Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Файҙа булһын өсөн яралттым”
Ерҙәге һәр үҫемлек – Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә дәлил, әммә уларҙың ҡәҙерен, нимәгә кәрәклеген белеп еткермәйбеҙ кеүек.

“Ер йөҙөндә һәр нәмә­не әҙәм балаһына файҙа булһын өсөн яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кә­рим”­дә. Аллаһ Тәғәләнең бүләктәре араһында ағастар айырым урын алып тора. Билдәле булыуынса, улар насар һауаны үҙенә ҡабул итеп, кислород бүлеп сығара. Тимәк, ағасты “Ер шары­ның үпкәһе” тип әйтергә мөмкин. Урманлы ерҙә айырым микроклимат хасил була, үҫемлектәргә, хайуандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар­лыҡҡа килә.
Урманға бай төбәгебеҙҙә, мәғлүм ки, ағас ифрат күп. Һәр береһе айырым үҙенсәлеккә эйә. Мәҫәлән, һыу буйында үҫкән тал һығылмалылығы, йомшаҡлығы менән билдәле. Унан борон һауыт-һаба, кәрзин, ситән үргәндәр. Шулай уҡ ҡабығын һыҙырып алып, йәнлек тиреһен буяу өсөн ҡулланғандар. Ҡарама ла тиҙ һына торғандарҙан түгел, шуның өсөн ул атҡа сана яһау өсөн файҙа­ланылған. Ә еректән төрлө һауыт-һаба эшләнгән. Йүкә лә ҡашығаяҡ яһауға ҡулайлы, йәнә ул – бал бирә торған ағастарҙың береһе. Әгәр ҙә яҙ сәскәгә күмелһә, йыл һәйбәт килә.
Ҡарағай тормошобоҙҙа айырыуса ҙур урын алып тора, сөнки ул өй төҙөү өсөн һәйбәт. Ҡарағас та – ифрат ныҡ, ҡиммәтле ағас. Ул элек Уралда шул тиклем күп үҫкән. Билдәле булыуынса, әлеге Санкт-Петербург ҡалаһын төҙөү өсөн беҙҙән күпләп ҡарағас ҡырҡып алып киткәндәр. Был ағастар ундағы һаҙлыҡты бөтөрөү маҡсатында ҡулланылған. Италиялағы бер ҡаланың да Урал ҡарағастары өҫтөндә ултырғаны мәғлүм.
Ә бына ҡайынды “ҡайғы ағасы” тиеүҙәре дөрөҫмө? Динебеҙ ҡушыуынса, тормошта ундай шик-шөбһәгә урын булырға тейеш түгел. Ҡайын ифрат файҙалы. Был ағас тәү сиратта хуш еҫле миндеге менән билдәле. Туҙынан иһә төрлө әйбер, һауыт-һаба эшләргә була. Элек уны яндырып, дегет тә алғандар. Был шыйыҡса кешеләрҙең, хайуандарҙың тире ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланылған. Ҡайын – ҡаты ағас. Ошо сифатына бәйле ул арба, тәртә эшләү өсөн ҡулланыла, ләкин, ҡаты булғанлыҡтан, һыуыҡты үткәрә. Шул сәбәпле унан йорт төҙө­мәйҙәр.
“Ҡайғы ағасы” тиеүгә әйләнеп ҡайтҡанда, алда әйтелгәнсә, бындай “мөһөр” динебеҙ ҡанундарына ҡаршы килә. Эйе, халыҡ араһында борон-борондан ниндәйҙер ырымдар йәшәгән, ләкин Ислам уларға ышанырға, тормошта ҡулланырға рөхсәт итмәй.
Һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт ҡосағында шифалы һауа һулап йәшәү – сикһеҙ бәхет. Баҡсала ла төрлө ағас ултыртыу изге эш һанала. “Әгәр ҙә әҙәм балаһы иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың орлоғо, емеше менән башҡа кешеләр, ҡош-ҡорт туҡланһа, үҫтереүсегә ҙур сауап була”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Үлән-сәскәләрҙе лә төрлө-төрлө итеп яралтҡан Раббыбыҙ. Тәбиғәттең сихри мәлен иҫкә төшөрәйек: көндәр йылына төшөп, ләйсән ямғыры яуып үткәс, күптән түгел генә ҡарҙан әрселгән ҡара ерҙә мең төрлө үҫемлек баш ҡалҡыта. Хоҙайҙың хикмәте: улар бер-береһенә һис оҡшамаған, әммә һәммәһе лә үҙенсәлекле сәскәһе, япрағы, еҫе менән әсир итә. Өҫтәүенә барыһының да әҙәм балаһы өсөн ниндәйҙер файҙаһы бар. Әммә, үкенескә ҡаршы, күп осраҡта тәбиғәттәге әҙер шифаның ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ.
Йәшеллектең шифаһын хайуандар ҙа белә. Әйтәйек, эттең йәки бесәйҙең ауырып китеү менән ҡырҙа бер аҙ юғалып тороп, ниндәйҙер үҫемлектән һауығып ҡайтыуын беләбеҙ. Йылҡы малы иһә андыҙ эҙләп юллана: “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ” тигән мәҡәл юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
...Әҙәм балаһы донъяға килә, үҫә, йәшлеген кисерә, олоғайыу мәле етә. Үҫемлектәр һәм ағастар ҙа шулай: бәләкәй генә булып морон төртә, унан яйлап аяҡҡа баҫа, тамырҙарын ергә нығытып алғандан һуң емешен бирә башлай, тора-бара бер аҙ хәлһеҙләнә төшөүе һиҙелә. Раббыбыҙҙың рәхмәте менән яралтылған йәшеллектең дә шулай үҙ мәле, ғүмере бар. Ул тормошобоҙға терәк булһын, шатлыҡ-ҡыуаныс, күңел, рух, тән сәләмәтлеге өҫтәүен дауам итһен өсөн һәр ағасҡа, үҫемлеккә иғтибар бүлеү, ҡәҙерен белеү, һаҡлау зарур.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 92

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 133

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 101

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 114

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 277

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 140

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 197

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 131

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 82

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 158

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 196

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 116