Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыйындарҙа ырыҫ йыйып...
Иртәгә Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы эргәһендә Дим буйы йәштәре йыйыны үтә. Уны урындағы мөхтәсибәт Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, район хакимиәте ярҙамында ойоштора.

Йыйындың маҡсаты – төрлө милләт йәштәре өсөн уртаҡ майҙансыҡ булдырып, уларҙың социаль берҙәмлеген нығытыу. Сарала дини тәрбиә һәм иҫкәртеү эштәре юлдары хаҡында һөйләшеү ҡаралған, был йәһәттән власть органдарының, белем биреү, йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәт тәжрибәһе өйрәнеләсәк.
Көндөң тәүге яртыһында йәштәр төрлө майҙансыҡтарҙа фекер алышһа, икенсеһендә спорт ярыштары – көрәш, футбол, уҡ атыу, армрестлинг, йүгереү – үткәреләсәк, байрам концерты уҙасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, төбәгебеҙҙә ошондай саралар даими ойошторола. Бының, әлбиттә, йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Аралашыу, фекер алышып йәшәү Исламда юғары урында тора. Был йәштәребеҙ өсөн айырыуса мөһим. Яңылыш юлдан китмәһен тиһәк, уларҙы даими хәстәрләү, ҡыҙыҡһындырыу, кү­ңелдәрен төшөрмәү, терәк-таяныс булыу, “етәкләп йөрөтөү” зарур.
Дингә килергә ынтылғандарҙың бер һорауын да яуапһыҙ ҡалдырмау, “Ҡөрьән Кәрим”гә, Пәйғәмбәре­беҙҙең нәсихәттәренә таянып аңлатыу элек-электән дини остаздарҙың, имамдарҙың төп бурысы булған. Әгәр ҙә ки ошондай эш алып барылмай икән, йәштәре­беҙҙең бөтөнләй ситкә тайпылыуы ихтимал. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға тырышып, интернет селтәрен гиҙеүҙең ни ҡәҙәр хәүефле икәнен оноторға ярамай, ти дини остаздарыбыҙ. Ундағы бихисап мәғлүмәттең ҡайһыһы дөрөҫ икәнен ҡайҙан белһен йәш кеше? Ә традицион булмаған ағымдар, мәғлүм ки, бындай “ҡорбан”дарҙы эләктереп алырға әҙер тора. Шуға ла ҡорҙарға йыйылып, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыуҙарҙың әһәмиәте бөгөн айырыуса ҙур.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Йәшлек – еңеллектең бер ботағы”, – тигән. Тимәк, ошо быуынды хәстәрләүгә, яңылыш аҙымдарҙан һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленергә тейеш, һәм быны дәүләтебеҙ ҙә, мөфтиәттәр ҙә, йәмғиәт тә аңлап ҡабул итә, маҡсатҡа ярашлы ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашыра.
Ошондай сараларҙың күбеһендә төп урындың спортҡа бирелеүе лә һөйөнөслө. Ярыш – ул көрәш, рух ныҡлығы, тән һәм йән сәләмәтлеге. Был төшөнсәләр Исламда ҙур ҡиммәткә эйә. “Иманлы, ҡеүәтле әҙәм балаһы көсһөҙгә ҡарағанда хәйерлерәк”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Исламда фарыз һаналған изге ғәмәлдәрҙең – намаҙ уҡыуҙың, хажға барыуҙың – нигеҙендә лә хәрәкәт ята. Уларҙың икенсеһендә, әйтәйек, әҙәм балаһы ил гиҙә, донъя күрә, физик һәм рухи йәһәттән яңырып, көс-ғәйрәт алып ҡайта. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтем юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән.
Хәҙистәрҙең береһендә яҙылыуынса, бер саҡ Пәйғәмбәребеҙ хәҙрәти Ғәйшә менән йүгереп ярыша. Тәүге урауҙа ҡатын тәүге булып килһә, икенсеһендә – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шул саҡ Пәйғәмбәребеҙ “Был еңеүем – алдағы еңелеүемдең өлөшө” тигәнерәк фекер әйтә. Йәғни, ҡаҙаныш яулау өсөн тырышлыҡ күрһәтеү генә түгел, башҡаларға ихтирам-хөрмәт менән ҡарау ҙа мөһим. Ошондай сифат, шулай уҡ еңелеүҙе лә лайыҡлы үткәрә белеү кешене юғарыға күтәрә.
Мәғлүм ки, Ислам дине балаларҙы йөҙөргә, уҡ атырға, һыбай йөрөргә өйрәтергә ҡуша. Был спорт төрҙәре тән сәләмәтлегенә генә түгел, аң-зиһен үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. Мосолман, мәҫәлән, ҡайҙа ғына барып сыҡмаһын, үҙе торған урынды билдәләй белергә тейеш. Ташта үҫкән мүккә, ағастың ботаҡтарының үҫешенә һәм башҡаға ҡарап йүнәлеш алырға өйрәнһә, аҙашмаясаҡ.
Дөйөм алғанда, тормоштағы һәр төрлө осраҡта динебеҙҙең, шул уҡ ваҡытта хәрәкәттең әһәмиәте ифрат ҙур. Бөтөн донъяға билдәле бәғзе спортсыларҙың Исламды ҡабул итеүе миҫалында ла динебеҙҙең ниндәй ҙур ҡеүәткә эйә икәнлегенә йәнә бер ҡат инанабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 106

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 150

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 116

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 120

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 280

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 141

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 198

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 134

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 85

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 159

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 199

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 117