Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәйепләргә ашыҡма
Ислам киң күңелле булырға өндәй. “Ярлылар менән миһырбанлы бул, – тип өйрәткән ололар, – бай бул­ғандары өсөн генә байҙарға баш эйеп барма. Әгәр тома наҙан берәүҙең гонаһ ҡылғанын күрһәң, был кеше белмәгәнлектән шулай ҡылана, ә мин белә тороп гонаһ эшләйем бит, тимәк, ул минән яҡшыраҡ тип уйла. Кафыр күрһәң дә, уны ғәйепләргә ашыҡма, был әҙәм, бәлки, донъянан үткәндә булһа ла иманға килер, ә мин үҙем иманлы булып үтерменме, әллә юҡмы, тип уйла. Һинең күңелеңдә, тимәк, был кеше бына ошо яғы менән дә минән өҫтөн тигән уйҙар булһын”.


Үҙеңдән һуң эҙең ҡалһын


Бер батшаның улы ял итеү өсөн урамға сыҡҡан һәм унда ныҡ ҡартайған бер кешенең емеш ағастары ултыртып йөрөүен күргән.
“Эй, бабай! – тигән ул. – Нимә тип ыҙалап был ағастарҙы ултыртаһың? Емештәре өлгөрөп еткәнен барыбер күрә лә, ашай ҙа алмаясаҡһың бит”. Ҡарт йылмая биреп әйткән: “Башҡалар ултыртҡанды беҙ ашаныҡ, башҡалар ашаһын өсөн үҙебеҙ ултыртабыҙ. Ә, бәлки... емештәрен тәмләп ҡарай ҙа алырбыҙ әле”.
Үҙеңдән һуң яҡты эҙ, яҡшы эш ҡалдырыу – матур ғәмәлдәрҙең береһелер.


Еп нәҙек урындан өҙөлә

Хикәйәт

Борон замандарҙа бер хан йәшәгән. Ул бик ауырыу булып, төрлө-төрлө табип саҡырып дауаланған. Әммә береһенең дә дауаһы килешмәгән, ти. Хан уларҙың барыһын да зинданға яптырған.

Шулай дауам итә торғас, ябай ғына бер табип килеп, еңел генә дарыу менән дауалаған икән, был терелгән дә ҡуйған. Шәбәйеп алғас әйткән:
– Һин генә ысын табип икәнһең, башҡалар бөтәһе лә ялғансы. Береһе- бер дауалай белмәне, мин уларҙың барыһын да зинданға яптырғайным, инде хәҙер бөтәһен дә сығарып, күҙ алдыңа баҫтырам.

Еп нәҙек урындан өҙөлә, хан. Улар һине дауалай-дауалай ауы­рыуыңдың ебен тамам нәҙегәйт­кәйнеләр, миңә уны өҙөргә еңел булды. Шулай булғас, уларҙың береһе лә табиплыҡта минән кәм түгел, уларға рәхмәт әйт, – тигән имсе.
Был аҡылды тыңлап, хан башҡа табиптарҙы ла ғәфү иткән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Улар бар ерҙә – байрам

Улар бар ерҙә – байрам 18.01.2019 // Иман

Республикабыҙ ауыл һәм ҡалаларындағы ағинәйҙәр йәмғиәттә төп көстәрҙең береһенә әйләнеп бара тип...

Тотош уҡырға 70

“Хаҡ юлдан яҙҙырма...”

“Хаҡ юлдан яҙҙырма...” 18.01.2019 // Иман

Динебеҙҙә ололарға ихтирам, иғтибар күрһәтеү, уларҙы хәстәрлектән өҙмәү юғары баһалана. Өлкәндәрҙе...

Тотош уҡырға 83

Диндарҙың күңел ораны

Диндарҙың күңел ораны 18.01.2019 // Иман

Уҙған йыл аҙағында “Гөрләшеп йәшәй күңел” тип аталған китап донъя күрҙе. Унда Ҡариҙел районындағы...

Тотош уҡырға 45

Йәштәрҙән – балаларға

Йәштәрҙән – балаларға 18.01.2019 // Иман

Йәштәр араһында мәрхәмәтле, шәфҡәтлеләрҙең күп булыуы ифрат һөйөнөслө....

Тотош уҡырға 84

Нәсихәт көсө мәңгелек

Нәсихәт көсө мәңгелек 18.01.2019 // Иман

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында олуғ мәғрифәтсе, тарихсы, педагог, яҙыусы һәм дин әһеле...

Тотош уҡырға 58

Беҙҙе бар иткән көн

Беҙҙе бар иткән көн 18.01.2019 // Иман

“Йома – ҡояшҡа мансылған көн, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Тап ошо көндә Әҙәм...

Тотош уҡырға 74

Күңел матурлығы күсәлер...

Күңел матурлығы күсәлер... 18.01.2019 // Иман

“Раббыбыҙ һөнәрле кешене һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Әл-хәмдү лил-ләһ,...

Тотош уҡырға 92

Әс-сәләмү ғәләйкүм!

Әс-сәләмү ғәләйкүм! 11.01.2019 // Иман

“Кемдер һеҙҙең менән иҫәнләшә икән, уға юғарыраҡ дәрәжәлә яуап ҡайтарығыҙ: “әс-сәләмү ғәләйкүм!”...

Тотош уҡырға 115

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй

Оҙаҡҡа һуҙыу килешмәй 11.01.2019 // Иман

Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек....

Тотош уҡырға 144

Рухын яҡтыртып...

Рухын яҡтыртып... 11.01.2019 // Иман

Мәрхүмдең баҡыйлыҡҡа күскәненә 51 көн тулыуҙы үткәрергә кәрәкме? Был мәсьәләгә ҡарата диндарҙар...

Тотош уҡырға 157

Сама белмәү зарары

Сама белмәү зарары 11.01.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, бер нәмәне лә сиктән ашып яратырға ярамай. Артыҡ һөйөү әҙәм балаһын...

Тотош уҡырға 144

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла

Ихтыяждарыңды ауыҙлыҡла 11.01.2019 // Иман

“Мин өммәтемде юҡҡа сығарыуы ихтимал бер нәмәнән ҡурҡам, ул – байлыҡ, – тигән пәйғәмбәребеҙ...

Тотош уҡырға 136