Һәр ауырыуға дауа бар

5-01-2018, 00:03 // Иман // Баҫып сығарырға
“Бер-береһенә ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттә, һөйөү һәм теләктәшлектә булған иманлы бәндәләр бер тән кеүек: бәғзеһе ауырыһа, башҡалары ла һыҙлана”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Тимәк, дөйөм именлек өсөн һәр кем яуаплылыҡ тотоп, тәү сиратта үҙенең рух, тән сәләмәтлеген ҡайғыртырға тейеш.

“Хәрәмдән һаҡлан – ғибәҙәтең тулы камиллыҡта булыр; Аллаһ биргәндәргә шөкөр ит (кеше хаҡына инергә тырышма) – һинән бай кеше табылмаҫ; күршеңә гелән изгелек күрһәт – иманың артыр; үҙең нимә хаҡында хыялланһаң, башҡаларға ла шуны телә – ниәттәрең тормошҡа ашыр; күп көлмә – бәғер ҡатыр”, тип өйрәтә динебеҙ. Ә кү­ңел­дең сафлығы тәндең паклығына нигеҙ булып тора. Тимәк, ауырыуҙарҙың күбеһе Раббыбыҙ тарафынан тыйылғандарҙы тыңламауҙан барлыҡҡа килә.
“Үлемеңдән алда – йәшәүеңдең, ауырып киткәнсе – сәләмәт­ле­гең­дең, эшкә “сумғанса” – буш ва­ҡытыңдың, ҡартлыҡ килгәнгә ҡәҙәр – йәшлегеңдең, фәҡирлеккә төшөү ихтималлығына тиклем барлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Аҙ ғына ғүмерҙән дә күп нә­мә алып, киләсәк быуындар ҙа фай­ҙаланырлыҡ хәйерле эштәр башҡарырға өлгөрөп ҡалыу зарур. “Раббыңдан, – тигән Пәйғәмбә­ребеҙ, – күңел һәм тән сәләмәтле­ген һорап ҡына тор”.
Рухты паклап тороусы иң ҙур сығанаҡ – Ҡөрьән. “Аяттарҙы ҡабатлап ҡына тор, – тиелә изге китапта. – Намаҙ уҡы. Кешене ул донъя керенән, аҙғынлыҡтан тыя. Аллаһты зекер итеп тороуҙың файҙаһы бик ҙур. Ул һеҙҙең нимә эшләп йөрөгәнегеҙҙе күреп тора” (“Үрмәксе” сүрәһенән). Күңелдең пак, малдың, кейемдең, ризыҡтың хәләл, эштәрҙең игелекле булыуын һөйә дин. Сәфәрҙә йөрөгәндә лә пакланып торорға бойора.
Пәйғәмбәребеҙ йәшәгән заманда берәү яраланып, тамырҙарында ҡан ойоша. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ике кешене саҡырып ала ла: “Арағыҙҙан ҡайһығыҙҙың табип ғилеме бар?” – тип һорай. “Ә дарыу ҡулланырға мөмкинме һуң?” – тип аптырап китә ғәрәптәр. Пәйғәмбә­ребеҙ иһә: “Ауырыуҙар яралтылған икән, уларҙы дауалау юлдары ла бар”, – тип яуаплай. Был хәҙистән күренеүенсә, тормош мәсьәләләре буйынса төрлө даирәләге белгестәргә, үҙ эшенең оҫталарына мөрәжәғәт итеү диндә тыйылмай. Иманлы кеше дарыуҙарҙан да, Ҡөрьән аяттарынан да ҡеүәт таба.
Сәләмәтлектең туҡланыуға туранан-тура бәйлелеге мәғлүм. Пәйғәмбәребеҙ, мәҫәлән, яңы өлгөргән хөрмә менән ҡыярҙы ҡушып ашарға яратҡан. Билдәле ки, һәр емештең файҙаһы, шулай уҡ зарарлы яҡтары ла бар. Тиҙ боҙолоусан хөрмәнең һыуһауға, тештәрҙе, ҡанды боҙоп, баш өйәнәгенә сәбәп булыуын иҫәпкә алып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был етешһеҙлектәрҙе ҡыяр ярҙа­мында юҡҡа сығарған. Был йәшелсә төрөнөң орлоҡтарын онтап, йөҙөм емеше менән ҡатыштырып, бинт рәүешендә ҡулланған, уны ҡоторған эт тешләгән урынға ябыу айырыуса файҙалы, тип өйрәткән.
“Һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас дарыуы була. Уны сырхауына ҡарап ҡуллана белһәң, Аллаһ рәхмәте менән шифаһын да табырһың, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Раббыбыҙ һәр ауырыуға дауа булырлыҡ дарыуҙарын биргән”. Ризыҡ менән дә шулай. “Ашарға теләгегеҙ бик ҡаты булған саҡта ла ҡары­нығыҙҙың өстән бер өлөшөн – аш, ҡалғандарын һыу, һауа йөрөү өсөн бүлегеҙ”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был табиптарҙың фекере менән ауаздаш. Пәйғәм­бәребеҙ шулай уҡ ауырыуҙарҙы ашарға, эсергә мәжбүр итергә ярамағанлығын әйткән. Кеше туҡланырға теләмәй икән, тимәк, сиренә ҡаршы көрәш алып бара, был ваҡытта Аллаһ уны үҙе ризыҡландырып тора, тигән.
Пәйғәмбәребеҙ еткереүенсә, дүрт нәмә әҙәм балаһының күреү һәләтен арттыра: Ҡәғбәгә ҡарап ултырыу, йоҡлар алдынан күҙҙәргә һөрмә тартыу, йәшел төҫ һәм ултырған ереңдең таҙа булыуы. Дини остазыбыҙ шулай уҡ туҡланыу, һөртөнөү өсөн зәйтүн майына өҫтөнлөк биргән – ул ағастарҙың иң яҡшыһынан алына. Тәндең сәләмәтлегендә эсемлектәрҙең ҙур өлөшөн билдәләгән. Үҙе, ғәҙәттә, һалҡын һыуға бал ҡушып эскән. Бындай эсемлек ашҡаҙандың төрлө зарарға ҡаршы тороу ҡеүәтен арттыра, эсәктәрҙең, бөйөрҙөң, бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта. Йәнгә лә, тәнгә лә көс бирә. Тимәк, төрлө һуттарҙан да файҙалыраҡ.
“Дөйә кеүек, һыуҙы бер тында эсеп ҡуймағыҙ, – тип өйрәткән Пәй­ғәмбәребеҙ. – Алдан “бисмилләһ” тип әйтегеҙ, йотомдарға бүлеп эсеп бөткәс, Аллаһтың биргәненә шөкөр итегеҙ”. Ул шулай уҡ һыу тулты­рылған һауыттарҙы ябыулы тоторға бойорған. “Йылдың шундай бер көнө була: күктән төрлө ауырыу яуа башлай. Уларҙың ябыуһыҙ һауыттарға ла төшөүе ихтимал”, – тигән.
Йоҡоһоҙлоҡ та – сир. Бер мәл Хәлид атлы сәхәбә Пәйғәмбә­ребеҙгә ошо мәсьәлә буйынса зарланған. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иһә шулай өйрәткән: “Йоҡларға ятыр алдынан “Эй, Аллаһ! Ете күк һәм күктәр аҫтында булғандар, ете ер һәм ерҙәр өҫтөндә йөрөгәндәр Раббыһы, ендәр һәм бәндәләрҙе аҙашты­рырға ғына торғандар Раббыһы! Үҙең яралтып бар иткәндәрҙең береһе лә миңә зарар килтерә һәм ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя алмаҫлыҡ итеп һаҡлап йөрөт. Һинең яҡлауыңда булғандарҙы көс-ҡеүәт ташламаҫ, улар – ризалығыңа лайыҡ кешеләр, үҙеңдән башҡа Илаһ юҡ!” тип доға ҡыл”.
Хәүеф-хәтәргә юлығыуҙан ҡурҡҡан саҡтарҙа иһә “Үҙеңдең асыуыңдан һәм язаңдан, ҡолдарыңдан килеп торған золомдан, шайтандарҙың аҫтыртын бышылдашып йөрөүенән Һинән яҡлау эҙләйем. Эй, Раббым! Уларҙың эргәмдә йөрөүенән ҡурсалап тор!” тип доға ҡылырға өйрәткән. Сәхәбәләрҙән Ғабдулла ибн Ғүмәр быларҙы үҙенең барлыҡ балаларына өйрәткән, хәтерҙә ҡалдырырға мөмкинлеге булмағандарға яҙып ҡуйырға бойорған.
Ғөмүмән, әҙәм балаһы һәр яҡлап сәләмәтлеккә ынтылып йәшәргә тейеш. “Эй, Аллаһ ҡолдары! – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, Аллаһ Тәғәлә һәр сирҙе дарыуы менән бергә бар итте. Фәҡәт ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ”.