Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ярҙамсы һәм бәрәкәт килтереүсе
Ярҙамсы һәм бәрәкәт килтереүсе“Хәҙерге балалар өйҙән сыҡмай – интернетта ултырыуға әүәҫләнде” тигән һүҙҙәр йыш ишетелһә лә, шөкөр, бөтөн ерҙә лә улай түгел. Ата-әсәһенә ихлас ярҙам иткән, һөнәргә өйрәнергә тырышҡан, ваҡытын бушҡа уҙғармаған малай-ҡыҙҙар күп. Барыһы ла ғаиләләге тәрбиәгә бәйле шул.

...Бына бер бәләкәй ҡыҙ әсәһе менән еләк йыйып ҡайтып килә. Арыһа ла, кәйефе көр. Ҡайтҡас та уйнарға сығып китмәйәсәк ул, ә әсәһенең еләкте нисек эшкәрткәнен ҡарап, өйрәнеп торасаҡ. Исламда ҡыҙҙарға шулай бәләкәйҙән өй тәр­биәһе бирергә, хеҙмәткә өйрәтергә ҡушыла. Шул уҡ ва­ҡытта уларҙы, дини ки­тап­тарҙа әйтелгәнсә, “бик шәп”, “яҡшы эшләгәнһең”, “тағы ла тырышың­ҡыра­һаң...” кеүек һүҙҙәр менән маҡтау дөрөҫ түгел. Бындай хуплауҙан һуң ҡыҙ баланың холҡо малайҙыҡына тартым була башлай. Маҡталыу өсөн ул фәҡәт уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуя­саҡ. Ә был ҡыҙ кеше өсөн кәрәкме? Асылынан тайпыл­ған әҙәм балаһы бәхетле буламы? Мәғлүм ки, дөрөҫ тәрбиә алмаған ҡыҙҙарҙың күбеһе артабан тик хеҙмәт ҡаҙаныштарына, карьераға ынтылыусан кешегә әүе­релә. Шуларҙан башҡа бер нәмә лә күрмәй. Ваҡыт үтеү менән ундайҙар дөрөҫ юлдан бармағанын, яңылыш­ҡанын, бәләкәйҙән һөйөүгә мохтажлығын аңлай.
Ҡыҙ кеше өсөн иң мө­һи­ме – үҙен яратыуҙарын тойоу. Шуға ла уға наҙлы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Дини китаптарҙа ҡушыл­ғанса, “һин – минең хазинам, Аллаһ биргән оло бүләкһең”, “тормошомдо биҙәүсе, йәм­ләүсеһең”, “мин һине шул ҡәҙәр яратам” тип әйтеп тороу ҡыҙсыҡтарҙың күңелен үҫтерер, уларға үҙен яра­тылған, кәрәкле кеше итеп тойоуға булышлыҡ ҡылыр. Һөйөү мөхитендә буй ет­кер­гән гүзәл зат ошондай тәр­биәне үҙ ғаиләһендә лә дауам итер.
Мәғлүм ки, атайҙарҙың күбеһе тип әйтерлек ҡаты­ны­ның ул тыуҙырыуын көтә. Өмөттәре аҡланмаһа, бәғ­зеләр ҡыҙын малай кеүек итеп тәрбиәләй башлай. Был – Аллаһтың биргәне менән риза булмау, бала­ның үҫешен тотҡарлау, уны төп асылынан тайпылдырыу, яҙмышын боҙоу. “Әҙәм балаһының күңелендә иман ни тиклем ныҡ, ул шул тиклем үк ҡатын-ҡыҙға һөйөү, хөрмәт менән ҡарай”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең “Ҡыҙҙар бөтөн йөрәге менән яҡын­дары өсөн һыҙлана, улар – ярҙамсы һәм бәрәкәт кил­тереүсе” тигән һүҙҙәрен дә онотмау зарур.
Гүзәл затты Аллаһ Тәғәлә йорт усағын һаҡлаусы, нә­ҫел­де ишәйтеүсе итеп яралт­ҡан. Ҡыҙҙарға ошо тәрбиә бәләкәйҙән һеңде­релһә, улар ирҙәр урынына ынтылмаҫ, йәмғиәттә дәрә­жә яуларға атлыҡмаҫ, ә үҙе­нең төп бурыстарын атҡа­рып, күберәк файҙа килтереп йәшәр, һөҙөмтәлә, һис шикһеҙ, көслө заттың да, милләттең дә, өммәттең дә, дәүләттең дә ҡеүәте артыр. Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә тәғәйен ғәмәлдәр билдә­ләгән, уларҙан ситкә китмәү – ҡот, ырыҫ, бәрәкәт нигеҙе.
Ҡыҙҙарға ҡарата мөнә­сәбәттең ниндәй булырға тейешлеге Башҡор­тостан­дың халыҡ шағиры Ҡәҙим Арал­баевтың түбәндәге шиғы­рында айырыуса йылы әйтелә:
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа – уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа – уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа – уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 95

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 136

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 103

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 117

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 277

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 140

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 198

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 131

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 82

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 158

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 197

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 117