Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайһы көн уңышлы?
Ҡайһы көн уңышлы?

Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:
– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?
Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:
– Шаршамбы...
Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.
– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Кесе йома, йома, шәмбе, йәк­шәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.
* Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зар­лана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмау зарур.


Ярҙам

Урманда аҙашҡан малай ҡапыл бер бабайҙы күреп ҡалып, янына ашыҡҡан.
– Юлды таба алмайым, – тип илап ебәргән ул. – Ҡурҡам, асыҡтым... Ярҙам итегеҙ миңә.
Бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй юлын дауам иткән. Малай уның артынан илай-илай йүгергән: “Ашарыма бирегеҙ, асыҡтым...” Ҡарт иһә ярҙам урынына үҙе еләк-емеш өҙөп ашай башлаған. Буйы менән һөйләнеп, илап арыған малай ҙа бер аҙҙан бабайҙан күрмәксе ризыҡланырға тотонған. Икәүләп емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп, көр кәйеф менән ауылға илткән юлға килеп сыҡҡандар.
* Ислам ҡушыуынса, баланы бәлә­кәйҙән үҙ көсөнә таянырға, кешегә һалышмаҫҡа, һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың “Үҙең тапҡан мал булмаһа, атайҙыҡы йәл түгел”, “Ярҙам итәм тиһең икән, кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк” кеүек әйтемдәре – ҙур һабаҡ. Бала ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәш­мәй икән, яуланғандың ҡәҙерен белмәйәсәк.


Бутарға ярамай

Бай тормош тәжрибәһенә эйә өлкән остаздың өйө бер ваҡытта ла буш тормаған: кешеләр уға кәңәш һорап йыш килгән. Был йортто айырыуса йәштәр яратҡан.
– Ошо һорауға яуап бирегеҙ әле, – тигән уларға бер көн ҡарт. – Бүрәнәлә теҙелеп ултырған өс тәлмәрйендең береһе һыуға һикерергә ҡарар иткән. Нисәүһе өҫтә ҡалған?
– Бәй, икәүһе... – Йәштәр, һорауҙың үтә ябайлығына аптырап, бер-береһенә ҡарашҡан.
– Юҡ, дөрөҫ түгел.
Нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған йәштәр төрлө яуап тәҡдим итә башлаған. Ә оҙаҡ өндәшмәй ултырған береһе әйтеп ҡуйған:
– Өсәүһе лә өҫтә ҡалғандыр...
– Ни өсөн улай тип уйлайһың?
– Һеҙ бит “тәлмәрйен һикергән” тип әйтмәнегеҙ.
– Дөрөҫ, – тигән остаз. – Ҡарар ҡылыу менән эште ғәмәлгә ашырыуҙы бутарға ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 93

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 87

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 219

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 222

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 711

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 298

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 277

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 363

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 232

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 219

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 210

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 464