Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аралашыу ҡағиҙәһе
* Аралашҡанда әҙәпле һәм һаҡ булыу зарур. Һөҙөмтәлә иң ауыр маҡсаттар ҙа еңел тормошҡа ашырылыр, бикле ишектәр асылыр. Йомшаҡ һүҙ күңелде рәхәтләндерә. Ихласлыҡ ҡиммәтле бүләктәрҙән ҙурыраҡ шатлыҡ килтерә. Асыҡ йөҙ һәм ябайлыҡ – дуҫлыҡ, мөхәббәт дәлиле. Шуның өсөн, кем булһағыҙ ҙа булығыҙ, әҙәм балалары менән әҙәпле аралашығыҙ. Мөләйемлеккә, ихласлыҡҡа ынтылығыҙ.
* Күңелһеҙләнгәндә, асыулы ваҡытта кеше менән һөйләшмәй тороғоҙ, ҡыҙыулығығыҙ һүрелгәнсе сабыр итегеҙ. Башҡаларҙың кәмселектәрен ғәфү итегеҙ, һәр саҡ фекерле, иғтибарлы булығыҙ. Был – тәрбиәлелек билдәһе.
* Кешеләргә ҡатнашмай ситтә тормағыҙ, кем осраһа ла, уның менән һөйләшеп, дуҫлыҡ мөнәсә­бәте күрһәтегеҙ. Һәр эштә ғәҙел, хаҡ фекерле, раҫ һүҙле, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ.
* Кешеләрҙең уҫаллығына ҡар­шы яҡшылыҡ итегеҙ, күркәмлеккә ҙурыраҡ изгелек менән яуап бирегеҙ. Башҡаларға күрһәтәсәк мөнәсәбәт улар теләгәндән һәйбәтерәк булырға тейеш.
* Үҙегеҙҙән кеселәрҙе түбән күрмәгеҙ. Аҡылығыҙ, байлығығыҙ менән маҡтанмағыҙ. Үҙ баһағыҙҙы, шулай уҡ башҡаларҙың мәртәбәһен яҡшы белеп, күркәм аралашығыҙ. Бер бөйөк заттың “Барыһы ла яҡшы, беҙ яман” тигән һүҙенән ғибрәт алығыҙ.
* Башҡаларҙан яҡшы мөнәсәбәт күрергә өмөт итһәгеҙ, үҙегеҙ уларға ҡарата һәйбәт булығыҙ. Хөрмәт көтһәгеҙ – бүтәндәргә ихтирам күрһәтегеҙ. Башҡаларҙың дошман булыуына ҡайғырмайым, тимәйен­сә, дуҫлыҡтарын яуларға тырышы­ғыҙ. Күңелдәрен күрегеҙ. Маҡсат­тарығыҙҙы ҡатылыҡ, ҡурҡытыу менән түгел, ә мөхәббәт аша тормошҡа ашырырға ынтылығыҙ. Кешеләрҙе яратыуҙан камиллы­ғығыҙ юҡҡа сыҡмаҫ.
* Халыҡ хаҡында яҡшы фекерҙә булығыҙ. Изге эштәр тураһында ғына һөйләгеҙ. Ямандарын йәше­регеҙ, таратмағыҙ. Үлгәндәрҙең изгелектәрен генә иҫкә алығыҙ. Кешеләр менән аралашыуығыҙ яҡшы булһын. Донъялыҡта һеҙҙе һөйһөндәр, баҡыйлыҡҡа күскәс, юҡһынһындар.
* Ярҙам күрһәтеүҙең тейешле ваҡыттары бар. Башҡа мәлдә һис кем бүтәндәрҙән булышлыҡ көтмәһен. Кешеләргә һалынмағыҙ, уларҙың малына өмөт итмәгеҙ. Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ.
* Антығыҙға тоғро булығыҙ. Вә­ғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. Дуҫтарығыҙға тоғро булығыҙ. Кешеләрҙең ҡайғы-шатлығын уртаҡлашығыҙ. Үҙегеҙ яратмағанды уларға эшләмәгеҙ. Әгәр аралашыуығыҙ ошондай нигеҙҙә ҡоролһа, арағыҙҙа яҡшы­лыҡ хөкөм һөрөр, дуҫлыҡ урынлашыр.
* Халыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн үткәр­гән ваҡытығыҙҙы юғалтыу тип иҫәпләмәгеҙ: башҡаларҙы һөйөү, уларға ярҙам күрһәтеү – бөйөклөк, кешелеклелек билдәһе.

(Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 92

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 86

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 219

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 221

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 710

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 296

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 275

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 362

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 229

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 218

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 209

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 463