Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәнгә – шифа, йәнгә – ял
Тупраҡтан ниҙер баш ҡалҡыта, үҫә, нығына, аҙаҡ емеш бирә. Һәр береһенең үҙенсәлекле еҫе, тәме бар. Үҫентеләр ерҙән кеше өсөн иң кәрәкле минералдарҙы ала. Аллаһ Тәғәлә үлән-сәскәнең, емеш-еләктең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан. Кешегә ошоно күрә, дөрөҫ файҙалана, һаҡлай белергә генә кәрәк.
Үҫемлектәр араһында Ҡөрьәндә телгә алынғандар ҙа бар. Ундай йәшелсә-емеш, мәҫәлән, кеше организмына ыңғай тәьҫир итә, күп ауырыуҙы дауалай. Шуларҙың бер нисәһен йәнә бер ҡат хәтергә төшөрөп үтәйек.


“Ҡыуанып ашарһығыҙ”

“... Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашар­һығыҙ” (“Әл-Мөьминун” сүрәһенән).
Йөҙөм витаминға, минераль мат­дәләргә бай иң ҡим­мәтле емештәр­ҙең береһе һанала. Уның 20 – 25 проценты глюкозанан тора, шун­лыҡ­тан виноград ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнеше кисергән кеше­ләр өсөн айырыуса файҙалы. Йө­ҙөм­дә шулай уҡ тимер күп. Тикше­реүҙәр күрһәтеүенсә, виноград составындағы ҡайһы бер химик бәйләнештәр яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.

Айырым тәм бирелгән

“Ерҙә бер-береһенә тоташып ятҡан, бер үк һыу менән һуға­рылған виноград яландары, баҫыуҙар, пальма урмандары бар. Улар араһынан бер емешкә айырым үҙенсәлек, тәм бирҙек” (“Әр-Раад” сүрәһенән).
Был сүрәлә финик хаҡында әйтелгән. Уның яртыһын глюкоза тәшкил итә. Финик организмда бик тиҙ үҙләштерелә, көсөргәнеште бөтөрә. Аллаһ емеше мейе эшмә­кәрлеге өсөн айырыуса файҙалы, сөнки ул аҡһымға, А, В1, В2 витаминдарына бай. Ошо өҫтөнлөгө арҡаһында финик иммунитетты, һөйәкте, тештәрҙе, күҙ мускулдарын нығыта, организмдың күҙәнәк­тәрен яңырта.

Шифалы ла, туҡлыҡлы ла

Ҡөрьәндә телгә алынған емеш­тәр араһында банан да бар. Ожмахтың матурлығы һүрәтләнгән аяттарҙа шун­дай һүҙҙәр әйтелгән: “Банан пальмалары ботаҡтары рәткә теҙелгән һутлы емештәрҙән бөгөлә...” (“Әл-Вәкиә” сүрәһенән).
Мәғлүм булыуынса, банан туҡ­лыҡлы булыуы менән билдәле, уның 75 процентын һыу, ҡалған өлөшөн аҡһым, май, калий, углеводтар тәшкил итә. Был емеш – күп ауырыуҙан дауа, айырыуса тән температураһы күтәрелгәндә, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолғанда ярҙам итә. Банан шулай уҡ ҡан баҫымын төшөрөү, аллергиянан арыныу өсөн ҡулланыла.
Емештә В6 витамины күп. Мәғ­лүм булыуынса, орга­низмға ул етмәһә, кеше тиҙ арый, ҡыҙып китә, йоҡлай ал­май интегә, ҡан баҫымы түбән була. Шул уҡ ваҡытта бө­йөрҙә таш барлыҡҡа килеүе, тиренең насарланыуы ихтимал.

Йөрәккә көс өҫтәр

“Инжир һәм зәйтүн ағасы менән ант итәм” (“Әт-Тин” сүрәһенән).
Инжир фосфор, кальций, тимер, калий, магнийға, шулай уҡ А, В1, В2,В3, В6, С витаминдарына бай. Ошо арҡала емеш физик һәм аҡыл эшенә күп көс һалған кешегә тиҙ арала яңы ҡеүәт өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта инжир мускулдарға һәм нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, холестеринды кәметә. Ул минералдарға ифрат бай. Был емеште даими ҡулланған кеше бер ваҡытта ла йөрәк-ҡан тамыр­ҙары ауырыуына зарланмаҫ.
Киптерелгән бер сынаяҡ инжир кальций күләме буйынса бер стакан һөттө алыштыра ала.

Тәлгәш-тәлгәш...

“...Тәлгәшләнеп һалынып торған һары сейә ботаҡтары...” (Әл-Вәкиә” сүрәһенән).
Был емеш организмды шлактарҙан, ағыуҙан таҙарта. Бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта, тимәк, тәндән йыйылған һейҙек кислоталарын, тоҙҙарҙы бүлеп сығарыуҙы тиҙләтә. Һөҙөмтәлә ревматизм, остеохондроз, ҡан тамырҙарының төйөрләнеүе һ.б. ауырыуҙарҙы иҫкәртә. Шул уҡ ваҡытта һары сейә бөйөрҙә таш, ҡом барлыҡҡа килеүенә юл бирмәй, уларҙы юҡҡа сығарыуға булышлыҡ ҡыла. Ҡанды таҙарта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 93

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 87

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 219

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 222

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 711

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 298

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 277

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 363

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 232

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 219

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 210

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 464