Яңы китап сыҡты: “Ҡөрьән Кәрим” донъя күрҙе

13-07-2018, 00:03 // Иман // Баҫып сығарырға
Хөрмәтле китап уҡыусыбыҙ! Бына ул көтөп алынған шатлыҡлы ваҡиға — ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә мосолмандарҙың иң ҡәҙерле, иң изге китабы – “Ҡөрьән Кәрим” донъя күрҙе.

Ислам дине тәғлимәте буйынса, “Ҡөрьән” Аллаһ тарафынан Ябраил фә­рештә аша төр­лө ваҡыт­тарҙа Мөхәммәт пәй­ғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән – дини бойо­роҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар.
Ғәрәпсә, транскрипцияла һәм туған телебеҙ – башҡорт телендә нәшер ителгән яңы баҫма 5000 дана менән билдәле ғалим, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейешев (1926 – 2003), мөфтөй Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллин (башҡортсаға тәржемә) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты, хажи Нурмөхәмәт Сөйәрғолов (транскрипция) тарафынан башҡарылды.
1220 биттән торған был изге китап 2012 йылда сыҡҡан баҫманан шуныһы менән айырыла: биттәр һаны китаптың алғы яғынан түгел, ә артҡы яғынан, йәғни һулдан уңға ҡарай асыла.
Ҡөрьәндең яңы баҫмаһы уны файҙаланыусылар өсөн шуныһы менән уңайлы: сүрәләр ғәрәпсә, транскрипцияла һәм башҡортса бер үк биттә бирелә. Шуға күрә лә ул ҙур форматта (А 4 форматына яҡын) донъя күрҙе. Баҫма БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.