Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡосаҡлап яратҡаның булдымы?..”
“Ҡосаҡлап яратҡаның булдымы?..” “Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ...” –
яратҡан шағирым Ҡәҙим Аралбаевтың ошо шиғырын яттан һөйләй-һөйләй, һөйә-һөйә үҫтерҙем ҡыҙымды. Атаһы менән икебеҙ татлы мөхәббәт емешебеҙҙе яратып туймай торғайныҡ та...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙыбыҙ башланғыс мәктәпте тамамлаған йылда ирем көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсте. Бергәләп ҡорған ниәттәребеҙ юҡҡа сыҡты, аҡ хыялдарыбыҙ селпәрәмә килде, донъя ҡараңғы­лыҡҡа сумды. Бәхет усағым, гүйә, өрөп һүндерелде. Һис кемде яҡынлатҡым да, күргем дә, ишеткем дә килмәй. Хатта ҡыҙымды ла. Ә ул гел янымда өйөрөлә, ниҙер һөйләй, күрһәтә, ярҙам итергә тырыша...
Ошондай хәл-торошом ике йыл самаһына һуҙылды. Яңғыҙ ҡалы­уыма күнегеп, “күҙемде асҡанда” ҡыҙым бөтөнләй башҡаға әйлән­гәйне. Бер ниҙә эше юҡ кеүек, һүҙ ҡушһаң, ишетмәгәндәй. Үҙенә тәғәйен бурыстарҙы – иҙән, ҡашы­ғаяҡ йыйыу, бүлмәне йыйыштырыу – һүҙһеҙ йөрөп йәһәт кенә башҡара ла компьютер янына ултыра йә урамға сығып китә. Мин, әйтерһең, бөтөнләй юҡ. Каникулдарҙы тулыһынса өләсәһендә – ҡәйнәмдә – үткәрә.
Бер йылдан иһә мәктәптә даими “ҡунаҡ”ҡа әйләндем. Ата-әсәләр йыйылышынан тәүге тапҡыр йөҙөм ҡыҙарып сыҡҡас, ярһып ҡайтып ҡыҙыма ҡысҡырырға тотондом: “Балаңдың уҡыуы насар тип бөтөн кеше алдында оятҡа ҡалдырҙылар. Минең хәлемде беләһең, ни өсөн мәшәҡәт өҫтәйһең? Яңғыҙыма ғаилә ҡарау еңел тип уйлайһыңмы? Һинең өсөн күпме аҡса киткәнен белә­һеңме?..” Әммә бынан һуң да хәл үҙгәрмәне. Ата-әсәләр йыйылышында ғына түгел, айырым уҡытыу­сылар ҙа саҡырып дәғүә белдерә башланы. Айырыуса класс етәксе­һенең һүҙҙәре намыҫыма тейҙе: “Һеҙ ҡыҙығыҙға өйҙә тейешле иғтибар бирәһегеҙме? Ни уйлауы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы? Уның хәҙер, насар уҡыуы өҫтөнә, тәртибе лә үҙгәрҙе. Класташтарынан гел айырым йөрөй, дуҫтары юҡ, минең әйткәндәргә мыҫҡыллы йылмайып ҡына ҡуя. Етмәһә, биҙәнеп, сәсен ялбыратып килә башланы. Үҙенә иғтибар талап иткәндәй...”
Ҡыҙымды күрә алмаҫ хәлгә еттем. Иғтибар күрһәтермен мин уға, шундай итеп күрһәтермен! Иң әсе һүҙҙәрҙе әҙерләп, дәрестән ҡайты­уын енләнә-енләнә көтөп йөрөйөм. Ишектән ингәс тә ауыҙымды асҡай­ным, ҡыҙым түгелеп илап ебәрҙе:
– Әсәй! Һинең әрләүеңдән, кәмһетеүеңдән шул тиклем ялҡтым. Исмаһам, берәй ҡасан яҡты йөҙ күрһәткәнең бармы? Мине былай ғына ныҡ итеп ҡосаҡлап яратҡың килмәйме ни?..
Баламдың был һүҙҙәренән ҡапыл һығылып төштөм, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡты. Миңә лә шундай йылылыҡ етмәй ҙәбаһа. Ғаиләбеҙгә килгән бәләне яңғыҙымдыҡы тип ҡабул итеп, үҙемде генә уйлап, йәлләтеп, үҙен ҡайһылай ыҙалат­ҡанмын. Яратылып ҡына үҫер сағында... Шунда ғына өләсәйемдең: “Донъя һөйөү менән матур, балам. Аллаһ Тәғәлә яратыуҙан яҙҙырмаһын”, – тигән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө. Һөйөүҙән мәхрүм итмәм башҡаса ҡыҙғынамды!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 101

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 144

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 110

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 117

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 278

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 140

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 198

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 132

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 82

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 159

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 198

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 117