Эй һин, әҙәм балаһы,
Ниндәй хәлгә ҡалаһың?


Етерлек мөлкәтең барҙа
Нәфсең тыя белмәйһең.
Аҙынан ҡәнәғәтләнә,
Күбенән туя белмәйһең.

Язаһы килер ялғандың,
Сиге булыр хәйләнең.
Урлап йыйған донъяның бер
Аҫты-өҫкә әйләнер.

Тәнең – таҙа, күңелең – тыныс,
Ашың хәләл булғанда,
Тормошоңдоң ҡото артыр
Шөкөрана ҡылғанда.
* * *
Ике — берҙән, өс – икенән,
Дүрт өстән хәйерлерәк.
Шулай булғас, өммәтемә
Тупланыу, артыу кәрәк.

(Рауил БИКБАЕВтың
“Йөҙ ҙә бер хәҙис” китабынан).