Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге уйҙа йәшәү емеше
Изге уйҙа йәшәү емешеИзге Ҡорбан ғәйетендә өммәтебеҙҙең ҡеүәт йыя, милләттәр араһындағы татыулыҡтың нығына барғанына йәнә бер ҡат инандым. Бында, һис һүҙһеҙ, дин юлындағы ҡәрҙәштәребеҙҙең, остаздарҙың өлөшө ҙур. Шундай әйҙәүселәр араһында хөрмәтле, изге күңелле ауылдашыбыҙ Фәниә Ғәлләмова ла бар.

Ул 1936 йылда донъяға килә, бала сағы ауыр осорға тура килә. Бөйөк Ватан һуғы­шы башланғас, атаһы Абдулланы фронтҡа алалар. Ҡа­тынын, биш балаһын ҡалдырып яуға киткән ғаилә башлығының, күп тә үтмәй, “ҡара ҡағыҙ”ы килә. Ғәзизә апайға балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырырға тура килә. “Сибәр, уңған килен” тип хөрмәт итә уны Йәшергән ауылы халҡы. Апай ҡәйнәһе менән 32 йыл бергә татыу­лыҡта йәшәп, һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙата. Балалар һөйөклө өләсәйҙәренең йы­лы ҡосағында тәрбиәле, хәстәрлекле, итәғәтле булып үҫә.
Кинйә ҡыҙ Фәниә лә тырышлығы, отҡорлоғо, һәләт­лелеге менән һөйөндөрә. Үкенескә күрә, мәктәпте тамам­лағас, белем алыуын артабан дауам итеү мөмкинлеге булмай – бик йәшләй колхоз эшенә егелә, йорт, хужалыҡ мәшәҡәттәренә күмелә. Һәләтле ҡыҙға өләсәһе Мәшрүфә дини белем бирә, доғалар ятлата, намаҙ уҡырға өйрәтә. Зирәк Фәниә барыһын да тиҙ отоп ала. Йәшләй кейәүгә сыға ул. Ауылдашы Ырғыҙ менән ҡауышып, матур ғаилә ҡоралар, дүрт ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирәләр. Ата-әсә балаларын эшкә өйрәтеп үҫтерә, уларға белем алырға, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам итә. Улар 46 йыл бергә бәхетле ғүмер кисерә. Үкенескә күрә, ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа иртәрәк күсә.
Фәниә һәр ҡайҙа – шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә, колхоздың башҡа эштәрендә – гелән алдынғылар рәтендә була. Һауынсы сағында һәр һыйырҙан йылына өс мең литрҙан ашыу һөт һауып, өлгөлө хеҙмәт күрһәтә. Мәғлүм ки, бындай һөҙөмтәгә һәр кем өлгәшә алмаған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Фәниә ханым ихлас күңелдән дин юлына баҫа. Мәсеткә йөрөп, ғәрәп хәрефтәрен өйрәнә, доғалар ятлай, намаҙ уҡый, ураҙа тота башлай. Ауылдағы оло инәйҙәр, ихласлығын күреп, уға әҙәм балаһын һуңғы юлға оҙатыу ҡағиҙәләрен өйрәтә. Бына 25 йыл инде ханым ошо ҡанундарҙы үтәй, үҙенән йәшерәктәргә лә күрһәтә бара.
Фәниә апай улы Илфаҡ һәм килене Лилиә менән 22 йыл бергә татыу ғүмер итә. Уларға йорт эштәрендә ярҙамлаша, ейәндәрен үҫтерешә. Сабыр, тыныс, саф күңелле Лилиә ҡәйнәһен үҙ әсәһе кеүек ярата, хөрмәт итә, ярҙамына сикһеҙ рәхмәтле. Балалары – беренсе класҡа барасаҡ Ғәлиә, студент Әлфиә һәм армиянан ҡайтҡан Илмир – өләсәйҙәрен ныҡ ярата, инәй ҙә ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора уларҙың тәртипле, изгелекле булып үҫеүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай.
Лилиә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, Илфаҡ – мәктәп автобусы водителе. Бик тырыш, донъяны, матурлыҡты яратҡан кешеләр улар. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йорттары гөл-сәскәгә күмелгән. Фәниә апай ҡәҙерлеләренең ауылда иң татыу, хөрмәтле ғаиләләрҙең береһе булыуына һөйөнөп йәшәй, бындай бәрәкәт өсөн Аллаһ Тәғәләгә көн дә рәхмәт уҡый.
– Улым менән киленемә тормош йөгөн артабан да тигеҙ тартып, балаларының шатлыҡтарын күрергә, ҡыуаныстарҙы ла, ҡайғыларҙы ла уртаҡлашып, ырыҫлы ғүмер кисерергә яҙһын, – тип теләй ул.
Ауылдаштарының оло хөрмәтен яулаған Фәниә апай – һәр йортта ҡәҙерле ҡунаҡ. Халыҡты дингә, ғилемгә, яҡшылыҡҡа өндәүҙән туҡтамай ул, һәр ғәмәле – изгелек. Һикһән ике йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер ҡасан да буш ултырмай, гелән хәрәкәттә. Етеҙлегенә, йәштәрҙәй еңел атлап йөрөүенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ун ете ейән-ейәнсәренә, бүләләренә һөйөклө өләсәй булған Фәниә ханым тәбиғәткә сығырға ярата, гөл үҫтереүгә әүәҫ, ҡул эштәренә оҫта. “Нисек шулай шәпһегеҙ, дәртлеһегеҙ?” тигән һорауға ул шулай яуап бирҙе:
– Дин юлында булыуым, көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡыуым, гелән яҡшы уйҙа йәшәүемдең бәрәкәтелер был. Шул уҡ ваҡытта өйҙәге тыныслыҡ, бер-береңде хөрмәт итеү, балаларҙың шатлығын күреү – үҙе ҙур бәхет.

Стәрлебаш районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 75

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 115

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 84

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 109

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 275

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 135

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 194

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 130

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 80

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 154

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 194

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 113