәсете халыҡты нығыраҡ яҡынайтты 1440 һижри йыл алдынан Һәргәй ауылында күптән...

Тотош уҡырға 78

Берҙәмлектә – бәрәкәт

Берҙәмлектә – бәрәкәт 31.08.2018 // Иман

Түбәнге Әрмет халҡының татыулыҡ нигеҙе ниҙә? ...Һуңғы ҡалайҙы беркетергә генә ҡалған. Ришат...

Тотош уҡырға 163