Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡланыу әҙәбе
Урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй өлкән йәштә­геләр, унан балалар аяҡ бөкләп теҙелешеп ултырған. Әсәй алып килгән ризыҡҡа, ғаилә башлы­ғынан уҙып, берәү ҙә беренсе булып һо­нолмай...

Был күренеш өлкәндәр күңелендә һағышлы иҫтәлек булып ҡалған. Ғаиләнең күркәм байрамы кеүек ҡабул иткән улар бындай табындарҙы. Баҡтиһәң, аяҡтарҙы бөкләп ултырыуҙың да үҙ хикмәте булған икән. Заман белгестәре иҫбатлауынса, был осраҡта ашҡаҙан бер аҙ ҡыҫыла, һәм унда туйған ваҡытта ла урын ҡала. Намаҙ уҡығандағы кеүек ултырғанлыҡтан, йөрәк тә ял итә. Аяғөҫтө тороп йә өҫтәл янында ултырып ашағанда иһә ҡан әйләнешенә ҙур көс талап ителә. Өҫтәүенә ризыҡ валсыҡтарының иҙәнгә төшөүе ихтимал. Ә урындыҡта ултырып туҡланғанда барыһы ла ашъяулыҡта ҡала.

“Ашағыҙ, эсе­геҙ, исраф ҡыл­мағыҙ!” – тип бойоролған Ҡөрьәндә. Исламда аҙыҡ төрҙәренә, туҡланыу ҡағиҙәләренә ҙур урын бирелгән. Бының дөрөҫлөгөнә йылдан-йыл нығыраҡ инана барабыҙ. Эйе, тормошта күп нәмә – сәләмәтлек, әҙәп-әхлаҡ, холоҡ-фиғел, асылыңа тоғролоҡ һәм башҡалар – әҙәм балаһының ашаған ризығына, уның нисек туҡланыуына бәйле.

Борон, әйтелгәнсә, ашъяулыҡ тирәләй бөтөн ғаилә, туған-тыумаса менән бергә ултырып ризыҡланғандар. Табын янында һәр кемдең үҙ урыны: өлкәндәр – түрҙә, йәштәр – ситтәрәк. Һүҙҙе лә атай-олатайҙар һөйләгән, уй-ниәттәрҙе белешкән, кәңәш биргән. Ризыҡҡа килгәндә, өлөшөңдө ҡалдырыу, исраф итеү гонаһ һаналған. Баш­ҡорттоң аҙыҡ төрҙәре – ит, ҡоротло һурпа, ҡымыҙ, бал һ.б – тәнгә лә, зиһенгә лә тик файҙа килтергән, халҡыбыҙ үҙенә сит, өйрәнмәгән аш-һыуҙан ары торған. Малды һу­йыу ҙа, белеүегеҙсә, тейешле ҡанундарға ярашлы атҡарылған. Ошо һәм башҡа ҡағиҙәләр ғаиләнең, милләттең, диндең бөтөнлөгөн, сәләмәтлеген һаҡлауҙың нигеҙе булып торған.

Хәҙер иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туҡланыу әҙәбе ныҡ үҙгәрҙе. Заман тиҙлегенә ярашлы, күптәр, айырыуса ҡала йәштәре, аяғөҫтө килеш тиҙ генә ашауҙы ғәҙәт итеп алды. “Ҡапҡылап сыҡ” тип аталған кафелар күҙгә салынып ҡала. Йәнә шуныһы йөрәкте семтеп ала: бер тапҡыр ғына ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән пластик һауыт-һаба күбәйҙе. Ашайҙар ҙа уны ташлап китәләр. Тимәк, тамаҡ туйҙы, һауыттың кәрәге бөттө.

Йәмғиәттә лә шулай, үткәнгә лә, киләсәккә лә ҡарамайынса, әлегене генә ҡайғыртып йәшәү өҫтөнлөк итә башламаҫмы?
“Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Заман тиҙлегенә һылтанып, һаулығыбыҙға, рухыбыҙға зарар килтермәйек, тыуыр нәҫелдәребеҙҙең дә сәләмәтлеген ҡайғыртайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бөгөн – Мәүлит кисе

Бөгөн – Мәүлит кисе 19.11.2018 // Иман

Йыл һайын Рабиғел әүүәл айының 12-се көнөндә мосолман донъяһында ҙур тантана – Мәүлит байрамы...

Тотош уҡырға 122

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 16.11.2018 // Иман

Төбәктә сираттағы иман йорто үҙ ишеген асты. Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа мәсеттәр асылыуы, кешеләрҙең...

Тотош уҡырға 80

Ысын дуҫ кем ул?

Ысын дуҫ кем ул? 16.11.2018 // Иман

Исламда дуҫлыҡ, иптәшлек мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелгән....

Тотош уҡырға 86

Вәғәҙә – иман

Вәғәҙә – иман 16.11.2018 // Иман

Ҡайһы бер ғибәҙәттәр фарыз ҡылынған кеүек, Ислам динендә бәғзе бер эштәр һәм ғәмәлдәр ҙә мотлаҡ...

Тотош уҡырға 49

Сабырлыҡ – матур ғәмәл

Сабырлыҡ – матур ғәмәл 16.11.2018 // Иман

Түҙемлекте, ауырлыҡ килгәндә сыҙамлыҡ күрһәтеүҙе, үҙеңә үҙең хужа булыуҙы, йәмһеҙ һәм яҙыҡ...

Тотош уҡырға 80

Хуш киләһең, Мәүлит!

Хуш киләһең, Мәүлит! 16.11.2018 // Иман

20 ноябрҙә донъя мосолмандары Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн билдәләй....

Тотош уҡырға 105

Исламда йылҡы хаҡында

Исламда йылҡы хаҡында 09.11.2018 // Иман

Халҡыбыҙҙың тарихы йылҡы малы менән тығыҙ бәйле. Боронғо башҡорт ир-атын атһыҙ күҙ алдына ла...

Тотош уҡырға 106

Йома ғибәҙәтенең хикмәте

Йома ғибәҙәтенең хикмәте 09.11.2018 // Иман

Ҡөрьән аяттарында йомаға һәм был көндәге намаҙға айырым иғтибар бүленә. Ошо изге мәлдәге доғалар...

Тотош уҡырға 111

“Нисек ҡул ҡаушырып ултырмаҡ кәрәк?!”

“Нисек ҡул ҡаушырып ултырмаҡ кәрәк?!” 09.11.2018 // Иман

Ағинәй хеҙмәттән йәм табып йәшәргә әйҙәй. Ауылдар буйлап команди­ров­каларҙа йөрөгәндә төрлө...

Тотош уҡырға 121

Иҫәндә – “Сафия” мәсете

Иҫәндә – “Сафия” мәсете 07.11.2018 // Иман

Йәмле Талҡаҫ күле янында урынлашҡан Иҫән ауылында иман йорто асылды....

Тотош уҡырға 103

Әйтергә теләгәнең фәһемлеме?

Әйтергә теләгәнең фәһемлеме? 02.11.2018 // Иман

“Ғәйбәтте кем һөйләһә лә, Ғәйбәтте кем тыңлаһа ла – Гонаһтарын уртаҡ итәм. Ғәйбәт һөйләгән табынды...

Тотош уҡырға 89

Ата-баба рухын хәстәрләп

Ата-баба рухын хәстәрләп 02.11.2018 // Иман

Исламда мәрхүмдәрҙе ҡағиҙәләргә ярашлы һуңғы юлға оҙатырға, шулай уҡ зыяратты тәртиптә тоторға...

Тотош уҡырға 81