Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйтергә теләгәнең фәһемлеме?

“Ғәйбәтте кем һөйләһә лә,
Ғәйбәтте кем тыңлаһа ла –
Гонаһтарын уртаҡ итәм.
Ғәйбәт һөйләгән табынды
Фәрештәләр урап үтә.
...
Анау кеше ғәҙел булды,
Эше сауап. Уйы һәйбәт.
Тик барыһын ҡырып һалды
Ауыҙынан сыҡҡан ғәйбәт”.
(Рауил Бикбаевтың
“777 хәҙис” китабынан).

Ғәйбәт – ҙур гонаһ. “Кемгәлер ҡарата фекерҙең, дәғүәләрҙең күҙгә ҡарап әйтелеүе яҡшы, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки уның хаҡында йәшерен һөйләшелә, нахаҡ кәмселектәр ҙә өҫтәлә икән, был инде яла яғыуға инә”.

Телдең әҙәм балаһының тормошонда әһә­миәте ифрат ҙур. Әйтелгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, күркәм итеп һөйләү, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә за­рур. “Мосолмандың те­ленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, – тип өйрәтә динебеҙ.

Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырғанса, буш һүҙ менән булышыу, күп һәм мәғәнә­һеҙ һөйләү, кәрәкмәгән мәғлүмәт йыйыу, уны таратыу мосолман өсөн бөтөнләй ят. Файҙаһыҙ хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа насар. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы башҡанан ишеткән кире хәбәр, ғәйбәт менән уртаҡлашһа, үҙенә ҙур гонаһ ала.

Буш һүҙҙе тыңлау, мейегә һеңде­реү аңды томалай, фекерләү ҡеүәһенә зарар килтерә. Ваҡытты, көстө белемде камиллаштырыуға, өҙлөкһөҙ хеҙмәткә бүлеү мөһим. Шул саҡта мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәргә, сит мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһын­ыуға урын ҡалмай.

Үпкәләшеүҙең сиге бар

“Өммәтемдә иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Арала бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Ғаиләлә һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша.

Әлбиттә ки, тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ир менән ҡатындың үпкәләшеүе мөмкин. Динебеҙ ҡушыуынса, бындай аңлашылмаусанлыҡ өс көндән ашыуға һуҙыл­маҫҡа тейеш. Әгәр ҙә был сик уҙып кителһә, араға өлкәндәр ҡушылып, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәрткән. “Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Кире осраҡта мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай.

Үҙе тапмаһа...

“Атай-әсәйҙең сабыйына биргән иң ҙур бүләге – әхлаҡ һәм күркәм тәрбиә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.

Бурыстарҙың тәүгеһе – балаға матур исем ҡушыу. Артабан күркәм тәрбиә, тейешле ғилем биреү, күңеленә рухи ҡиммәттәргә һөйөү һалыу, һөнәргә өйрәтеү килә. Йәнә бер бурыс – йәше еткәс, балаға үҙ тормошон ҡорорға булышлыҡ итеү, йәғни был йәһәттән яҡшы кәңәш биреү, һәйбәт ғаилә менән таныштырыу.

Ә бөгөнгө йәмғиәттә ата-әсәгә ҡарата талаптың шаҡтай артыуына шаһитбыҙ. Күптәр балаһына өлкәнәйеп бөткәнсе бурыслы һымаҡ йәшәй, төрлө яҡлап ярҙам итергә атлыға. Ошо урында “Үҙең тапҡан мал булмағас, атайҙыҡы йәл түгел” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү мөһим. Бала ниндәйҙер ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, ул ата-әсәһе ярҙамында яуланған уңыштың ҡәҙерен белмәйәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хаҡ мосолман булайыҡ

Хаҡ мосолман булайыҡ 07.12.2018 // Иман

Мосолман – ул намаҙ уҡыған кеше. Дин тураһында һүҙ сыҡһа, беребеҙҙән икенсебеҙ арттырып һөйләргә...

Тотош уҡырға 95

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй 07.12.2018 // Иман

Юлдарым гел уңып тора. Ҡасан ғына әле яулыҡ ябынып йөрөү уйымда ла юҡ ине, хәҙер үҙемде яулыҡһыҙ...

Тотош уҡырға 136

Дин юлына баҫығыҙ

Дин юлына баҫығыҙ 07.12.2018 // Иман

Ете фәнде белеү фарыз. Ислам дине тураһында дөрөҫ аңлайыш булһын өсөн, мосолмандар дини белем...

Тотош уҡырға 103

Ғәйепләргә ашыҡма

Ғәйепләргә ашыҡма 30.11.2018 // Иман

Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай...

Тотош уҡырға 117

Ҡөрьән менән дауалай

Ҡөрьән менән дауалай 30.11.2018 // Иман

Зәйнулла ишан – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер һәм Ҡырым биләмәһендәге Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең...

Тотош уҡырға 277

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ?

Кем иң яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡ? 23.11.2018 // Иман

Кемдер Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән: “Әй рәсүлуллаһ, әҙәмдәрҙән кем иң яҡшы мөнәсәбәтемә лайыҡ?” – тип...

Тотош уҡырға 140

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ

Ғүмер буйы бурыслыбыҙ 23.11.2018 // Иман

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле...

Тотош уҡырға 198

Ислам – тырыш кешеләр дине

Ислам – тырыш кешеләр дине 23.11.2018 // Иман

Тырышыуҙы Аллаһ Тәғәлә ғибәҙәттең бер төрө тип билдәләгән һәм уны бәндәләренә фарыз ҡылған: “Һиңә...

Тотош уҡырға 131

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат

Тоғролоҡ – пәйғәмбәрҙәргә хас сифат 23.11.2018 // Иман

Тоғролоҡ һүҙҙәрҙәге, эштәрҙәге, ҡылыҡтарҙағы дөрөҫлөк тигәнде аңлата....

Тотош уҡырға 82

Йәннәт – әсәләрҙең  аяҡ аҫтында

Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында 23.11.2018 // Иман

Ислам динендә ҡатын-ҡыҙға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар....

Тотош уҡырға 158

Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 197

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 117