Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлектә – бәрәкәт
Түбәнге Әрмет халҡының татыулыҡ нигеҙе ниҙә?

...Һуңғы ҡалайҙы беркетергә генә ҡалған. Ришат Мансуров менән Фәнис Шаһиев ерҙә тимер табаҡты тигеҙләп киҫә, ә ҡулдарында шөрөп һәм борғос әҙерләп торған Илшат Шаһиев менән Рауил Әбдрәхимов уны кәрниз буйына ҡуйырға әҙер. Эштең ҡыҙған сағы. Тағы бер ынтылыш, һәм мәсет тыштан балҡып торасаҡ!

Ҡорбан ғәйетенә әҙерләнгән мәлдә шаһит булдыҡ был күре­нешкә. Изге байрамды шундай күркәм ғәмәл менән ҡаршы алды Түбәнге Әрмет ауылы егеттәре.

Мәғлүм ки, фани донъяла һәр кем үҙе артынан матур эҙ ҡал­дырып китергә бурыслы – Ҡөрьән шулай өйрәтә.

– Әл-хәмдү лил-ләһ, ауылыбыҙ халҡы Ислам ҡанундарын үтәргә ты­рыша, – ти ҡәнәғәтлек менән диндар Зиннур Ҡу­нафин. – Иманлылыҡ – ата-баба­быҙҙан күсә килгән оло ҡиммәт. Кү­ңелдәрҙәге ошо тойғо бөгөн бөтөн быуын вәкилдәрен берләш­терә, төйә­гебеҙҙең, нигеҙҙәрҙең ҡот-ырыҫын һаҡлай. Ауылыбыҙҙа мәсеткә йөрөүсе күп, йәштәрҙең хаҡ юлға баҫырға ынтылыуы айырыуса һөйөнөслө. Иман йортон төҙөк­ләндереүгә, яңыртыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Мәҫәлән, Ғаяз Ғибәҙуллин, Ришат Гәрәев, ирле-ҡатынлы Рәмзиә менән Ильяс Ғәлиуллиндар, Фран­гизә Камалова, ағалы-ҡустылы Рәмил һәм Радик Ширғәлиевтәр, әсәле-ҡыҙлы Ғәйшә менән Луиза Сафиуллиналар һ.б. Кем нисек булдыра ала – шулай ярҙам итте.

Түбәнге Әрметтә мәсет һалыу эше туғыҙ йыл элек башлана. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәп бинаһына күсерелгәс, буш ҡалған урынды халыҡ иман йорто итеп үҙгәртергә ҡарар ҡыла. Йылдар дауамында ремонт яһала, тейешенсә яңыртып ҡороу эштәре алып барыла. Былтыр иһә халыҡ мәсетте киңәйтергә кәрәк тигән фекергә килә. Ни өсөн тигәндә, намаҙ ваҡытында, дини байрам­дарҙа, кеше күбәйгәнлектән, тығыҙ була башлай. Һөҙөмтәлә, күп тә үтмәй, ир-егеттәр иман йортона төкәтмә эшләй. Быйыл дөйөм ҡыйыҡ ябып, тыштан матурлап ҡуялар. Хәҙер эске мәшәҡәттәр генә ҡалған. Әйтеүҙәренсә, яңыртыу эшенә, башлыса материал алыуға, йөҙ мең һумдан ашыу аҡса киткән. Изге ниәткә йүнәлтелгән ярҙамдың бәрәкәте, һис шикһеҙ, мәрхәмәтле, йомарт әҙәм балаларына йөҙләтә әйләнеп ҡайтыр. Динебеҙ хаҡына ваҡыты менән иҫәпләшмәгән, ҡул көсөн йәлләмәгән ир-егет тыуған төйәгенә күпме ырыҫ килтерә!

Берҙәм, татыу Түбәнге Әрмет халҡы. Дөйөм көс менән ауылда байтаҡ эш башҡарылған. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһын оҫта фай­ҙаланып, спорт һәм балалар уйын майҙансығы ҡорғандар, мәктәптең спорт залы ремонтланған, “Аныҡ эштәр” проектына ярашлы, зыярат ҡалай тимер менән кәртәләнгән... Берҙәмлектә – бәрәкәт: ауыл йылдан-йыл күркәмләнә, үҙ эшен асҡандар байтаҡ, тырышып донъя көткәндәр араһында йәш ғаиләләр күп.

Ғөмүмән, ауыл халҡы дин ҡанун­дарын үтәүҙә лә, башҡа йәһәттән дә татыулыҡ, тырышлыҡ күрһәтеп йәшәй. Бындай тәрбиә өлгөһөндә, иншаллаһ, киләсәктә лә иман йорто буш тормаҫ, хаҡ юлға баҫҡандар тағы ла артыр. Ғәйеткә йыйылған халыҡтың күплеген күргәс, ошо ышанысыбыҙ тағы ла нығынды. Байрам хөтбәһенән һуң ихатала ҡорбан ашынан, күстәнәстән мул табын ҡоролдо. Ғәйеткә килгәндәр араһында өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәрҙең дә күплеген күреп, күңел һөйөндө.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мөнәжәттә – мең хикмәт

Мөнәжәттә – мең хикмәт 12.10.2018 // Иман

Сибайҙа мөнәжәт һөйләүселәрҙең VI төбәк-ара конкурсы булды. Унда республикабыҙҙан ғына түгел,...

Тотош уҡырға 77

“Уҡытыусың кем?”

“Уҡытыусың кем?” 05.10.2018 // Иман

Исламда уҡытыусылыҡ, остазлыҡ юғары урынға ҡуйылған. Улар “хаҡ фекер таратыусы”, “тура юлдан алып...

Тотош уҡырға 78

Хажиәнең хаҡ ғәмәле

Хажиәнең хаҡ ғәмәле 05.10.2018 // Иман

Китап – белем шишмәһе тигән әйтем бер ҡасан да үҙ көсөн юғалтмай. Заман ниндәй генә алдынғы...

Тотош уҡырға 68

Төйәк халҡының татыулыҡ нигеҙе

Төйәк халҡының татыулыҡ нигеҙе 05.10.2018 // Иман

Төбәгебеҙҙә асылған һәр мәсет тормошобоҙға – йәм, күңелдәргә нур өҫтәй. Һуңғы айҙарҙа Туймазы...

Тотош уҡырға 52

Ир баһаһы – хеҙмәттә

Ир баһаһы – хеҙмәттә 21.09.2018 // Иман

Ихтирам-хөрмәттең нигеҙе ниҙә? “Ауылда эш булмағанлыҡтан, ирем өйҙә ултырырға мәжбүр”. Ошондай...

Тотош уҡырға 109

Тик изгелек көт

Тик изгелек көт 14.09.2018 // Иман

“Кешеләрҙе аҡсағыҙ менән ҡәнәғәтләндерә алмаҫһығыҙ. Уларға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ яҡшы, йөҙөгөҙ яҡты...

Тотош уҡырға 111

Иртәнге намаҙ бәрәкәте

Иртәнге намаҙ бәрәкәте 07.09.2018 // Иман

Күптәр иртәнге намаҙҙы иң ауыры тип һанай. Ә йоҡонан ваҡытында уяныу физик һәм рухи ныҡлыҡ талап...

Тотош уҡырға 96

Үҙ һүҙеңде әйт

Үҙ һүҙеңде әйт 07.09.2018 // Иман

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай – Башҡортостан дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу...

Тотош уҡырға 73

Ҡөрьәндә зекер ителгәс...

Ҡөрьәндә зекер ителгәс... 07.09.2018 // Иман

“Инжир һәм зәйтүн ағастары, мөбәрәк Тур һәм Сина тауҙары, именлек ҡалаһы булған Мәккә менән ант...

Тотош уҡырға 89

Һыу ҡөҙрәте

Һыу ҡөҙрәте 07.09.2018 // Иман

Һыу – Аллаһ Тәғәләнән бирелгән оло ниғмәт. Уның тәбиғәткә лә, кеше һаулығы өсөн дә әһәмиәте баһалап...

Тотош уҡырға 104

Яңы йылға – “Фатиха” менән

Яңы йылға – “Фатиха” менән 07.09.2018 // Иман

Һәргәй ауылы мәсете халыҡты нығыраҡ яҡынайтты 1440 һижри йыл алдынан Һәргәй ауылында күптән...

Тотош уҡырға 78

Боронғо мәсеткә – яңы һулыш

Боронғо мәсеткә – яңы һулыш 24.08.2018 // Иман

Изге Ҡорбан ғәйете Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡына икеләтә шатлыҡ килтерҙе: унда республикалағы иң...

Тотош уҡырға 104