Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Еңеү хаҡында ишеткәс, Ҡөрьән уҡыттыҡ”
Йөҙйәшәр инәйҙең тормош серҙәре

Ҡабаҡ ауылының ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, шунда хеҙмәт иткән Ғәзизә Ғәлиуллина күптән түгел йөҙ йәшен билдәләне. Бөгөн ул Иҫке Муса ауылында кинйә ҡыҙы Динә һәм кейәүе Илдар Мөхәмәтйәровтар менән бергә йәшәй. Йөҙйәшәр инәйҙе ғүмер байрамы менән балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләсәләре генә түгел, тотош район халҡы, етәкселәр ҡотланы.

Ғәзизә Мәғәсүм ҡыҙының күргән-кисергәндәре тураһында китап яҙырлыҡ. Алтмыш бер йыллыҡ хеҙмәт стажы дәүерендә ниндәй генә эш баш­ҡармаған ул! Һөҙөм­тәлә бик күп баһаға лайыҡ булған, 17 миҙалы, рәхмәт хаттары, грамоталары бар. Исеме “Һуғыш йылдарында тыл эшсән­дә­ренең хеҙ­мәте” тигән ике китапта мәңгеләш­те­релгән. Ғәзизә инәй был баҫма­ларҙы һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп һаҡлай.

Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары эш менән үтә, мәк­тәп­тә уҡыу эләкмәй. Шулай булһа ла, үҙаллы хәреф танырға, яҙырға өйрәнә. Ғәрәп­сә лә, латинса ла, яңыса ла уҡый белә. Ун ике йәшенән ҙур тырма тотоп, баҫыуҙа бесән, һа­лам йыя, көлтә бәйләй, ураҡ ура. Һуғыш йылда­рында тылда күргән михнәттәрен әле булһа онота алмай.

– Әхирәттәрем Рәшиҙә, Мәрйәм, Гөлнәзирә менән бригадир ҡайҙа ҡуш­һа, шунда беренселәрҙән булып йөрө­нөк, – ти ул. – Өлкәндәр беҙҙе ағас йығырға, бысырға, һал бәйләргә өйрәтте. Ағиҙел йылғаһы буй­лап һалда ҡурҡа-ҡурҡа ағып барған мәлебеҙ әле лә иҫемдә. Белореттағы Зөйәк урмандарында һуғыш­ҡа ебәрелмәй ҡалған ир-ат менән бергә бил­дән ҡар кисеп ағас йығыр инек.

1943 – 1945 йылдарҙа ат ҡа­раусы булып эшләнем. Ҡыш мал­дарға һыу эсерергә тип Ағиҙелгә төшөрәм. Лом менән мәке уйып, уны таҙарт­ҡанда, ҡулдар туңып бөтә торғайны. Алып ҡайтҡанда ат аслыҡтанмы икән йығылһа, торғоҙа ал­май ыҙалана инем. Миңә ярҙамға Сафия абыстай сыға, унан Исламетдин ағайҙы саҡыра­быҙ.

Еңеү хаҡында ишеткәс, шат­лы­ғы­быҙҙың сиге булманы. Тиҙ генә мейестә икмәк һа­лып, кешеләр йыйып, Ҡөрьән уҡыттыҡ…
Йәшләй әсәйһеҙ, атайһыҙ тороп ҡала ҡыҙ. Бәхетенә күрә, Исмәғил, Ибраһим ағайҙары һуғыштан иҫән-имен, күкрәк­тәре тулы миҙал менән ҡайтып төшә. Уларҙың һеңлеләренә ярҙамы бик ҙур була.

Бер урамда йәшәгән Сафиулла исемле егеткә кейәүгә сығып, матур тормош ҡора Ғәзизә. Нурсилә, Нәфи­сә, Динә исемле ҡыҙҙар, Әнүәр тигән ул үҫтерәләр. Сафиулла Ғөбәй­ҙулла улы балта оҫтаһы, умартасы була. Ауыл еренә хас булғанса, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә Ғәлиул­линдар. Балаларын да тәртипле, итәғәтле, уңған итеп тәрбиәләйҙәр.

Әлбиттә, ғүмер юлы гел ыңғай, күңелле мәлдәрҙән генә тормай. Уның михнәттәрен күп татый Ғәзизә инәй ҙә. Шулай ҙа түҙә, һәр ауырлыҡты Аллаһ Тәғәләнең һынауы тип ҡабул итә. Оҙон ғүмерҙең серен ошолай аңлата:

– Юҡ-барға ҡыҙып бармаҫҡа, сабыр булырға кәрәк. Һәр нәмәнең ыңғай яҡтарын күрергә тырышыу мөһим. Сәләмәтлектең төп нигеҙе – нервыларҙы һаҡлау. Мин бер ҡасан да кеше менән талашып, һүҙгә килешеп йөрө­мәнем, асыу тотманым. Ғәйбәт һөйләгәнгә ҡушылманым, ундайҙарға иғтибар итмәнем. Ғүмерем эштә үтте. Гел хәрәкәттә булдым, ныҡлап ҡартайғансы икешәр һыйыр аҫраным, һарыҡтарым булды, күп итеп картуф үҫтерҙем.

– Әсәйем тынғыһыҙ кеше, – тип һүҙгә ҡушылды ҡыҙы Динә Сафиулла ҡыҙы. – Әле булһа ярҙамлаша, һауыт-һабаны йыуып ҡуя. Шулай уҡ гәзит уҡырға ярата. Дауаханаға йөрөгәне булманы. Берәй ере ауыртһа, үҙе имләй, балаларҙы күҙ тейеүҙән өшкөрә.

Өлкән йәшкә етеүенә ҡарамаҫ­тан, инәйҙең зиһене һәйбәт, яҡшы ишетә һәм күрә. Алда әйтелгәнсә, гәзит уҡый, телевизор ҡарай. Быйыл йәш килене Илмира менән хатта ураҙа ла тотҡандар.

– Аллаһ Тәғәлә балаларыбыҙға бәхет бирһен, донъялар имен торһон, – тип көн дә теләп тора Ғәзизә Мәғәсүм ҡыҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Истәктәр хәл итер!

Истәктәр хәл итер! 14.12.2018 // Иман

“Йәмил” мәсете – Истәк ауылының йәме. Алты йыл элек төҙөлгән күркәм ғибәҙәтхананың манараһы әллә...

Тотош уҡырға 78

Малаяҙҙа ниңә аяҙ?

Малаяҙҙа ниңә аяҙ? 14.12.2018 // Иман

Салауат районы имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе: Малаяҙ мәсете 20...

Тотош уҡырға 68

Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй

Доғалы ерҙән ырыҫ китмәй 14.12.2018 // Иман

Мәғлүм ки, Балтаста киң билдәле иман йорто – Иҫке Яҡшый мәсете бар. Эшмәкәрлегенә быйыл 270 йыл...

Тотош уҡырға 45

“Бер-береһе менән танышһын тип...”

“Бер-береһе менән танышһын тип...” 14.12.2018 // Иман

Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә халыҡтарҙың рухи ҡиммәтенә ҡарата ниҙәр әйтелгәнен...

Тотош уҡырға 61

Йортоң ниндәй –  илең шундай

Йортоң ниндәй – илең шундай 14.12.2018 // Иман

Подъездан башланған тәрбиә нимәгә илтә? Киләһе йылдың ғинуарынан республикала подъездарҙы ремонтлау...

Тотош уҡырға 63

Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 120

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 168

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 132

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 132

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 300

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 145

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 219