Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫке Ҡарғалыға – яңы һулыш
Иҫке Ҡарғалыға – яңы һулышИсламда ир-аттың мәртәбәһе шул ҡәҙәр ҙур. Ул – өммәтте тотоп тороусы көс. Бөгөн динебеҙҙең ниндәй кимәлдә үҫеш кисереүе тәү сиратта ир-атҡа бәйле. Аллаға шөкөр, йәмғиәткә, өммәткә терәк-таяныс булырҙай көслө зат вәкилдәре бихисап. Араларында, мәҫәлән, Илфат хажи Шәйбәков атлы замандашыбыҙ бар. Ул күптән түгел тыуған төйәгендә мәсет төҙөттө.

Балтас районының Иҫке Ҡарғалы ауылында ишле ғаиләлә буй еткергән Илфат Зәүи улы әле Нефтекама ҡалаһында ғүмер итә. “Бала сағым бөтөн малайҙарҙыҡы кеүек “йүгереп” үтте, уйнарға ла, атай-әсәйгә ярҙам итергә лә өлгөрә инек, – ти ул. – Бәләкәйҙән өлкәндәрҙән ниндәйҙер кимәлдә дини тәрбиә алған кеше булараҡ, күңелдә “Ә ниңә ауылда мәсет юҡ икән?” тигән аптыраулы уй ҙа бар ине. Әммә уға аныҡ яуап биреүсе булманы. Эйе, был йәһәттән һүҙ әйтергә ҡурҡҡан яҡындарыбыҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам нигеҙҙәрен, әҙәп-әхлаҡ ҡанун­дарын белеп үҫтек. Дин күңелдә йәшәй бит. Ҡан аша күсә килгән рухи ҡиммәттең ҡеүәте шул ҡәҙәр юғары, уның тамырына “балта сабыу” мөмкин түгел”.
Күркәм тәрбиә алып үҫкән Илфат Шәйбәков өлкәнәйә барған һайын дингә нығыраҡ яҡыная: намаҙ уҡырға өйрәнә, Нефтекамала мәҙрәсәлә белем ала. 2007 йылда иһә хаж ҡылыу бәхетенә өлгәшә.
– Изге сәфәр күңелемде тағы ла яҡтыртты, иманға нығыраҡ яҡынайт­ты, – ти ул. – Исламдың бөтөн матур­лығын йөрәгем менән тойҙом, үҙемдең тормоштағы бурыстарымды тәрән аңланым. Һөҙөмтәлә тәүге маҡсатым шул булды – тыуған ауылымда мәсет асыу.
Әлбиттә ки, бындай ғәмәлде тиҙ арала тормошҡа ашырыу мөмкин түгел – эше, мәшәҡәттәре бихисап. Шулай ҙа бер ни алдында ла туҡта­лып ҡалмай уҙаман. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ үҙ емешен бирә: 2015 йылдың майында Иҫке Ҡарғалы мәсетенә нигеҙ һалына. Башлан­ғысты дәррәү күтәреп алған ауылдаштар ҙа ихлас ҡушылғас, иман йорто төҙөлөшө яйлап, әммә тотҡарлыҡһыҙ алға китә. Һәр кем изге эшкә мөмкинлегенә ҡарап өлөш индерергә тырыша.
– Ауылдаштарыма ҙур рәхмәт, – ти Илфат Зәүи улы. – Эштең һөҙөм­тәһе бит ниәткә бәйле: изге маҡсатта берләшеп, әл-хәмдү лил-ләһ, оло ғәмәл атҡарҙыҡ. Ауылы­быҙҙың шундай матур ерендә урынлашҡан мәсетебеҙ, иншаллаһ, киләсәктә тағы ла нығыраҡ берләшеү мөмкинлеген асһын, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә татыулыҡта, бәрәкәттә йәшәргә яҙһын.
Иҫке Ҡарғалыға – яңы һулышИман йортон асыу тантанаһында халыҡ шул ҡәҙәр күп булды. Урын­дағы халыҡтан тыш, ситтә йәшәгән ауылдаштар, райондаштар ашҡынып килгәйне уға. Күҙ йәштәре, тулҡын­ланыу, рәхмәт һүҙҙәре... Барыһы бергә бәйләнеп, тантананы ғәжәп йылы, ихлас байрамға әйләндерҙе.
– Иҫке Ҡарғалыға яңы һулыш биргән иман йортоноң ишеге бер ҡасан да ябылмаҫ, уға илткән юл гелән таҡыр булыр – кеше өҙөлмәҫ тигән ышаныстабыҙ, – ти Балтас районының имам-мөхтәсибе Рәшит хәҙрәт Шәйхәйҙәров. – Был беҙҙең төбәктә 35-се мәсет. Әл-хәмдү лил-ләһ, иман йорто булмаған ауыл­дарыбыҙ бик аҙ ҡалып бара. Хатта ки халыҡтың күпселеген ҡатнаш ғаиләләр тәшкил иткәндәрендә лә мәсет бар һәм уңышлы эшләй. Был, әлбиттә, төбәгебеҙҙәге төрлө милләт вәкилдәренең татыу йәшәүенә аныҡ дәлил. Әйткәндәй, беҙҙең Балтаста киң билдәле иман йорто – Иҫке Яҡшый мәсете бар. 270 йыл дауамында туҡтауһыҙ эшләгән ғибәҙәт­хана ул! Ауыр, ҡатмарлы йылдарҙа ла ябылмай, төбәгебеҙҙең төньяҡ өлөшөндәге 18 районға хеҙмәт иткән берҙән-бер мәсет. Ул, шөкөр, һаман да сафта, әле бинаһында яңыртыу эштәре бара. Дини яҡтан ошондай көслө, ҡеүәтле төбәгебеҙҙә иман нуры һис ҡасан да һүнмәҫ, иншаллаһ.

Балтас районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Истәктәр хәл итер!

Истәктәр хәл итер! 14.12.2018 // Иман

“Йәмил” мәсете – Истәк ауылының йәме. Алты йыл элек төҙөлгән күркәм ғибәҙәтхананың манараһы әллә...

Тотош уҡырға 77

Малаяҙҙа ниңә аяҙ?

Малаяҙҙа ниңә аяҙ? 14.12.2018 // Иман

Салауат районы имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: Малаяҙ мәсете 20...

Тотош уҡырға 67

Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй

Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй 14.12.2018 // Иман

Мәғлүм ки, Балтаста киң билдәле иман йорто – Иҫке Яҡшый мәсете бар. Эшмәкәрлегенә быйыл 270 йыл...

Тотош уҡырға 44

“Бер-береһе менән танышһын тип...”

“Бер-береһе менән танышһын тип...” 14.12.2018 // Иман

Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә халыҡтарҙың рухи ҡиммәтенә ҡарата ниҙәр әйтелгәнен...

Тотош уҡырға 60

Йортоң ниндәй –  илең шундай

Йортоң ниндәй – илең шундай 14.12.2018 // Иман

Подъездан башланған тәрбиә нимәгә илтә? Киләһе йылдың ғинуарынан республикала подъездарҙы ремонтлау...

Тотош уҡырға 62

Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 120

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 168

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 131

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 132

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 300

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 145

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 218