Килер көндәр булыр яҡтыраҡ

22-12-2017, 00:05 // Иман // Баҫып сығарырға
Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Әс-сәләмү ғәләйкүм, хөрмәт­ле ватандаштар! Иншаллаһ, тиҙҙән Ҡояш календары буйынса башла­на­саҡ яңы 2018 йылға аяҡ баҫабыҙ. Ошо йәһәттән барығыҙҙы ла ихлас тәбрикләп, уртаҡ йортобоҙҙоң тыныс, имен булыуын, халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәүен теләйем. Һәммәбеҙгә лә Ватаныбыҙға ғилем, ҡот, бәрәкәт, иман өҫтәп йәшәргә яҙһын!
Мәғлүм ки, донъяла бер нисә календарь бар. Улар буйынса йыл төрлө ваҡытта башлана. Ай календарына ярашлы – Мөхәррәмдә. Быйыл, билдәле булыуынса, 21 сентябрҙә 1439 йылға аяҡ баҫтыҡ.
Яңы йыл алды – үткәндәргә әйләнеп бағып, башҡарған эштәрҙе барлау мәле. Ниндәй уңыштарға өлгәшелгән? Ҡайһы эштәргә ҡул етмәгән? Бының сәбәбе ниҙә булған? Башҡарған хеҙмәтең күңелеңә рухи бөтөнлөк килтерәме? Матди яғы нисек? Буш менән булып ваҡыт уҙғарманыңмы? Ғәмәлдәрең Ватаның, халҡың, милләтең, туған телең, ди­нең мәнфәғәттәрен хәстәрләйме? Дөрөҫ юлдан бараһыңмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар ныҡлы уйланып, алға аныҡ маҡсат ҡуйырға булышлыҡ ҡылыр.
Үтеп барған йыл төбәгебеҙҙең тарихында әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Улар араһынан “Башҡортостан” гәзитенең, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты­ның бер быуатлыҡ юбилейын билдәләүе айырым иғтибарға лайыҡ. Шул уҡ ваҡытта, мәғлүм ки, республикабыҙҙың 100 йыллығын үткәреүгә ҙур әҙерлек эштәре башланды. Бындай мөһим ваҡиғалар тарихыбыҙҙың тәрән тамырлы­лығын, рухыбыҙҙың ҡаҡшамаҫлығын, күп милләтле һәм конфессиялы төбәгебеҙҙә татыулыҡҡа, мәңгелек ҡиммәттәр­ҙе һаҡлауға ынтылышты ныҡлы дәлилләй.
Ә беҙ быуындан быуынға күсә килгән ошо сифаттарҙы, уңыш-ҡаҙаныштарҙың емештәрен һаҡларға, үҫтерергә бурыслыбыҙ. Шуны онотмаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Яуланғандың ҡәҙерен белеү генә түгел, һәр яҡлап нығытыу, камиллаштырыу мөһим. Артҡа сигенеү йә бер урында тапаныу яҙыҡ, мосолманға бөтөнләй хас түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә бит мөбәрәк хәҙисендә юға­рылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыуҙан туҡтамаҫҡа бойорған. “Әгәр ҙә ки өммәтемдең ике көнө бер тигеҙ икән, был – ҙур отолош”, – тигән ул. Тимәк, алға барған һайын һәр яҡлап үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға, тағы ла яҡшыраҡҡа ынтылырға бурыслыбыҙ. Яңы йыл алдынан күңелдә ошо маҡсат ныҡлы урын алып, бараһы юлдарҙы яҡтыртһын, иншаллаһ.
Әҙәм балаһы ерҙе матурлыҡҡа күмеп йәшәргә тейеш. Илһөйәрлек һәр заманда ла иң юғары ҡиммәттәрҙең бере­һе булып ҡала. Пәйғәмбәребеҙҙең “Ватанды яратыу – иман­дың бер өлөшө” тигән һүҙҙәрен һис ҡасан онотмай, ғәмәлдә тормошҡа ашырып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Эйе, тыуған илеңде, ереңде һөйөү уға һоҡланыуҙы ғына аң­латмай – төйәгеңдең ышаныслы бөгөнгөһө һәм яҡты килә­сә­ге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү зарур. Айырыуса ир-ат Ватанының һәр яҡлап алға барыуына булышлыҡ итергә бурыслы. Ата-бабабыҙҙың йәшәйешен иҫкә төшөрәйек. Мәғлүм ки, улар еребеҙгә ҡарата шул ҡәҙәр хәстәрлекле булған, байлығын исрафламай ҡулланған. Тирмәне күсереп йөрөткәндә лә бит ҡара тупраҡҡа зарар килтермәй, ипле генә ҡорғандар. Аҙаҡ арттарынан бер ниндәй сүп-сар ҡалмаған.
Ә хәҙер беҙ Аллаһ Тәғәләнең оло ниғмәте булған ере­беҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе тейешенсә ҡәҙерләйбеҙме? Уйһыҙ­лыҡ­тың, битарафлыҡтың эҙемтәһе үҙебеҙгә әйләнеп килә­сәк бит. Ер – йәшәйеш сығанағы. Ул саф икән, ризығы­быҙ­ҙың таҙа, сәләмәтлегебеҙҙең ныҡ, тимәк, тамыр­ҙары­быҙҙың һутлы, киләсәгебеҙҙең ҡотло буласағын онотмайыҡ.
Ватаныбыҙҙы һаҡлауға, үҫтереүгә өлөш индереп, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, иманға ынтылып йәшәйек, хөр­мәт­ле йәмәғәт. Йәштәребеҙ әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара та­тыулыҡ мөхитендә хәйерле ғилем алһын, мөхәббәт ниге­ҙендә ғаилә ҡорһон, һау-сәләмәт, тәрбиәле балалар үҫтер­һен. Илебеҙ тыныс булһын. Ватаныбыҙҙың именлеге, үҫеше өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп бергә хеҙмәт итәйек. Халҡыбыҙға хас ихтыяр көсөн юғалтмайынса, юғарылыҡҡа ынтылып йәшәһәк, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаһаҡ, киләһе һәр көнөбөҙ нурланып балҡыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.