Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йома ғибәҙәтенең хикмәте
Ҡөрьән аяттарында йомаға һәм был көндәге намаҙға айырым иғтибар бүленә. Ошо изге мәлдәге доғалар ҡабул булыр, тиелә уларҙа.

Аҙнаның башҡа көндәрендә намаҙҙы яңғыҙ уҡырға мөмкин. Ләкин йомала өйләне йәмәғәт менән ҡылыу мөһим – Аллаһ Тә­ғәлә шулай ҡушҡан. Һәр ваҡыт­та­ғыса, мәсеткә мосолман пакланып, таҙа кейемдә килә. Йәмә­ғәт намаҙында имам хөтбә, вәғәз һөйләй, уны бүлдермәйенсә, тын ҡалып тыңлау зарур.

Йома ғибәҙәтендә Аллаһ Тәғә­ләнән ярҙамды үҙең һәм яҡын­дарың ғына түгел, ә барлыҡ мосолмандар өсөн һорау дөрөҫ булыр. Тыңланған вәғәздең һәр һүҙ­нә, мәғәнәһенә төшөнөргә, ҡу­шыл­ғандарҙы тормошҡа ашы­рырға ынтылырға кәрәк. Шулай булғанда ғына иманға, дөрөҫ юлға саҡырыу эше киң таралыу алыр.

Үҙенсәлеге буйынса йомалағы йәмәғәт ғибәҙәте мосолман­дар­ҙың йыйынын хәтерләтә. Вәғәз тыңлап, намаҙ уҡығандан һуң бер-береңдең хәлен белешеү, аралашыу, ниндәйҙер мәсьәлә­ләр буйынса фекер алышыу мөһим. Изге көндәге йәмәғәт йыйынын сәбәпһеҙ ҡалдырыу – гонаһ. Әгәр ҙә инде барыу ысынлап та мөмкин түгел икән, Аллаһ Тәғәлә ғәфү итер, мосолман намаҙҙы яңғыҙы булһа ла мотлаҡ уҡырға тейеш.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең замандаштарынан өлгө алып, йәмәғәт нама­ҙы­на балаларҙы ла йөрөтөү һәйбәт булыр ине. Бының өсөн иман йортонда йәш быуынға тейешле шарттар тыуҙырылыуы мөһим.

Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА әҙерләне
Фото: pixabay.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 122

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 80

Ысын дуҫ кем ул?

Ысын дуҫ кем ул? 16.11.2018 // Иман

Исламда дуҫлыҡ, иптәшлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелгән....

Тотош уҡырға 86

Вәғәҙә – иман

Вәғәҙә – иман 16.11.2018 // Иман

Ҡайһы бер ғибәҙәттәр фарыз ҡылынған кеүек, Ислам динендә бәғзе бер эштәр һәм ғәмәлдәр ҙә мотлаҡ...

Тотош уҡырға 49

Сабырлыҡ – матур ғәмәл

Сабырлыҡ – матур ғәмәл 16.11.2018 // Иман

Түҙемлекте, ауырлыҡ килгәндә сыҙамлыҡ күрһәтеүҙе, үҙеңә үҙең хужа булыуҙы, йәмһеҙ һәм яҙыҡ...

Тотош уҡырға 80

Хуш киләһең, Мәүлит!

Хуш киләһең, Мәүлит! 16.11.2018 // Иман

20 ноябрҙә донъя мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй....

Тотош уҡырға 105

Туҡланыу әҙәбе

Туҡланыу әҙәбе 09.11.2018 // Иман

Урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй өлкән йәштә­геләр, унан балалар аяҡ бөкләп теҙелешеп ултырған....

Тотош уҡырға 118

Исламда йылҡы хаҡында

Исламда йылҡы хаҡында 09.11.2018 // Иман

Халҡыбыҙҙың тарихы йылҡы малы менән тығыҙ бәйле. Боронғо башҡорт ир-атын атһыҙ күҙ алдына ла...

Тотош уҡырға 106

“Нисек ҡул ҡаушырып ултырмаҡ кәрәк?!”

“Нисек ҡул ҡаушырып ултырмаҡ кәрәк?!” 09.11.2018 // Иман

Ағинәй хеҙмәттән йәм табып йәшәргә әйҙәй. Ауылдар буйлап команди­ров­каларҙа йөрөгәндә төрлө...

Тотош уҡырға 121

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 07.11.2018 // Иман

Йәмле Талҡаҫ күле янында урынлашҡан Иҫән ауылында иман йорто асылды....

Тотош уҡырға 103

Әйтергә теләгәнең фәһемлеме?

Әйтергә теләгәнең фәһемлеме? 02.11.2018 // Иман

“Ғәйбәтте кем һөйләһә лә, Ғәйбәтте кем тыңлаһа ла – Гонаһтарын уртаҡ итәм. Ғәйбәт һөйләгән табынды...

Тотош уҡырға 89

Ата-баба рухын хәстәрләп

Ата-баба рухын хәстәрләп 02.11.2018 // Иман

Исламда мәрхүмдәрҙе ҡағиҙәләргә ярашлы һуңғы юлға оҙатырға, шулай уҡ зыяратты тәртиптә тоторға...

Тотош уҡырға 81