Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хажға йыйынғандар өсөн
Тиҙҙән, иншаллаһ, Исламдың биш терәгенең береһе булған изге ғәмәл – хаж ҡылыу – мәле етә. Ошоға бәйле дини китаптан кәңәштәр еткерәбеҙ.

* “Әл-Бәҡара” сүрәһендә ҡушылғанса, ниәт итеп, хаж ғәмәлен үтәргә йыйынғандар енси яҡынлыҡ ҡылыуҙан, гонаһлы эштәрҙән, асыу тыуҙырған бәхәстәрҙән һаҡланырға тейеш. Тәүгеһе ғибәҙәтте бөтөнләй яраҡһыҙ, башҡалары кәмселекле итә, тимәк, хаж камил булмай. Әгәр инде тыйылғанды тотоп, изге ғәмәлде Аллаһ ризалығы өсөн башҡарһа, әҙәм балаһы өйөнә гонаһтарҙан арынып, яңы тыуған сабыйҙай сафланып ҡайтыр, тиелә хәҙистәрҙә.
Хаж ҡылыр алдынан һәр кем ғибәҙәттең төп асылына төшөнөргә, уны дөрөҫ атҡарыу юлдарын белергә, яңылышлыҡтарҙан һаҡланырға тейеш. Ә быға “Ҡөрьән Кәрим”де, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтен өйрәнеп кенә өлгәшергә мөмкин.
* Хаждың үҙ тәртибе, ҡағиҙәләре бар. Уларҙы алдан өйрәнеү мөһим. Шул саҡта ғына хаж ғәмәле тулы, теүәл үтәлеп, Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡабул ҡылыныр.
* Ғәрәфәт тауына барырға йыйынғанда – Минә яланында, Ҡорбан байрамы алдынан Мөздәлифәлә ҡунып төн үткәреүҙе ҡалдырыуҙан һаҡланығыҙ, сөнки улар – Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте. Дин белгестәре билдәләүенсә, айырыуса Мөздәлифәлә таң атҡансы булыу мөһим, был хаждың бер терәге тип һанала.
* Мәсеттә намаҙ уҡыған кеше менән уның алдындағы сутра (кәртә) араһынан үтмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ шулай ҡушҡан. “Намаҙ уҡығандың алдынан үткән өсөн үҙенә ниндәй ҙур гонаһ аласағын белһә, был кеше урынында ҡырҡ көн (ай, йыл) тороуҙың яҡшыраҡ икәнен аңлар ине”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Хаж мәлендә мәсеттәрҙә һәр кем үҙ алдына ошондай кәртә ҡуйырға тейеш. Алдан кеше үтеп йөрөмәһен өсөн эшләнә был.
* Бөтөн донъя мосолмандарының осрашыуы оло ҡиммәткә эйә. Был мәлде һәр кем файҙалы итеп, хаж ғәмәлдәрен, Ислам, иман нигеҙҙәрен өйрәнеп, башҡаларға яҡшы кәңәш биреп үткәрергә тейеш.

“Пәйғәмбәр хажы” китабынан.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 92

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 133

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 101

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 114

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 277

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 140

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 197

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 131

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 82

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 158

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 196

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 116