Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Нисек ҡул ҡаушырып ултырмаҡ кәрәк?!”

Ағинәй хеҙмәттән йәм табып йәшәргә әйҙәй.

Ауылдар буйлап команди­ров­каларҙа йөрөгәндә төрлө ке­ше­ләр менән аралашырға, таны­шырға насип итә. Биша­уыл-Уң­ғар ауылында йәшәгән Нәсимә инәй Ғәлиәхмәтова ме­нән дә шулай ҡапыл һөйләшеп киттек.

84 йәшлек инәй бик алсаҡ, ихлас кеше булып сыҡты. Өлкән йәшкә етеүенә, тышта ҡара көҙ булыуына ҡарамаҫтан, ишек алды гөл-сәскәгә күмелгән, йорт эсе бөхтә итеп йыйыш­ты­рылған.

– Хеҙмәткә өйрәнгән ҡул­дар­ҙың бер минут та эшһеҙ торғоһо килмәй, – ти ул, йылмайып. – Нисек ҡул ҡаушырып ултырмаҡ кәрәк? Беҙҙең быуын балалары бәләкәй саҡтан уҡ эштә сынығып үҫте бит. Һуғыш йылдарында өлкән апайҙар менән бер рәт­тән көлтә урҙыҡ, ни ҡуш­һалар, шуны башҡарҙыҡ. Мәктәптә алты класс ҡына белем алырға тура килде.

1955 йылда ошо ауыл егете Ғә­лимйән Ха­жи­әхмәт улына ке­йәүгә сығып, бер ул һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә улар. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, бер сабыйҙары бәпес сағында уҡ вафат бу­лып ҡала. Нәсимә апай колхоз­да быҙауҙар ҡарай, сөгөл­дөр­ҙә эшләй. Ғә­лим­йән ағай Өфө­лә милицио­нер булып хеҙмәт итә, урмансы эшен дә башҡара. Ауыл ерендә йә­шәгәс, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто күпләп аҫ­рай улар, баҡса тул­тырып йәшел­сә-емеш үҫтерәләр. Балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә эш­һөйәр, кешелекле, кесе­лекле итеп тәр­биә­ләйҙәр. Нәсимә Кә­рим ҡыҙы 13 йыл ауылдаштарына гә­зит-журнал да та­шый.

– Ике йыл Һәүәләй почта­һынан йәйәүләп йөрөнөм, аҙаҡ ҡына гәзит-журналды ауылға килте­реп бирә башланылар, – ти инәй. – Ул саҡ­та өй һайын алты-етешәр баҫма алдыралар ине, хаттар, открыткалар күп килә торғайны. Таш тултырылған кеүек ауыр сумканы  күтәреп, ҡар-буран, ел-ям­ғыр тимәй, өй беренсә таратып сыға инем. Гел маҡта­лып эшлә­нем, грамоталарым бихи­сап.

Бөгөн дә Нәсимә инәй иртәгәһе көнгә ыша­нысын юғалтмай, тыуған һәр таңға ҡыуанып ғүмер кисерә. Мәсеттә үткәрелгән байрамдарға йөрөй, бала­ла­рына, ейән-ейәнсәрҙә­ренә, бү­лә-бүләсәрҙәренә изге доға­ларын уҡып ҡына тора. Ҡәҙерле һәм ихтирамға лайыҡ өлкән йәштәге инәйҙе яҡын­­­­дары ла иғтиба­рынан, яр­ҙа­­мынан айырмай. Үҙе ме­нән бергә йәшәгән ейәне Ве­нер – өләсәһенең ныҡлы терәге.

Ауыл клубында Фәһимә Абдра­фиҡова ойошторған һәр байрамдан гел бик ҡәнәғәт булып ҡайта Нәсимә Кәрим ҡыҙы.

– Өлкән быуын кешеләре­нең күңелен күргәндәре өсөн бары­һына ла ҙур рәхмәт! Имен­лектә, тыныс тормошта татыу ғүмер кисерергә яҙһын һәр беребеҙгә, – тип теләй ағинәй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 122

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 80

Ысын дуҫ кем ул?

Ысын дуҫ кем ул? 16.11.2018 // Иман

Исламда дуҫлыҡ, иптәшлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелгән....

Тотош уҡырға 86

Вәғәҙә – иман

Вәғәҙә – иман 16.11.2018 // Иман

Ҡайһы бер ғибәҙәттәр фарыз ҡылынған кеүек, Ислам динендә бәғзе бер эштәр һәм ғәмәлдәр ҙә мотлаҡ...

Тотош уҡырға 49

Сабырлыҡ – матур ғәмәл

Сабырлыҡ – матур ғәмәл 16.11.2018 // Иман

Түҙемлекте, ауырлыҡ килгәндә сыҙамлыҡ күрһәтеүҙе, үҙеңә үҙең хужа булыуҙы, йәмһеҙ һәм яҙыҡ...

Тотош уҡырға 80

Хуш киләһең, Мәүлит!

Хуш киләһең, Мәүлит! 16.11.2018 // Иман

20 ноябрҙә донъя мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй....

Тотош уҡырға 105

Туҡланыу әҙәбе

Туҡланыу әҙәбе 09.11.2018 // Иман

Урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй өлкән йәштә­геләр, унан балалар аяҡ бөкләп теҙелешеп ултырған....

Тотош уҡырға 118

Исламда йылҡы хаҡында

Исламда йылҡы хаҡында 09.11.2018 // Иман

Халҡыбыҙҙың тарихы йылҡы малы менән тығыҙ бәйле. Боронғо башҡорт ир-атын атһыҙ күҙ алдына ла...

Тотош уҡырға 106

Йома ғибәҙәтенең хикмәте

Йома ғибәҙәтенең хикмәте 09.11.2018 // Иман

Ҡөрьән аяттарында йомаға һәм был көндәге намаҙға айырым иғтибар бүленә. Ошо изге мәлдәге доғалар...

Тотош уҡырға 111

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 07.11.2018 // Иман

Йәмле Талҡаҫ күле янында урынлашҡан Иҫән ауылында иман йорто асылды....

Тотош уҡырға 103

Әйтергә теләгәнең фәһемлеме?

Әйтергә теләгәнең фәһемлеме? 02.11.2018 // Иман

“Ғәйбәтте кем һөйләһә лә, Ғәйбәтте кем тыңлаһа ла – Гонаһтарын уртаҡ итәм. Ғәйбәт һөйләгән табынды...

Тотош уҡырға 89

Ата-баба рухын хәстәрләп

Ата-баба рухын хәстәрләп 02.11.2018 // Иман

Исламда мәрхүмдәрҙе ҡағиҙәләргә ярашлы һуңғы юлға оҙатырға, шулай уҡ зыяратты тәртиптә тоторға...

Тотош уҡырға 81