Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йома_вәғәзе: “Ураҙа фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”
Башҡортостан мосолман­дары­ның Диниә назараты рәйе­се мөфтөй Нурмөхә­мәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмә­тул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ҡәрҙәштәр! Иншаллаһ, киләһе аҙнала мосолман өммәтенең иң бөйөк айы Рамаҙан башлана. Ошо уңайҙан һәммәгеҙҙе лә ихлас тәбрикләп, ураҙа мө­бәрәк булһын, барыбыҙға ла Раббыбыҙҙың рәхмә­тенә өлгәшергә яҙһын ине, тип теләйбеҙ.
“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндә­ләрем! – тиелгән изге Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лығыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ, хөрмәтле йәмәғәт. Мәғлүм ки, изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Раббыбыҙ ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә.
Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Эйе, тел тормошобоҙҙа ҙур көскә эйә. Уның йәмғиәттә үҙ урыныңды табыуҙа, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ”, – тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ярылып ята.
Бөгөн өҫтәлдәребеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, ашамлыҡтан һығылып тора. Аслыҡ, һуғыш йылдарында көн иткәндәр кеүек бер һыныҡ икмәккә зар булып йәшәмәйбеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа туҡ. Ошо муллыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә изге Рамаҙан. Ураҙа тотҡан әҙәм балаһының күңеле йомшара, ул мохтаждарға, сирлеләргә ҡарата иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк була башлай. Көндө ризыҡһыҙ үткәргән кеше шулай уҡ һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан булдырылған тормоштоң асылына, мәғәнәһенә нығыраҡ төшөнә.
Төрлө миҙгелдәге ауырлыҡтарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: Ул ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.
Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Ҡыҙ бала – туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Ныҡ өлкән йәштәге­ләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Хәҙер, мәғлүм ки, ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәт­лек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Истәктәр хәл итер!

Истәктәр хәл итер! 14.12.2018 // Иман

“Йәмил” мәсете – Истәк ауылының йәме. Алты йыл элек төҙөлгән күркәм ғибәҙәтхананың манараһы әллә...

Тотош уҡырға 72

Малаяҙҙа ниңә аяҙ?

Малаяҙҙа ниңә аяҙ? 14.12.2018 // Иман

Салауат районы имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: Малаяҙ мәсете 20...

Тотош уҡырға 62

Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй

Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй 14.12.2018 // Иман

Мәғлүм ки, Балтаста киң билдәле иман йорто – Иҫке Яҡшый мәсете бар. Эшмәкәрлегенә быйыл 270 йыл...

Тотош уҡырға 43

“Бер-береһе менән танышһын тип...”

“Бер-береһе менән танышһын тип...” 14.12.2018 // Иман

Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә халыҡтарҙың рухи ҡиммәтенә ҡарата ниҙәр әйтелгәнен...

Тотош уҡырға 54

Йортоң ниндәй –  илең шундай

Йортоң ниндәй – илең шундай 14.12.2018 // Иман

Подъездан башланған тәрбиә нимәгә илтә? Киләһе йылдың ғинуарынан республикала подъездарҙы ремонтлау...

Тотош уҡырға 54

Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 119

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 166

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 131

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 132

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 296

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 143

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 213