Бәхеткә юл ҡайҙан башлана?

13-07-2018, 00:03 // Иман // Баҫып сығарырға
Бәхеткә юл  ҡайҙан башлана?Республикабыҙҙа ауылдарҙың күбеһе, әл-хәмдү лил-ләһ, йылдан-йыл матурлана, төҙөкләндерелә. Был, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың хеҙмәт һөйөүсәнлеге, сәмле, ғәмле булыуы, тыуған ерен яратыуының сағылышы. Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары алдынан төйәктәребеҙ айырыуса йәмләнеп ҡала. Ерҙәштәрҙең, нәҫелдәштәрҙең, тамырҙарҙың ҡәҙерен белгәндәргә Аллаһ Тәғәлә юллаған оло бәрәкәттер был.

Мәғлүм ки, Исламда төҙөклөккә, матурлыҡҡа, таҙалыҡҡа ҙур әһәмиәт бирелә. Мосолмандың күңеле пак, саф, кейеме, йорто, ишек алды күркәм, йыйнаҡ булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә шуға саҡырған. Билдәле булыуынса, таҙа, төҙөк ерҙә сәлә­мәт­лек була, ә һаулыҡ Исламда иң юғары урынға ҡуйылған. Тимәк, йорттарҙың төҙөк, ишек алдының, урамдарҙың таҙа булыуы – дине­беҙҙең бер өлөшө. Битарафлыҡ, ялҡаулыҡ сәбәпле бысранған, емерек урында төрлө ауырыу башлана.
“Кешенең бәхете – йортоноң күркәм, яҡты бу­лыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең мө­бәрәк хәҙи­сендә. Өй төҙөү, бала­ларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәр­биәләү – Исламда бөйөк тәғлимәттә­рҙең бере­һе. Матур, нурлы өйҙә – һәр саҡ тыныслыҡ. Әҙәм балаһы бындай “ҡәлғә”лә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Өйҙө ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырыу ҙа тормош-көнкүрештә мө­һим урын тота. Яҡтылыҡ төшмәгән йортта төрлө сир тамыр йәйә, хатта ки гөл дә үҫмәй.
Матурлыҡ, уңайлы шарттар, һис шикһеҙ, ғаилә­нең ныҡлығына, балаларҙың тәрбиәлелегенә нигеҙ һала. Ир кешенең – хужаның – үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәүе ха­ҡын­да һөйләй был. Бөтөн тырыш­лыҡты, оҫталыҡты, ихласлыҡты һалып төҙөгән йортта балалар ҙа бәләкәйҙән яҡтыға ынтылып, төрлө һөнәр үҙенсә­лектәренә төшөнөп, эшкә өйрәнеп үҫә. “Атанан күргән – уҡ юнған” ти­гәндәй, ошондай шарттарҙа буй еткергән улдар киләсәктә үҙҙәре лә күркәм йорттар төҙөп, ғаиләһен уңайлылыҡта йәшәтә. Хәстәр­лектә үҫкән ҡыҙҙар ҙа күркәм тәрбиәне артабан дауам итә. Ә иҫке, ҡарауһыҙ өйҙә, йәмһеҙ урамда үҫкән бала киләсәктә ниндәй булыр?
Матурлыҡ йәһәт тиҙ таралыусан: төҙөк йорт-ихатаға ҡарап башҡа хужалар ҙа үҙенекен йәмләндерергә тырыша. Тап ошондай сәм, ғәм йәшәтә бөгөнгө ауыл­дарҙы. Уртаҡ йор­т – тыуған төйәк – шулай нурлана, заманса үҫеш ала, тамыры нығына.
“Эште мәңге һаҡланырлыҡ итеп, еренә еткереп башҡарығыҙ, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Мәҫәлән, ғибәҙәтте “был – ахырғы ғәмәлем” тигән уйҙа бар күңелегеҙҙе һалып ҡылығыҙ”. Төҙөлөштөң дә, әлбиттә ки, хуш күңелдән, шартына килтереп, рәхәтләнеп йәшәрлек, рәхмәт әйтерлек итеп башҡары­лыуы мөһим. Сифат бар икән, бәрәкәт арта.
Йорттарҙың, ишек алдарының, урамдарҙың төҙөклөгө, таҙалығы – күңел бөтөнлөгөнөң, имен тор­моштоң нигеҙе. Бәләкәй Ватаның ниндәй – олоһо ла шундай. Йорттан, тыуған төйәктән башланған күркәмлек бөтөн донъяны яҡтырта. Пәйғәмбәребеҙҙең “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө” тигән һүҙҙәренең хаҡлығын йәнә бер ҡат раҫлай был.