Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Теләһә нимәгә ышанып...”
– Күршенең ҡара бесәйе тормошобоҙҙо боҙҙо тиергә мөмкин. Ҡайҙалыр барырға теләһәң, юлды арҡыры ҡыйып үтә лә китә. Ни эшләп сығараһығыҙ шуны, тип әйтеп тә ҡараныҡ. Күрше ыжламай. “Теләһә ниндәй ырымға ышанып...” – ти ҙә ҡуя.
М. ЗАКИРОВА.
Белорет районы.


Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нур­мөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрәйек. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Фирғәүен үҙен Аллаһ тип иғлан итә. Бәнү Исраилды унан ҡотҡарыуын Раббыбыҙҙан ялбарып, пәйғәмбәр ҡырҡ көнгә Тур тауына ғибәҙәткә китә. Иблис шул арала халыҡтың алтындарын йыя ла быҙау яһай һәм: “Бына һеҙҙең Аллағыҙ”, – тип күрһәтә. Муса ғәләйһис-сәләм ҡайтһа, Бәнү Исраилдың барлыҡ халҡы быҙауға табына башлаған, ти.
Ошо хикәйәттән күренеүенсә лә, шайтан әҙәм балаһын юлдан яҙҙырыу өсөн хәйлә ҡороуҙан, хөсөт эшләүҙән туҡтамай. Тереклек башланғандан бирле кешеләрҙең аңында төрлө яңылыш уй-фекер йәшәгән. Уларға юл ҡуймаҫ өсөн Аллаһ Тәғәлә динен биргән, уны нигеҙләп, китаптар индергән. Әҙәм балаһы тормошон шул ҡанун-ҡағиҙәләргә ярашлы алып барырға тейеш. Әммә, нисек кенә булмаһын, күптәр хаҡ юлдан тайпыла, шик-шөбһәгә бирелә. Тимәк, диндән ситкә китә.
Юлда ла бит ҡайһы саҡта тәгәрмәстәр үҙенән-үҙе ситкә тарта башлай. Шул ваҡытта иғтибарҙы нығыраҡ туплау кәрәклеген аңлайбыҙ. Әҙәм балаһының тормошонда ла ошондай иҫкәртеүҙәр булып тора. Дөрөҫ йәшәйме ул, юҡмы? Ә төрлө ырымға ышаныу һәр халыҡта элек-электән булған. Исламда ул юҡ. Динебеҙгә шикләнеү, шөбһәгә бирелеү ят. Был насар тойғоларҙы күңелгә яҡын юлатмайынса, фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышанып йәшәргә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоно аңламайынса, күрәҙәселәргә йөрөгән кешеләр барлығы хаҡында ишетергә тура килә. “Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткәндәр бер мәл Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. – Күрәҙәсегә барғайныҡ, уның ҡайһы бер һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты”. “Ә күпселеге – ялған, – тип яуаплаған Пәйғәмбәребеҙ. – Кемдер юраусыға бара, уның әйткәненә ышана икән, диндән ситкә китә тигән һүҙ”. Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма, тигән халҡыбыҙ.
Һүҙҙең, уйҙың көсө ҙур. Шуға ла һәр саҡ изге ниәттә, күркәм фекерҙә йәшәү зарур. Әгәр ҙә юлға сығабыҙ икән, иң тәүҙә барлыҡ шарттарҙы өйрәнергә, нисек барыу-ҡайтыуҙы планлаштырырға, кәрәк-яраҡты етерлек кимәлдә алырға, һәр осраҡҡа ныҡлы әҙерләнергә тейешбеҙ. Техника төҙөк, ат ҡараулы булһын.
Ошоға бәйле хәҙисте йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Йә, Раббым, үҙеңә тап­шырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. Пәйғәм­бәребеҙ уны кире борған. “Дөйәңде һәйбәтләп ҡара, бәйлә, унан Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”, – тигән ул. Атты ла сәфәр алдынан ауыҙлыҡлау зарур. Әҙерлекһеҙ сығыу сәбәпле кешегә ниндәйҙер зарар килә икән, гонаһы үҙенә була. Барыһын да хәстәрләү, иғтибарлы, яуаплы булыу кәрәк. Һөҙөмтәлә меҫкен ҡара бесәй ҙә, “юллыҡһыҙ” әҙәм дә күҙгә эләкмәй башлар. Уларҙың да бит үҙ тормошо: ҡайҙалыр ашығып китеп бараларҙыр. Һиндә уйҙары булыуы мөмкинме? Ҡара бесәй ҡыйып үтте тип, тормош үҙгәрһенме? Өҫтәүенә төрлө уйҙырмаға ҡоролған, ырымдарға нигеҙләнгән әҙәбиәт тә әҙәм балаларын боҙа. Шундай әҫәрҙәрҙе һайлауҙа ла иғтибарлыраҡ булһаҡ ине.
Барыһын теүәлләп, доғаларыбыҙҙы уҡып сыҡҡан икәнбеҙ, юлыбыҙ, бесәй ҡыйып үткән хәлдә лә, уңышлы булыр. Шулай уҡ аҙнаның ҡайһы бер көнөн насар тип атауҙы ла Ислам ҡабул итмәй. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә хаҡ юлдан барырға, ситкә тайпылмаҫҡа, шик-шөбһәгә бирелмәҫкә, изге ниәттә, күркәм уй-теләктә йәшәргә насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тик изгелек көт

Тик изгелек көт 14.09.2018 // Иман

“Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты...

Тотош уҡырға 54

Иртәнге намаҙ бәрәкәте

Иртәнге намаҙ бәрәкәте 07.09.2018 // Иман

Күптәр иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу физик һәм рухи ныҡлыҡ талап...

Тотош уҡырға 54

Үҙ һүҙеңде әйт

Үҙ һүҙеңде әйт 07.09.2018 // Иман

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Башҡортостан дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу...

Тотош уҡырға 51

Ҡөрьәндә зекер ителгәс...

Ҡөрьәндә зекер ителгәс... 07.09.2018 // Иман

“Инжир һәм зәйтүн ағастары, мөбәрәк Тур һәм Сина тауҙары, именлек ҡалаһы булған Мәккә менән ант...

Тотош уҡырға 61

Һыу ҡөҙрәте

Һыу ҡөҙрәте 07.09.2018 // Иман

Һыу – Аллаһ Тәғәләнән бирелгән оло ниғмәт. Уның тәбиғәткә лә, кеше һаулығы өсөн дә әһәмиәте баһалап...

Тотош уҡырға 64

Яңы йылға – “Фатиха” менән

Яңы йылға – “Фатиха” менән 07.09.2018 // Иман

Һәргәй ауылы мәсете халыҡты нығыраҡ яҡынайтты 1440 һижри йыл алдынан Һәргәй ауылында күптән...

Тотош уҡырға 58

Берҙәмлектә – бәрәкәт

Берҙәмлектә – бәрәкәт 31.08.2018 // Иман

Түбәнге Әрмет халҡының татыулыҡ нигеҙе ниҙә? ...Һуңғы ҡалайҙы беркетергә генә ҡалған. Ришат...

Тотош уҡырға 123

Боронғо мәсеткә – яңы һулыш

Боронғо мәсеткә – яңы һулыш 24.08.2018 // Иман

Изге Ҡорбан ғәйете Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына икеләтә шатлыҡ килтерҙе: унда республикалағы иң...

Тотош уҡырға 80

Изге уйҙа йәшәү емеше

Изге уйҙа йәшәү емеше 24.08.2018 // Иман

Изге Ҡорбан ғәйетендә өммәтебеҙҙең ҡеүәт йыя, милләттәр араһындағы татыулыҡтың нығына барғанына...

Тотош уҡырға 72

Изгелектең емеше мул

Изгелектең емеше мул 21.08.2018 // Иман

Етемдәр, мохтаждар хаҡында хәстәрлек күреү – Исламда төп ғәмәлдәрҙең береһе. “Аллаһ юлында ярҙам...

Тотош уҡырға 101

Ғәйет Ҡорбан

Ғәйет Ҡорбан 21.08.2018 // Иман

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым! Байрам бөгөн, Ҡорбан бөгөн; Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо ҡунған бөгөн....

Тотош уҡырға 110

Ҡурғашлыла – “Нур”

Ҡурғашлыла – “Нур” 21.08.2018 // Иман

Ошо көндәрҙә Бөрйән районында 24-се иман йорто асылды: Ҡурғашлыла “Нур” мәсете ҡалҡып сыҡты....

Тотош уҡырға 97